20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Декабрь 2013    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
3031 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


» » » 2013 йылдың 13 декабрендә БДУ-ның Сибай институтында үткәрелгән төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияның р е з о л ю ц и я һ ы
2013 йылдың 13 декабрендә БДУ-ның Сибай институтында үткәрелгән төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияның р е з о л ю ц и я һ ы

2013 йылдың 13 декабрендә БДУ-ның Сибай институтында

“Рәсәй Федерацияһында белем биреү тураһында”ғы яңы Закон шарттарында мәғариф учреждениеларында туған телдәрҙе өйрәнеү” тигән темаға

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты менән берлектә үткәрелгән төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияның

р е з о л ю ц и я һ ы

 

  1. Мәғариф өлкәһендә барған оптималләштереү процесы һөҙөмтәһендә ауыл ерҙәрендә урынлашҡан мәктәптәрҙең ябылыуына сик ҡуйырға.
  2. “РФ-ла белем биреү тураһында”ғы федераль Законға ярашлы рәүештә, урта дөйөм белем биреү учреждениеларында башҡорт телен предмет булараҡ уҡытыуҙы ла, дәүләт теле булараҡ өйрәнеүҙе лә ғәмәлгә ашырыуҙы маҡсат итеп ҡуйып, мәғариф етәкселәренән һәр мәктәптә йыл һайын башҡорт класына (I класҡа) уҡыусылар йыйыуҙы һәм ҡабул итеүҙе ойоштороуҙы талап итергә.
  3. “Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының дәүләт телдәре тураһында”ғы БР Законын ғәмәлгә ашырыу буйынса республиканың ҡала округтары һәм муниципаль райондар администрациялары янында ойошторолған комиссияларҙың эшен әүҙемләштерергә.
  4. Башҡорттар күпләп йәшәгән Силәбе, Ырымбур, Татарстан, Ҡурған, Һамар, Пермь өлкәләрендәге милләттәштәребеҙ менән бәйләнеште нығытырға.
  5. Хәҙерге ваҡытта барған глобализация һәм урбанизация күренешен иҫәпкә алып, башҡорт мәҙәниәтен ҡала шарттарында үҫтереүгә иғтибарҙы көсәйтергә.
  6. Башҡорт теленә, башҡорт халҡының тарихына, мәҙәниәтенә ҡағылышлы сайт ойоштороу эшен әүҙемләштерергә.
  7. Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, БР Мәғариф министрлығы, З.Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте менән берлектә башҡорт халыҡ ижады һәм башҡорт әҙәбиәте классик әҫәрҙәренең аудиокитаптарын сығарыу буйынса Башҡортостан Республикаһының Дәүләт программаһын булдырыуҙы һорарға.
  8. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте янында ойошторолған терминология комиссияһында башҡорт топонимдарын рус теленә транслитерациялау мәсьәләһен ҡарарға. Башҡортостан Республикаһы топонимдар һүҙлектәрендә, юлкүрһәткестәрҙә, карталарҙа атамаларҙы, башҡорт теленең орфографик һәм орфоэпик  нормаларына тап килтереп, бер төрлөлөктө һаҡлап яҙыуҙы хәл итергә.
  9. Яңы асылған һәр төрлө ойошмаларҙы, учреждениеларҙы, магазиндарҙы башҡорт теленән алынған һүҙҙәр менән атарға; урамдарға, биҫтәләргә һ.б. төбәк менән бәйле арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең исемдәрен бирергә.
  10. 2014 йылдың Рәсәй Федерацияһында “Мәҙәниәт йылы” тип иғлан ителеүен иҫәпкә алып, башҡорт халҡының сәнғәтен, этнографияһын, фольклорын һ.б. өйрәнеү һәм пропагандалау маҡсатында, 2014 йылдың май аҙағында (июнь башында) БДУ-ның Сибай институты базаһында “Традицион башҡорт мәҙәниәтен өйрәнеү мәсьәләләре”  тигән темаға төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция үткәрергә һәм республиканың юғары уҡыу йорттары ҡатнашлығында “Һабантуй” байрамы үткәрергә.
Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы