20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Июль 2013    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


» » » Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы ултырышы
Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы ултырышы

27-се июнь Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы ултырышы үтте.

 

Көн тәртибе:

 

  1. БДУ-ның Сибай институтында бюджет урындарын финанслау өлкәһендә килеп тыуған хәл тураһында.

Көмөшҡолов Азамат Миңлеғәле улы – Сибай институтының директоры урынбаҫары.

 

2. Башҡортостан Республикаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының республикабыҙҙың бөтә ырыуҙарына «Ырыуҙар ташы» мемориаль  комплексың төҙөү өсөн иғәнә йыйыу тураһында мөрәжәғәте хаҡында.

Баймырҙин Ғәлимйән Ситдыҡ  улы – Баймаҡ  районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе.

 

Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының

«БДУ-ның Сибай институтында бюджет урындарын финанслау өлкәһендә килеп тыуған хәл тураһындағы» мәсьәлә буйынса резолюцияһы.

 

БДУ-ның Сибай институтында 2013 йылдан бюджет урындарын ҡырҡа ҡыҫҡартыу хаҡында институттың директоры урынбаҫары Көмөшҡолов Азамат Миңлеғәле улының информацияһын һәм сығыш яһаусыларҙың тәнҡит һүҙҙәрен һәм тәҡдимдәрен тыңлағандан һуң Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы түбәндәгеләрҙе белдерә:

 

  1. Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Зәки улы Хәмитовҡа мөрәжәғәтен тулыһынса хупларға.

 

  1. Бюджет урындарын финанслауҙың ҡырҡа ҡыҫҡартылыуын Урал аръяғы райондары һәм ҡалалары өсөн юғары белемле профессиональ кадрҙар әҙерләүгә туранан-тура аяҡ салыу тип ҡарарға.

 

  1. 2011-2015  йылдарға Башҡортостандың Урал аръяғы райондарын һәм ҡалаларын үҫтереү программаһын тормошҡа ашырыуҙа Сибай институтында уҡып сыҡҡан белгестәрҙең төп этәргес көс булыуын билдәләргә һәм бюджет иҫәбенә Сибай институтында белгестәрҙе әҙерләүҙе мотлаҡ киңәйтергә һәм дауам итергә.

 

Баймаҡ районы башҡорттары

ҡоролтайы башҡарма комитеты

рәйесе                                                                       Ғ.С.Баймырҙин

 

 

Ишембай районы Торатау итәгендә «Ырыуҙар ташы»

мемориаль  комплексын төҙөү тураһында ҡоролтай рәйесе Ғ.С.Баймырҙиндың информацияһын тыңлағандан һуң

Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы

ҡарар итә:

 

<!--[if !supportLists]-->1.     <!--[endif]-->Ишембай районы Торатау итәгендә төҙөләсәк «Ырыуҙар ташы» мемориаль комплексын бөтә халыҡ төҙөлөшө тип танырға һәм был төҙөлөшкә өлөш индереүҙе һәр кемдең намыҫ эше тип ҡабул итергә.

 

<!--[if !supportLists]-->2.     <!--[endif]-->Урындарҙағы ҡоролтай рәйестәренә башҡа йәмәғәт ойошмалары менән берлектә төҙөлөш өсөн иғәнә йыйыуҙы ойоштороу буйынса аңлатыу эше йәйелдерергә һәм йыйылған аҡсаның күләменә ҡарамай уны махсус банк иҫәбенә күсерергә.

 

<!--[if !supportLists]-->3.     <!--[endif]-->«Ырыуҙар ташы» комплексын төҙөүгә ҡала һәм район предприятиелары, ойошма һәм учреждение коллективтарын, коммерция ойошмалары вәкилдәрен йәлеп итеүгә өлгәшергә.

Дәүләт Думаһы һәм Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - ҡоролтайы депутаттарынан «Ырыуҙар ташы» комплексын төҙөүҙә яҡындан тороп ҡатнашыуҙарын һәм матди яҡтан үҙ өлөштәрен индереүен һорарға.

 

<!--[if !supportLists]-->4.     <!--[endif]-->Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы йыйынында ҡатнашыусылар төҙөләсәк «Ырыуҙар ташы» мемориаль комплексы халҡыбыҙҙың рухын күтәреүҙә, ырыуҙар араһында бәйләнеште нығытыуға, тарихыбыҙҙы байытырға булышлыҡ итер тигән ышаныс белдерә.

 

Баймаҡрайоны башҡорттары

ҡоролтайы башҡарма комитеты

 

рәйесе                                                                             Ғ.С.Баймырҙин

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы