20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Декабрь 2013    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
3031 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


» » » Ырымбур башҡорттары ла... Башҡортостандан ярҙам өмөт итә
Ырымбур башҡорттары ла... Башҡортостандан ярҙам өмөт итә

Ырымбур ҡалаһында төбәк башҡорттарының 5-се ҡоролтайы булып үтте. Сарала БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Франис Сәйфуллин, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев, уның беренсе урынбаҫары Хәләф Ишморатов, Ырымбур өлкәһенең вице-губернаторы Олег Димов, Өфөнән килгән ҡунаҡтар ҡатнашты.  

Башҡорттар, Башҡортостан хаҡында һөйләгәндә Ырымбурҙы телгә алмай үтеп булмай. Тарихсылар билдәләүенсә, оло ихтилалдарҙан һуң башҡорттар тап Ырымбур далаларында ышыҡланыу урыны таба. 1917 йылда башҡорт милли хәрәкәте лә тап Ырымбурҙа тоҡанып китә. Тарихтың ҡанлы биттәре лә бар был яҙмала. Тап Ырымбур ҡалаһын төҙөү маҡсатында ебәрелгән Кириллов экспедицияһы сәбәпле тоҡанып киткән 1735-1740 йылдарҙағы ихтилалды баҫтырыу башҡорттарҙың яртыһынан күбеһе ҡырылыуына килтерә. Ә инде егерменсе быуат башында милли хәрәкәттең үҙәге булыуына ҡарамаҫтан, Ырымбурға административ Башҡортостан менән бергә булыу яҙмышы яҙмай.

Булып үткән ҡоролтай йыйынында Ырымбур өлкәһендә йәшәгән милләттәштеребеҙҙең бөгөнгө хәл-торошо хаҡында һүҙ барҙы. Әлеге көндә Ырымбур өлкәһе башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәр иҫәбенә инә. Һуңғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, бында 46 мең тирәһе милләттәшебеҙ йәшәй. Был 2002 йыл менән сағыштырғанда 7 меңгә әҙерәк. Башҡорттарҙың баҙар иҡтисады шарттарына әҙер булмай сығыуы, шуның эҙемтәһе булараҡ йәштәрҙең күпләп ауылдарҙан китеүе, демографик хәлдең киҫкенләшеүе, ассимиляция күренештәре халыҡтың күпләп кәмеүенең сәбәптәре булып тора. Өлкәлә туған телгә ҡағылышлы хәл тағы ла киҫкенерәк. Тикшереүҙәргә, һорау алыуҙарға ярашлы, башҡорт телен башлыса 35 йәштән оло быуын ғына белә. Ә 35 йәштән кесерәктәр үҙҙәрен башҡорт тип һанаһа ла, туған телдәре итеп башҡорт телен таныһалар ҙа, көндәлек тормошта урыҫ теленә өҫтөнлөк бирәләр.  Һандар менән әйткәндә, йәштәрҙең 39 проценты ғына туған телдә иркен аралаша, 6 проценты уны әҙерәк белә, 3 проценты аңлай, ә 49 проценты бөтөнләй белмәй. Был күренеш Ырымбур кеүек ҙур ҡалаларҙа ғына түгел, хатта башҡорт мөхите һаҡланып ҡалған ауылдарҙа ла күҙәтелә. Шундай һандар ҙа килтерелде: мәктәп йәшендәге башҡорт балаларының 10 процент самаһы ғына туған тел мөхитенә йәлеп ителгән.  

Ырымбур башҡорттары был хәлдең төп сәбәбен башҡорт мәктәптәренең ябылыуына һылтай. Бер нисә йыл элек кенә башҡорт теле уҡытылған 44 мәктәп иҫәпләнһә, бөгөн уларҙың һаны 19-ға тиклем кәмегән. Эшләп килгәндәрендә лә туған тел дәрестәре сәғәттәре ҡыҫҡартылған. Балалар кесе синыфтарҙан алып урыҫ телендә белем ала. Ҡалаларҙа  иһә хәл тағы ла ҡатмарлыраҡ. Ырымбурҙа уҡытыу башҡорт телендә алып барылған бер генә белем йорто ла, исмаһам, йәкшәмбе мәктәбе лә эшләмәй. Демократия һәм башҡорт үҙаңы шауҡымы булып асылған педагогия училищеһы, юғары уҡыу йорттарында асылған башҡорт бүлектәре лә эшмәкәрлеген туҡтатҡан. Һөҙөмтәлә, өлкәнең баш ҡалаһында йәшәгән милләттәштәрҙең балалары ғилем офоҡтарын икенсе телдә ала.

Ошо ауырлыҡтарҙы еңеп, милләтте, тамырҙарҙы һаҡлап йәшәргә тырышыусы кешеләр ҙә бар өлкәлә. Улар милләттәштәрен үҙ өлгөһөнә эйәртергә, үҙҙәре үткәргән сараларға йәлеп итергә тырыша. Мәҫәлән, Красногвардейский районындағы Бәхтийәр ауылы йәштәре үҙҙәре аҡса йыйып, мәсет төҙөгән. Ауылдарында ябыҡ каток та эшләп ҡуйғандар. Бәхтийәрҙә йәшәгән Пролетар ауылы советы рәйесе Марат Бәхтийәров әйтеүенсә, бөгөн милләттәштәрҙе берләштергән, уларҙың рухи һәм матди ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерергә ынтылған иң мөһим үҙәк улар. Уның фекеренсә, зарланып ҡына йәшәү дөрөҫ түгел. Башҡорттар бер нимәгә ҡарамайынса, үҙҙәрен һаҡлап ҡалырға, балаларына, ейәндәренә милли рухты һеңдерергә, уларҙан көслө белгестәр, белемле сәйәсмәндәр тәрбиәләргә тейештәр. “Беҙ бөгөн матур итеп һөйләп, ә иртәгә һөйләгәндәребеҙҙе онотһаҡ, ҡоролтайҙар ойоштороуҙың фәтеүәһе булыр микән? Ҡайҙа беҙҙе берләштерәсәк, бер йүнәлештә эшләргә этәргес бирәсәк көслө идеология?” – тигән һорауҙы ла яңғыратты Марат Бәхтийәров. Бәхтийәр һымаҡ айырым ауылдар миҫалы өлкәлә йәшәгән башҡа милләттәштәргә “йоҡмауына” әсенеүен дә белдерҙе. 

Берләшеү, тигәндәй. Ырымбур башҡорттары өсөн бик актуаль булған мәсьәләрҙең береһе булып тора был. Шулай булмаһа, ҡоролтай ултырышындағы һәр сығыш яһаусы үҙ-ара низағлашыу, уртаҡ тел таба алмау мәсьәләһен хәл итергә, милләткә хеҙмәт итеү урынына шәхси мәнфәғәттәрҙе алға һөрөү кеүек күренештәрҙе бөтөрөргә өндәмәҫ ине.

Проблемалар хәл итмәҫлек тә түгел һымаҡ. Өс йыл буйы Ырымбурҙа һабантуй үткәрелмәүендә өлкәнең властарын ғына ғәйепләп булмай бит. Ниңә был тәңгәлдә башҡорттар үҙҙәре әүҙемлек күрһәтмәй?  Ҙур башҡорт ауылдарында мәктәптәр асыу, башҡорт синыфтарын булдырыуҙы ла бер кем дә тыймай. Бер аҙ ойошҡанлыҡ ҡына кәрәк.  

Шулай уҡ, Ҡоролтай барышында башҡорт телен һаҡлап ҡалыу менән бергә, Ырымбур ҡалаһындағы Милли ауылдағы музейҙы үҫтереүгә, “Карауан-һарай” тарихи-архитектур мемориал копмплексының һәм мәсетенең артабанғы яҙмышына бәйле, милли байрамдарҙы әҙерләү һәм үткәреүгә ҡағылышлы, башҡорт теле уҡытыусыларының, фольклор коллективтары етәкселәренең, клуб һәм музей эшселәренең квалификацияһын арттырыу маҡсатындағы семинарҙар үткәреү мәсьәләләре лә күтәрелде. Күрше өлкәлә йәшәгән миллләттәштәребеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға төбәктең вице-губернаторы Олег Димов яуап бирҙе. 

Шулай “Карауан-һарай” гәзитенең 20 йыллыҡ юбилейы айҡанлы, гәзитте сығарыусыларға, уның редакторы Салауат Аҡдәүләтовҡа рәхмәт әйтелде. “Карауан-һарай” Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан оҙаҡ йылдар даими рәүештә республиканан ситтә сығып килгән башҡорт телендәге берҙән бер баҫма.

Ҡоролтай эше тамамланғас, Ырымбур башҡорттары ҡоролтайының башҡарма коммитетының беренсе ултырышы үтте. Уның рәйесе итеп Рәүлиә Әбүбәкирова һайланды.  Ул оҙаҡ йылдар урта дөйөм белем биреү мәктәбендә директор, уҡытыусы булып эшләгән.

Шулай итеп...

Күрше өлкәлә йәшәүсе милләттәштәребеҙ менән аралашҡанда бер нисә әңгәмәсем: “Әгәр Башҡортостанда йәшәһәк, беҙҙең мәктәптәребеҙ ябылмаҫ, гәзитте (“Каруанһарай” гәзитен) халыҡ алдырыр, балалар теләп туған телдәрендә аралышыр ине, Каруанһарай өсөн йылдар буйы судлашмаҫ инек”, - тип үҙенсәлекле һағыш белдерҙе. Улар аңында, әлбиттә, Башҡортостан башҡорттарҙы ҡурсалаусы, үҫтереүсе, берләштереүсе үҙәк булып ҡала. Сит өлкәләрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең  өмөттәрен аҡлап, инаныуҙарына төкөрмәһәк ине лә бит...

Азамат САЛАУАТОВ.

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы