20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Ноябрь 2013    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123
45678910
11121314151617
18192021222324
252627282930 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


Берләшеп йәшәү һәм эшләү мөһим

Үткән шәмбелә уҙған Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайында ошо тема көн үҙәгендә торҙо

         Мәғлүм булыуынса, 23 ноябрҙә Ырымбур өлкә башҡорттарының V ҡоролтайы үткәрелде һәм унда башҡарма комитеттың яңы составы һайланды. Сарала Башҡортостан Республикаһынан юғары дәрәжәле ҡунаҡтарҙан торған делегация ла ҡатнашты. Уның составына БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Франис Сәйфуллин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Румил Аҙнабаев, рәйестең беренсе урынбаҫары, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Хәләф Ишморатов инде.

         Сарала шулай уҡ вице-губернатор - Ырымбур өлкәһенең Хөкүмәт рәйесенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Олег Димов, Ырымбур өлкә башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Рөстәм Ғәбитов һәм башҡа ҡунаҡтар булды.

         Әлеге ваҡытта Ырымбур өлкәһендә илле меңгә яҡын башҡорт йәшәй. Шәмбелә үткән ҡоролтайҙа өлкәнең 11 район-ҡалаһынан 90 делегат ҡатнашты.

         Ултырыш башында Франис Асҡарйән улы Башҡортостан Республикаһы Президентының сәләмләүе менән сығыш яһаны. Унан һуң Румил Тәлғәт улы үҙ докладында Ырымбур башҡорттары араһында милли традицияларҙы, телде, белем биреүҙе, мәҙәниәтте һаҡлау, үҫтереүҙе әйтеп үтте. Ул шулай уҡ өлкә башҡорттарының яҙмышы һәм киләсәге, башҡорт телен уҡытыу, Ырымбурҙа башҡорт лицей-интернаты асыуҙың мөһимлеге, халҡыбыҙҙың Мәккәһе – Карауанһарайҙы туристик үҙәк итеү, “Карауанһарай” гәзитенең эше һәм уға ярҙам кәрәклегенә айырым баҫым яһаны.

         Башҡарма комитет ағзаһы, БДУ доценты Нурислам Ҡалмантаев иһә Ырымбур төбәгендә йәшәгән башҡорттарының тарихын, халыҡтың кәмеүен, ассимиляцияға бирешеүен, башҡорт телле мәктәптәрҙең ябылыуын тураһында белдерҙе. Милли рухты тергеҙеү өсөн мәктәптәрҙе ябыуҙы туҡтатырға, билдәле кешеләргә, зыялыларға матбуғат саралары, интернет аша сығыш яһарға, ислам динен файҙаланырға кәрәк. Ырымбур башҡорттары тарихы, этнографияһы, мәҙәниәте тураһында ғилми-популяр әҙәбиәт сығарыу ҙа бик отошло.     Фекер алышыуҙа өлкәлә башҡорттары араһында демографик хәл киҫкен булыуы әйтелде. Балаларға биргән тәрбиә, Ырымбурҙа эшләгән «Милли ауыл» мәҙәни комплексындағы башҡорт милли ихатаһына экскурсиялар ойоштороу зарурлығы әйтелде. Был иһә үҫеп килгән быуынға үҙ мәҙәниәтен, тарихын белеүҙә, ата-бабаларҙың тормошон асыҡ тойорға ярҙам итеүҙә ҙур ярҙам.  

         Төбәк башҡорттары өсөн “Карауанһарай” гәзите берҙән-бер милли баҫма булып тора. Урындағы радио һәм телевидение каналдары заманында башҡортса тапшырыуҙар әҙерләгән, ләкин хәҙер улар был эш менән башҡа шөғөлләнмәй.

         Гәзиттең проблемалары ла байтаҡ. Ижади коллективтың үҙенең тәғәйен бүлмәһе юҡлығы, Ырымбурҙа һәм өлкәнең ҡайһы бер урындарында йәшәгән башҡорттарҙың гәзиткә яҙылмауы шуларҙың иң ҙуры булып тора. Фекер алышыу мәлендә гәзиткә «Карауанһарай» дини-мәҙәни мосолмандар үҙәгендә бүлмә биреү кәрәклеге тураһында әйтелде.

         Вице-губернатор Олег Димов үҙенең сығышы мәлендә был проблема ыңғай хәл ителәсәк тине. Ул шулай уҡ балаларҙы ситкә ебәрмәҫкә, төбәк мәктәптәрендә уҡытырға саҡырҙы һәм әйтелгән проблемаларҙы хәл итеүҙә ярҙам итергә теләүен белдерҙе.       

         Шуныһын белдерергә кәрәк, гәзит йәмәғәт тормошонда ла әүҙем. Уның башланғысында төрлө милли акциялар йыш үтә, һуңғыларының береһендә - Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы, генерал-майор М. Шайморатовҡа «Рәсәй Геройы” исемен биреү буйынса 50 меңдән ашыу тауыш йыйылған. 

         Ҡоролтайҙа Башҡортостан юлдаш каналының Ырымбур өлкәһендә насар тапшырылыуы тураһында әйтелде. БЮТ “Триколор” пакетында бар, уны булған ерҙә лә ҡабул итеп була, ләкин ырымбурҙар был мөмкинселектән мәхрүм. Шуға күрә лә тапшырыу йышлығын үҙгәртеү, телеканалды ҡабул итеү буйынса мәсьәлә хәл ителәсәге тураһында әйтелде.

         Был көндө Ырымбур өлкә башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Рөстәм Ғәбитовҡа, “Карауанһарай” мосолмандар ойошмаһы башҡарма комитеты ағзаһы Гөлимә Жангабиловаға һәм “Карауанһарай” гәзите мөхәррире Салауат Аҡдәүләтовҡа БР Хөкүмәтенең Рәхмәт хаттары тапшырылды.  

         Аҙаҡтан башҡарма комитеттың яңы составы тәғәйенләнде. Тәүге ултырыш мәлендә Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайының яңы рәйесе – Рәүлиә Вәҡҡәс ҡыҙы Әбүбәкирова һайланды. 

Айбулат ИШНАЗАРОВ

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы