2013 йылдың 13 декабрендә БДУ-ның Сибай институтында
“Рәсәй Федерацияһында белем биреү тураһында”ғы яңы Закон шарттарында мәғариф учреждениеларында туған телдәрҙе өйрәнеү” тигән темаға
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты менән берлектә үткәрелгән төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияның
р е з о л ю ц и я һ ы
- Мәғариф өлкәһендә барған оптималләштереү процесы һөҙөмтәһендә ауыл ерҙәрендә урынлашҡан мәктәптәрҙең ябылыуына сик ҡуйырға.
- “РФ-ла белем биреү тураһында”ғы федераль Законға ярашлы рәүештә, урта дөйөм белем биреү учреждениеларында башҡорт телен предмет булараҡ уҡытыуҙы ла, дәүләт теле булараҡ өйрәнеүҙе лә ғәмәлгә ашырыуҙы маҡсат итеп ҡуйып, мәғариф етәкселәренән һәр мәктәптә йыл һайын башҡорт класына (I класҡа) уҡыусылар йыйыуҙы һәм ҡабул итеүҙе ойоштороуҙы талап итергә.
- “Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының дәүләт телдәре тураһында”ғы БР Законын ғәмәлгә ашырыу буйынса республиканың ҡала округтары һәм муниципаль райондар администрациялары янында ойошторолған комиссияларҙың эшен әүҙемләштерергә.