20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Февраль 2014    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 12
3456789
10111213141516
17181920212223
2425262728 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


» Материалы за Февраль 2014 года

Участниками было принято следующее решение.

Решение

Заседания комиссии по истории и проблемам демографии Исполкома МСОО «Всемирный (конгресс) башкир»

7 февраля 2015 г. г.Уфа.

Заслушав и обсудив информацию председателя Комиссии проф.  М.М.  Кульшарипова о деятельности комиссии по истории за 2013 год, члены комиссии  признали ее деятельность за 2013 год удовлетворительной.

Комиссия Иссполкома  по истории приняла следующие решения:

  1. Обратиться к Правительству РБ с предложением об увековечении памяти выдающихся деятелей башкирского народа (назвать  их именами улицы  столицы и других городов, установить памятники и др.) Прежде всего установление памятников в Уфе Заки Валиди и Шайхзаде Бабичу.
  2. Оказать содействие местным краеведам в изучении и написании истории населенных пунктов, составлении шэжере своих родов, издании трудов краеведов.

Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы!

 

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты исеменән Һеҙҙе оло юбилейығыҙ – 80 йәшегеҙ тулыу менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм иң изге теләктәребеҙҙе белдерәбеҙ.

Һеҙ бар яҡтан да өлгөлө, эшлекле һәм илһөйәр булып танылған, ауылдаштары, яҡташтары араһында айырыуса ихтирам ҡаҙанған матур башҡорт ғаиләһендә тыуып үҫкәнһегеҙ. Атайығыҙ Ғөбәйҙулла Зөфәр улынан һәм әсәйегеҙ Ғәлимә инәйҙән алған тормош һабаҡтары Һеҙгә Башҡортостанда ғына түгел, бөтә Рәсәй кимәлендәге олуғ шәхес булып китеүегеҙ өсөн ныҡлы нигеҙ булғандыр. Халҡыбыҙ бар замандарҙа ла тап ошондай шәхестәре менән данлы булған, уларҙы үҙ тарихына мәңгелеккә теркәп ҡалдырған.

Ауыр һуғыш йылдары күңелегеҙгә бала саҡтан уҡ илһөйәрлек тойғоһон һалған, һәм Һеҙ, бөтә ғүмерегеҙ дауамында халҡыбыҙ, республикабыҙ өсөн арымай-талмай эшләп, Ватаныбыҙҙың ысын патриоты булдығыҙ. Башҡорт еренән урғылып сыҡҡан «ҡара алтын» – нефть кеүек, йөрәгегеҙҙән ташып сыҡҡан йәшлек энергияһын түкмәй-сәсмәй нефть эшкәртеү эшенә сарыф итһәгеҙ, ике тиҫтә йыл арауығында республикабыҙҙың иң оло дәүләт вазифаһында бар эштәргә баш булдығыҙ, Башҡортостан Президенты исемен бар Рәсәйгә яңғыраттығыҙ. Башҡортостандың ер майы – «ҡара алтыны» илгә ҡеүәт бирһә, Һеҙ, дәүләт эшмәкәре булараҡ, ил ҡеүәтен – Рәсәй федерализмын нығытыуға һәм үҫтереүгә тос өлөш индерҙегеҙ.

Ер йөҙөндә ҡиммәттәр күп, ә халҡыбыҙ Һеҙҙе алтындан да ҡиммәтерәк аҫыл һәм күркәм зат итеп ҡабул итте. Һеҙ башҡорт халҡының бай тарихын өйрәнеү, ҡабатланмаҫ мәҙәниәтен, гүзәл телен  һаҡлау һәм үҫтереү, ғөрәф-ғәҙәттәрен, йолаларын тергеҙеү, милли мәғарифын камиллаштырыу өсөн уңайлы шарттар булдырыуҙы өҫтөнлөклө бурыс итеп ҡуйҙығыҙ. Тап ошо йылдарҙа республика халҡының матди хәле лә күҙгә күренеп яҡшырҙы, йөҙәрләгән  яңы мәктәптәр, балалар баҡсалары, дауаханалар, мәҙәниәт йорттары ҡалҡып сыҡты, юлдар, күперҙәр һалынды, ауылдарға газ үткәрелде.

«Һигеҙҙәге - һикһәндә» тигәндәй, Һеҙ бөгөн дә ил хәстәре менән йәшәйһегеҙ, тыуған республикабыҙға, халҡыбыҙға бик кәрәкле һәм файҙалы шәхес булып ҡалаһығыҙ. Һеҙ етәкләгән һәм йүнәлеш биргән «Урал» шәфҡәтлелек Фонды республикабыҙҙың спорт һәм мәҙәниәт объекттарына, дауаханаларға, мәктәптәргә, дини ойошмаларға, ауыр хәлгә тарыған граждандарға финанс ярҙамы ойоштора, бик күптәрҙең ысын  күңелдән белдәргән рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ була.

Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы! Беҙ Һеҙҙең менән сикһеҙ ғорурланабыҙ, Һеҙгә һоҡланабыҙ, Башҡортостандың иң күркәм улдарының береһе итеп ҡабул итәбеҙ. Оло байрамығыҙ мөбәрәк булһын, киләсәктә лә имәндәй ныҡ ҡалығыҙ, һау-сәләмәт булып, рух-иманға таянып, тыуған Башҡортостаныбыҙ хаҡына оҙон-оҙаҡ йылдар бергәләшеп эшләргә яҙһын.

 

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты

 

 

 

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы