20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Март 2014    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930
31 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


» » » Выступление А.С.Акъюлова на выездном заседании в с.Темясово 20 марта 2014 г.
Выступление А.С.Акъюлова на выездном заседании в с.Темясово 20 марта 2014 г.

Башҡорт  автономиялы совет социалистик республикаһы төҙөлөүенең  тарихи әһәмиәте

      Теүәл биш йыл элек, БАССР-ҙың барлыҡҡа килеүенең 90 йыллыҡ юбилейын билдәләү айҡанлы «Башҡортостан автономияһын иғлан итеү сиктәрендә Рәсәй Федерализмы сығанаҡтары» исеме аҫтында Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы булып уҙғайны. Ундағы сығыш яһалған телмәрҙәрҙең, тезистарҙың эстәлеген тағы ла бер тапҡыр ҡарап сыҡҡандан һуң, ошо ваҡыт арауығында, айырыуса һуңғы айҙарҙа был йүнәлештә күп кенә үҙәрештәрҙең булып үткәне күҙгә ташлана. Тағы ла күпмелер биш йылдан һуң  республикабыҙға нигеҙ һалыныуға  100 йыл тулыуын иҫәпкә алһаҡ, уның тарихи әһәмиәте һәм килешеүҙең Рәсәй федерализмына нигеҙ һалыуҙағы өлөшө хаҡында иҫкә алыу бөгөн бөтә яҡтан да бик әһәмиәтле. Сөнки «федерализм», «милләттәрҙең үҙбилдәләнешкә хоҡуғы”кеүек терминдар күпмелер ваҡыт юғалыңҡырап торғандан һуң, билдәле сәйәси сәбәптәр арҡаһында киң ҡулланыла башланы.

         Матбуғат сараларында көнбайыш күршебеҙҙең унитар дәуләт шарттарында йәшәүе, бындай ҡоролоштоң рус һәм рус телле башҡа халыҡтарҙың мәнфәғәттәрен күҙ уңында тотмауы, урындағы етәкселәрҙең туранан-тура Киев тарафынан тәғәйенләнеүе һәм шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙә төбәктәрҙең етәкселәрен һайлауҙар аша ҡуйылыуға йүнәлеш алынғанлығы хаҡында хәбәрҙарбыҙ. Улар илебеҙ Президенты Владимир Путиндың,Федерация Советы Валентина Матвиенконың сығыштарында ла сағылыш тапты.Илебеҙ етәкселеге «милләттәрҙең үҙбилдәләнешкә хоҡуғы, федератив ҡоролош” кеүек төшөнсәләрҙе геополитик юҫыҡта әүҙем ҡулланғас,уларҙы дәүләтебҙең эске сәйәсәтендә лә үтәргә кәрәклекте аңлай. Шулайтып, федерализм бөгөн башҡорт, татар, чечен, ингуш һ.б. халыҡтарының ғына түгел, ә рус халҡының да (күрше илдәрҙә) милли үҙенсәлектәрен, телен, үҙҙәрен халыҡ булараҡ һаҡлаусы инструмент булып тора.

         Хөкүмәт тарафынан был йүнәлештә мөһим саралар ҙа ҡабул ителде кеүек. Ошо көндәрҙә төбәктәрҙе үҫтереү министрлығына эште әүҙемләштереү маҡсатында ике миллиардҡа яҡын һум аҡса бүленгәнлеге хаҡында билдәле булды. Минең уйымса, республика етәкселеге федераль үҙәктең илебеҙ халыҡтарының мәҙәниәтен, үҙбилдәләнешен үҫтерергә йүнәлтелгән был сараларҙы тулы кимәлдә файҙаланырға, федератив  ҡоролошто үҫтереүгә ниәт ителгән реформаларҙы әүҙем ҡабул итергә һәм уларҙы республикабыҙ өсөн талап итергә бурыслы. Ғөмүмән, тик федерализмды үҫтереү, халыҡтарға, айырым төбәктәргә үҙҙәренең тормошон, көнкүрешен яҡшыртыуҙа киң хоҡуҡтар биреү, уларҙы киләһе көндәргә ышаныслы итеү, үҙҙәренең эштәренә яуаплылыҡ биреү генә илебеҙҙең үҫешенә булышлыҡ итә ала. Федерализмды үҫтереү, минеңсә, граждандар йәмғиәтен үҫтереүҙең төп шарттарының береһе булып тора.             

