20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Октябрь 2013    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
28293031 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


» » » Республика көнөнә арналған түңәрәк өҫтәл рух күтәренкелеге менән уҙҙы
Республика көнөнә арналған түңәрәк өҫтәл рух күтәренкелеге менән уҙҙы

7 октябрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Республика көнөнә арналған түңәрәк өҫтәл уҙғарҙы. Сараға 80-дән артыҡ кеше йыйылды. Шуларҙың араһында Ҡоролтай ағзалары, район ҡоролтайҙары рәйестәре, Өфө ҡалаһының гимназия, лицей-интернат уҡытыусылары, “Яҡташтар” берлеге, “Халыҡтар дуҫлығы йорто” ағзалары, “Аҡ тирмә”, “Күк бүре”, “БашЛидер”, “Төнъяҡ амурҙары”, “Аҡтамыр” ойошмалары һәм 1990 йылдарҙа суверенитет өсөн көрәшкән күренекле шәхестәр бар ине. Түңәрәк өҫтәлде Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Аҙнабаев Румиль Тәлғәт улы асты. Ул үҙенең сығышында сарала ҡатнашыусыларҙы байрам менән ҡотланы һәм суверенитеттың тарихи әһәмиәте тураһында ҡыҫҡаса һөйләп үтте.

Артабан һүҙ доклад менән сығыш яһаусыларға бирелде. Иҡтисад фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Зөлҡәрнәй Илдар Үзбәк улы «Башҡортостан Республикаһының ижтимағи-сәйәси үҫешендә иҡтисади федерализмдың роле», сәйәсәт фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университеты доценты Боҫҡонов Әхтәр Мөхәмәт улы «Рәсәйҙә федерализм ҡоролошо нигеҙҙәре», тарих фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Ҡолшәрипов Марат Мәхмүт улы «Башҡортостан Республикаһы суверенитетын ҡабул итеүҙә йәмәғәт ойошмаларының роле», тарих фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университеты доценты Ҡалмантаев Нурислам Мирхәйҙәр улы «Сәғит Мерәҫов һәм Муллайән Халиков - Башҡортостанда автономия ойоштороусылар» тигән темаларға йөкмәткеле докладтар менән сығыш яһаны.

Сарала ҡатнашыусылар араһында сығыш яһарға теләүселәр бик күп булды. Бигерәк тә Баймаҡ районы Темәс ауылынан 90-сы йылдарҙа йәмәғәт эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашҡан, Өфө ҡалаһының йәмәғәт ойошмалары менән даими бәйләнеш тотҡан Йәнсурин Рауил Хөрмәт улының сығышы күптәргә оҡшаны. Улар бөгөнгө шарттарҙа килеп тыуған хәлдәргә бик асыҡ аңлатма бирҙе, артабан да бергә эшләргә өндәп, ошондай сараларҙы бүлмәләргә бикләнеп кенә үткәрмәҫкә, ә киң мәғлүмәт сараларын саҡырып, гәзиттәргә, телевидениеға сығарырға, тигән теләк билдерҙе. Көйөргәҙе районынан килгән Спартак Хәйҙәр улы Хөсәйенов «Тере шишмәләр» ойошмаһы хаҡында һәм 90-сы йылдарҙа Башҡорт милли үҙәгенә ҡушылыуҙары, автобустарға тейәлеп, Өфөгә митингтарға килеүҙәре тураһында һөйләп үтте. Шулай уҡ Ғафури районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Ғәлинур Зиннур улы Ҡалмырҙин, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге фонд директоры Алтәф Әтрәф улы Ғәйфуллин, Башҡортостан Республикаһының Ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы Солтангәрәева фәһемле сығыштар яһаны.

Иң һуңғыларҙан булып йәштәр исеменән “Күк буре” ойошмаһы ағзаһы Рәмзил Рәмил улы Байназаров сығыш яһаны. Ул респуликабыҙҙа суверенитет булдырыуға күп көс һалған ағайҙарға йәштәр исеменән оло рәхмәтен белдерҙе. "Һеҙҙең фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ арҡаһында беҙ башҡорт мәктәптәрендә уҡыныҡ, башҡорт телендә аралаштыҡ",- тип һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте ул. Сәғәт ярымға тип билдәләнгән түңәрәк өҫтәл 3 сәғәткә һуҙылып китте.Сарала ҡатнашыусылар бик шатланып, күңелдәре булып, рәхмәттәр әйтеп дәртләнеп таралышты.

Республика көнөнә арналған түңәрәк өҫтәл рух күтәренкелеге менән уҙҙы
Республика көнөнә арналған түңәрәк өҫтәл рух күтәренкелеге менән уҙҙы
Республика көнөнә арналған түңәрәк өҫтәл рух күтәренкелеге менән уҙҙы

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы