Аҡман-тоҡмандың иң көсәйгән көндәренең береһендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты Баймаҡ районының Темәс ауылында үҙенең киңәйтелгән ултырышын уҙғарҙы. Башҡорт хөкүмәтенең Үҙәк Совет власы менән Башҡорт совет автономияһы тураһындағы Килешеүгә 95 йыл тулыуға арналды ул. Берсә ҡотороп шашынған, берсә туҡтап торған буран аша юлды ваҡыты-ваҡыты менән юғалта яҙып автомобилдә килгән саҡта, беҙҙең ата-бабаларҙың бер быуат элек ошо ауылға табан асыҡ ат санаһында барыуҙары күҙ алдына баҫты. Ә, бәлки, тәбиғәт стихияһы уларҙың күңел ярһыуын, үҙаллылыҡ өсөн көрәш сәмен көсәйтә генә төшкәндер? Хәҙер ҡалғанмы башҡортта был сәм, милли булмышты үҫтереүгә ынтылыш?
Ғалимдарҙың тарихи темаларға сығышы, секциялар эше менән бергә был ултырыш ғәмәлдә конференция төҫөн алды. Баймаҡтар баймаҡтар инде: эште ойоштора беләләр, хакимиәт башлығы Илшат Хәмит улы Ситдиҡовтың һәм ярҙамсыларының тырышлығы менән был сара иҫтә ҡалырлыҡ, унда ҡатнашыусыларҙы рухландырырлыҡ итеп үткәрелде. Сығыштар ҙа, элекке заманда булғанса, уңыштарҙы һанап сығыуға һәм отчет тотоуға ҡоролманы, ә халыҡтың бөгөнгө һәм киләсәк яҙмышы өсөн борсолоу менән һуғарылғайны, секциялар эше барышында тәҡдимдәр ҙә байтаҡ булды. Түбәндә шул сығыштарҙан өҙөктәр тәҡдим итәбеҙ.