    Тарихҡа күҙ һалһаҡ, Рәсәй федерализм юлына XX б. башында Советтар дәүләте барлыҡҡа килгәс баҫа. Әммә, илебеҙҙә быға тиклем дә бындай ҡоролоштоң айырым элементтары Рәсәй составына башҡа халыҡтарҙың, кенәзлектәрҙең, ханлыҡтарҙың һәм дәүләттәрҙең ингән осорҙарында сағылыш тапҡан. Мәҫәлән, башҡорт, ҡалмыҡ, удмурт халыҡтары, Украина, һ.б.милли ерҙәр Рәсәй дәүләте составына  килешеү нигеҙендә ингән. Ғөмүмән, халҡыбыҙ Рәсәй менән мөнәсәбәттәрҙе тигеҙ хоҡуҡлы килешеүҙәр нигеҙендә төҙөп килгән. Тарихсыларҙың фекеренсә, улар-өсәү. Беренсе килешеү XVI б. урталарында башҡорттар менән урыҫ батшаһы араһында төҙөлә һәм ул башҡорт халҡының үҙ теләге менән Рәсәй дәүләте соствына инеүе менән бәйле. Башҡорттарҙың Рәсәйгә килешеү юлы менән ҡушылыуы ҙур тарихи әһәмиәткә эйә була. Ул башҡорттар менән урыҫтар араһында яҡшы мөнәсәбәттәр урынлаштырыу өсөн ныҡлы нигеҙ булдыра.XVI-XIX б-ҙа Рәсәй составында башҡорт йәмғиәтенең һиҙелерлек социаль-иҡтисади үҫеше,башҡорт этносының тупланыуы күҙәтелә, уның Европа цивилизацияһы һәм мәҙәниәте менән аралашыуы башлана.

      Февраль һәмОктябрь революциялары шарттарында халҡыбыҙ милли азатлыҡ көрәшенә күтәрелә, бөтә көсөн үҙдәүләтселеген булдырыуға йүнәлтә. Уның иң әһәмиәтле һөҙөмтәһе- башҡорттар менән Рәсәй араһында икенсе килешеү- Үҙәк Совет власының Башҡорт хөкүмәте менән 1919 й- ң 20 мартында Совет Автономиялы Башҡортостаны тураһында килешеү төҙөлә. Халҡыбыҙ үҙ дәүләтселеген булдырыуға өлгәшә. Әйтелгән килешеү Башҡортостандың тәүге конституцияһы ла була. Уның буйынса республикабыҙ киң сәйәси һәм социаль-иҡтисади хоҡуҡтар ала.Башҡорт хөкүмәте менән Совет Рәсәйе араһындағы был килешеү ҙур тарихи әһәмиәткә эйә була. Уны XVI б. уртаһындағы килешеүҙең логик дауамы тип әйтергә була. Совет Рәсәйе составында республикасоциаль-иҡтисади, мәҙәни уңыштарға өлгәшә. Яңы сәнәғәт барлыҡҡа килә. Колхоз һәм совхоздар ауыл хужалығы үҫешенә, халыҡтың хәлен яҡшыртыуға булышлыҡ итә. Милли интеллегенция формалаша. Башҡорт теле, урыҫ теле менән бер рәттән, дәүләт теле тип иғлан ителә, ижтимағи-сәйәси тормош теле булып китә.  Шулайтып, бик ауыр сәйәси шарттарҙа халҡыбыҙ, ҡулына ҡорал алып, ҡанын ҡойоп, ҡатмарлы һөйләшеүҙәр алып барып, ҡорбандар биреп уҙ дәүләтселеген булдырыуға өлгәшкән. Милләтебеҙ зыялылары артабан халҡыбыҙҙы тик территориаль автономия шарттарында ғына һаҡлап ҡалыуҙы аңлаған. Шуның менән башҡорт милли хәрәкәте етәкселәре илебеҙҙә федераль ҡоролошто  урынлаштырыуҙа уҙҙәренең  тос өлөшөн индергән.Әлбиттә, үҙ дәүләтселегебеҙ барлыҡҡа килһә лә, халҡыбыҙ алдында һынауҙар бөтмәгән. Улар беҙгә һәр ваҡыт уяу булырға, телебеҙҙе, еребеҙҙе һаҡларға һәм үҫтерергә, дәүләтселегебеҙҙе юғалтмаҫҡа өндәй.

Халҡыбыҙ Евразия ҡитғаһында иң боронғо халыҡтарҙың береһе. Күренеүенсә, ул үҙен  халыҡ булараҡ, аҡыл менән һуғарылған сәйәсәт алып барып ҡына бөгөнгө көндәргәсә һаҡлап килгән.  

                      Азамат Аҡъюлов 

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы