20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Март 2014    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930
31 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


» » » Выступление Р.Т.Азнабаева на выездном заседании в с.Темясово 20 марта 2014 г.
Выступление Р.Т.Азнабаева на выездном заседании в с.Темясово 20 марта 2014 г.

Хөрмәтле ултырышта ҡатнашыусылар!

 

Уважаемые участники заседания!

 

         Башҡортостанда ерле автономияның барлыҡҡа килеүе 1917 йылдың 20-27 июлендә Ырымбурҙа үткән Беренсе  башҡорт ҡоролтайында кабул ителгән ҡарарҙарға барып тоташа. Унда автономия хәрәкәтенең тәүге программа документтары әҙерләнә.

        Илдә барған һуғышҡа, тартипһеҙлеккә, законһыҙлыҡҡа килтергән ваҡытлы хөкүмәттең һәм яңы большевиктар власының сәйәсәтенә ҡарата кире ҡарашын башҡорт үҙәге Шураһы 1917 йылдың 11 ноябрендә ҡабул ителгән 1-се фарманында белдерә. Унда Башҡорт халҡы власты үҙ ҡулына алыуы, халыҡтың үҙе хаҡында үҙе хәстәрлек күреүе, үҙ ғумерен, ҡанын, йәнен үҙ көсө менән һаҡлауы берҙән-бер ҡотолоу сараһы тейелә. Беҙ ерле автономия алыу өсөн көрәшәбеҙ. “Беҙ большевик та, меньшевик та түгел, беҙ тик башҡорттар. Ике миллионлы башҡорт халҡы ошондай әһәмиәтһеҙ сәйәси уйында уйынсыҡ була алмай” тип әйтелә.

        1917 йылдың 15 ноябрендә Башҡорт үҙәк Шураһы икенсе фарманын иғлан итә. Унда “Башҡорт өлкә советы Ырымбур, Өфө, Һамар, Пермь губернияларының башҡорт ерҙәрен Рәсәй Республикаһының автономиялы өлкәһе тип иғлан итә”.

        Өсөнсө башҡорт ҡоролтайы 1917 йылдың 8-20 декабрендә Ырымбур ҡалаһында үтә.

1)  Был Ҡоролтай Башҡортостан мөхтәриәтен законлаштыра.

2)  Башҡорт хөкүмәтен булдыра. Тәүге рәйесе Юныс Бикбов була.

3)  Кесе Башҡортостанда айырым территория тип иғлан итә.

1918 йылдың 21 ноябрендә Башҡорт хөкүмәте Совет власы менән һөйләшеүҙең һәм килешеүҙең төп шарттарын әҙерләй. Һөйләшеүҙәрҙең һөҙөмтәһе булып башҡорт хөкүмәтенең 1919 йылдың 18 февралендә Совет власы яғына күсеүе һәм Кесе Башҡортостан территорияһының РСФСР ҡарамағында “Башҡорт Совет Республикаһы” иғлан ителеүе тора.

        Шулай итеп, башҡорртар 1917 йылдың яҙында дөйөм мосолман хәрәкәтенән айырылып үҙаллы башҡорт милли хәрәкәтен булдыра. 1919 йылдың 20 мартында Үҙәк Совет власы һәм башҡорт хөкүмәте араһында Башҡортостан Совет автономияһы тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйыу - Башҡорт хөкүмәте һәм Мәскәү араһында уртаҡ тел табыуға нигеҙ булды.

        Шул осорҙа Башҡортостан менән Үҙәк араһындағы мөнәсәбәттәрҙең традицион килешеү нигеҙендә ҡоролоуы раҫлана. Был Килешеү яңы тарих осоронда Федератив Рәсәй хөкүмәте төҙөлөүенең тәүге хоҡуҡи акты булып тора.

        Ысынлап та, шул ваҡытта уҡ Федерация сиктәрендә үҙаллы дәүләт – етәксе органдары, ҡаҙнаһы һәм ҡораллы көстәре булған Башҡортостан мөхтәриәте барлыҡҡа килә.

        Хөрмәтле иптәштәр, ултырышта ҡатнашыусылар!

        Беҙҙең бөгөнө ултырыш автономиялы республикаларҙың барлыҡҡа килеүен хәтергә алыу ғына түгел, ә беҙҙең автономияның бөгөнө һәм киләсәк проблемаларын барлау майҙаны ла булһын ине.

        Ошондай шарттар беҙгә был тарихи ваҡиғаны өйрәнеү һәм уның яңы сиктәрен асырға ярҙам итер тип ышанам.

 

Иғтирабығыҙ өсөн рәхмәт.

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы