20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Апрель 2014    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
282930 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


Һүҙҙән эшкә күсер ваҡыт та бит...

Аҡман-тоҡмандың иң көсәйгән көндәренең береһендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты Баймаҡ районының Темәс ауылында үҙенең киңәйтелгән ултырышын уҙғарҙы. Башҡорт хөкүмәтенең Үҙәк Совет власы менән Башҡорт совет автономияһы тураһындағы Килешеүгә 95 йыл тулыуға арналды ул. Берсә ҡотороп шашынған, берсә туҡтап торған буран аша юлды ваҡыты-ваҡыты менән юғалта яҙып автомобилдә килгән саҡта, беҙҙең ата-бабаларҙың бер быуат элек ошо ауылға табан асыҡ ат санаһында барыуҙары күҙ алдына баҫты. Ә, бәлки, тәбиғәт стихияһы уларҙың күңел ярһыуын, үҙаллылыҡ өсөн көрәш сәмен көсәйтә генә төшкәндер? Хәҙер ҡалғанмы башҡортта был сәм, милли булмышты үҫтереүгә ынтылыш?


Ғалимдарҙың тарихи темаларға сығышы, секциялар эше менән бергә был ултырыш ғәмәлдә конференция төҫөн алды. Баймаҡтар баймаҡтар инде: эште ойоштора беләләр, хакимиәт башлығы Илшат Хәмит улы Ситдиҡовтың һәм ярҙамсыларының тырышлығы менән был сара иҫтә ҡалырлыҡ, унда ҡатнашыусыларҙы рухландырырлыҡ итеп үткәрелде. Сығыштар ҙа, элекке заманда булғанса, уңыштарҙы һанап сығыуға һәм отчет тотоуға ҡоролманы, ә халыҡтың бөгөнгө һәм киләсәк яҙмышы өсөн борсолоу менән һуғарылғайны, секциялар эше барышында тәҡдимдәр ҙә байтаҡ булды. Түбәндә шул сығыштарҙан өҙөктәр тәҡдим итәбеҙ. 
Румил АҘНАБАЕВ, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың комитет рәйесе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе: 
— 1917 йылдың 20 – 27 июлендә Ырымбурҙа үткән Беренсе башҡорт ҡоролтайында Башҡортостанда ерле автономияның барлыҡҡа килеүе тураһында ҡарар ҡабул итеү – халыҡтың үҙе хаҡында үҙе хәстәрлек күреүе, берҙән-бер ҡотолоу сараһы ул. Илдә был осорҙа һуғыш, тартипһеҙлек, законһыҙлыҡ хөкөм һөргән. Шуға күрә лә башҡорт халҡы власты үҙ ҡулына алған. “Беҙ большевик та, меньшевик та түгел, беҙ — тик башҡорттар. Ике миллионлы башҡорт халҡы ошондай әһәмиәтһеҙ сәйәси уйында уйынсыҡ була алмай”, тип әйтелә Ҡоролтай ҡарарында. 
1917 йылдың 15 ноябрендә Башҡорт үҙәк Шураһы икенсе фарманын сығара. Унда “Башҡорт өлкә советы Ырымбур, Өфө, Һамар, Пермь губерналарының башҡорт ерҙәрен Рәсәй Республикаһының автономиялы өлкәһе тип иғлан итә”. 
Өсөнсө башҡорт ҡоролтайы 1917 йылдың 8 – 20 декабрендә Ырымбур ҡалаһында уҙа. 
1. Был Ҡоролтай Башҡортостан мөхтәриәтен законлаштыра. 
2. Башҡорт хөкүмәтен булдыра. Тәүге рәйесе Юныс Бикбов була. 
3. Кесе Башҡортостанды айырым территория тип иғлан итә. 
1918 йылдың 21 ноябрендә Башҡорт хөкүмәте Совет власы менән һөйләшеүҙең һәм килешеүҙең төп шарттарын әҙерләй. Һөйләшеүҙәрҙең һөҙөмтәһе булып Башҡорт хөкүмәтенең 1919 йылдың 18 февралендә Совет власы яғына күсеүе һәм Кесе Башҡортостан территорияһының РСФСР ҡарамағында “Башҡорт Совет Республикаһы” иғлан ителеүе тора. 
Шулай итеп, башҡорттар, 1917 йылдың яҙында дөйөм мосолман хәрәкәтенән айырылып, үҙаллы башҡорт милли хәрәкәтен булдыра. 1919 йылдың 20 мартында Үҙәк Совет власы һәм Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡортостан Совет автономияһы тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйыу Мәскәү менән уртаҡ тел табыуға нигеҙ була. 
Шул осорҙа Башҡортостан менән Үҙәк араһындағы мөнәсәбәттәрҙең традицион килешеү нигеҙендә ҡоролоуы раҫлана. Был Килешеү яңы тарих осоронда Федератив Рәсәй хөкүмәте төҙөлөүенең тәүге хоҡуҡи акты булып тора. Ысынлап та, шул ваҡытта уҡ федерация сиктәрендә үҙаллы дәүләт – етәксе органдары, ҡаҙнаһы һәм ҡораллы көстәре булған Башҡортостан мөхтәриәте барлыҡҡа килә. 
Беҙҙең бөгөнгө ултырыш — автономиялы республикаларҙың барлыҡҡа килеүен хәтергә алыу ғына түгел, ә беҙҙең автономияның бөгөнгөһөн һәм киләсәк проблемаларын барлау майҙаны ла.

Илшат СИТДИҠОВ, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы: 
— Әхмәтзәки Вәлиди, Муллаян Халиҡов, Шәйехзада Бабич һәм башҡа күренекле шәхестәребеҙ — халыҡты үҙ артынан эйәртерҙәй кешеләр. Быға уларҙың уҡымышлы һәм алдынғы ҡарашлы зыялы булыуы ғына түгел, ә үҙ-үҙҙәрен тотоуы, уртаҡ тел таба белеүе, биргән вәғәҙәһенә тоғролоғо һәм башҡа ыңғай сифаттары ла ярҙам иткәндер тип уйлайым. Минең атайым ошо тарихи ваҡиғалар барған осорҙа 13-14 йәшлек малай булған. Бесән сапҡанда ял итергә ултырабыҙмы, бүтән урындамы, Зәки Вәлидиҙе йыш хәтерләй торғайны: уның телмәре бик үткер һәм үҙенә ҡаратырлыҡ булған икән, кейенеп йөрөүе, хатта атының йүгәненә тиклем мәҙәниле икәнен күрһәтеп торған. Бына бит ниндәй шәхестәребеҙ булған, хәҙерге йәштәргә заман ауырлыҡтарына һылтанып ултырмаҫҡа, ә уларҙан өлгө алырға кәрәк. 
Буранбай КҮСӘБАЕВ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары: 
— Халыҡҡа хәҙерге заман шарттары талап иткән сифаттар етешмәй. Яңыраҡ бер егет ҡатынына пособие юллап булмауына зарланды. Ул пособиеға ҡатынының хоҡуғы бар, ләкин түрәләр ниндәйҙер сәбәп менән рөхсәт бирмәгән. “Ҡайҙа мөрәжәғәт иттең һуң?” — тип һорайым. “Райсобесҡа”, — ти ул. “Нимә тип әйттеләр?” “Юҡ, тинеләр”. “Шунан һин нимә эшләнең?” “Юҡ, тигәс ни, сығып китергә тура килде”. Уға өйрәтәм: “Һин яҙма ғариза бир, тейешенсә теркәт, күсермәһен үҙеңә алып ҡал. Һиңә нисә көндән һуң яуап бирергә тейештәр, беләһеңме?” “Юҡсы”. “Утыҙ көн эсендә. Әгәр ҙә яуап юҡ икән йәки яуап бирергә йәнә баш тарталар икән – ҡыйыу рәүештә прокуратураға бара һәм судҡа бирә алаһың”, — тим. Дүртенсе курс студентына шулай ауыҙына сәйнәп ҡаптырырға тура килде! Атаһының кем булыуын һорашам. Фермер! Тимәк, эшҡыуар булһа ла, уныһының да үҙен яҡлау кимәле самалы, юғиһә улы аптырап йөрөмәҫ ине. 
Беҙҙә урындағы үҙидара тураһындағы 131-се Федераль законды һаман белмәйҙәр, әллә белергә теләмәйҙәр. Район хакимиәте нимә эшләргә тейеш, ауыл хакимиәтенең бурыстары нимәлә – унда барыһы ла яҙылған. Шулай ҙа ауыл кешеләре өсөн иң мөһиме – был Закондың 27-се статьяһы. Ул территориаль йәмәғәтселек үҙидараһы ойошторорға рөхсәт бирә. Ошо совет ауыл биләмәһен үҙ милке итеп хосусилаштыра ала. Тимәк, артабан был ерҙе файҙаланыусы ойошмаларға йәки эшҡыуарҙарға ауыл халҡына һалым түләргә тура киләсәк. Әгәр ҙә, киреһенсә, улары өлгөрөп ҡала икән – ауыл кешеләре уларҙың хосуси участкалары аша йөрөргә һәм шул эшҡыуарҙарға түләргә мәжбүр буласаҡ. Юҡ шул, һаман да йоҡлайбыҙ, ауыл старосталары бар ҙа бит... 

Рауил ЙӘНСУРИН, Темәс ауылы хакимиәте башлығы: 
— Мин Темәс ауылының башҡорттар өсөн айырым статусҡа эйә булыуын иҫегеҙгә төшөрөргә теләр инем. Темәсте онотмағыҙ! Затлы автомобилдәргә ултырып, балаларын беҙҙең тәүге Башҡорт хөкүмәте музейына алып килгән, халыҡ тарихының иң сағыу биттәрен кескәйҙәр күңеленә һеңдерергә тырышҡан зыялыларҙы мин Темәстә йыш осратам. Улар, ғәҙәттә, алыҫтан килә. Балалары урыҫ телендә һөйләшһә лә! Ә бына Баймаҡ районының хатта беҙгә күрше ятҡан ауылдары халҡы музейға аяҡ та баҫмай! Ниңә мәктәп уҡыусыларын алып килмәйһегеҙ? Үҙ халҡы тарихына битараф быуын бына шулай барлыҡҡа килә лә инде. Бала саҡта күргән нәмә ғүмергә лә онотолмай ул, йөрәк түрендә һаҡлана. 
Фәнзил САНЪЯРОВ, Башҡорт дәүләт университеты доценты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының мәғариф буйынса комиссияһы рәйесе: 
— Бөтә нәмәнең нигеҙендә иҡтисад ята. Ләкин башҡорт иҡтисады башҡорттоҡо түгел – төп бәлә лә шунда. Социологик һорау алыу күрһәтеүенсә, башҡорттарҙың 54 проценты ғына үҙ йәшәү кимәле менән ҡәнәғәт. Сағыштырыу өсөн: татарҙар араһында был күрһәткес 75 процент тәшкил итә. Тимәк, башҡорт халҡының яртыһына бер нәмә лә кәрәкмәй! Улар бушты бушҡа ауҙарыу, нисек булһа ла көн үткәреү менән мәшғүл. Суицид буйынса беренсе урында тороуыбыҙ инде бөтөнләй фажиғә, был һәләкәтле күренеш тә халыҡтың ана шул ялҡау өлөшөнә тура килә. Баҙар иҡтисадына яраҡлашыу, уны үҫештең нигеҙе итеп алыу өсөн иң тәүҙә берләшергә, ойоша белергә кәрәк. Ләкин ике башҡорт осрашһа ла уртаҡ тел таба алмай ыҙалана. Бәхәс ҡора белмәйбеҙ, өҫтәл һуғабыҙ ҙа таралышабыҙ. Ҡоролтай булһа, нигеҙҙә ыҙғыш-талаштан тора. Властың тиҫтәләрсә йыл буйы йоҙроҡ һуғып эшләтеүенең һөҙөмтәһе был. Халыҡ менән берәү ҙә һөйләшмәне, һөйләшергә өйрәтмәне лә. Ошо залда йәмәғәтселекте борсоған проблемаларҙы күтәрәбеҙ, Башҡортостан Хөкүмәтенең ике-өс министрын булһа ла күрергә теләр инем, ләкин улар бындай урынға килергә теләмәй. 
Үҙәк телевидениела Владимир Соловьевтың “Барьерға!” тигән тапшырыуы менән барығыҙ ҙа таныштыр. Беҙҙең телевидение ла башҡорт сәйәсмәндәре өсөн шундай тапшырыу ойошторһа ине. Был беҙҙең үҫешкә ярҙам ғына итәсәк. 
Һаман да иҡтисади нигеҙҙәрҙе өйрәнергә һәм үҙләштерергә ынтылыш юҡ. Халыҡ ижады, йыр һәм бейеү менән артыҡ мауыҡмайбыҙмы икән? Бер хөрмәтле йәмәғәт эшмәкәре матбуғат аша: “Урал батыр” эпосы һәр уҡыусы баланың өҫтәлендә ятырға тейеш!” тип белдерҙе. Минеңсә, эпос баланың йөрәгендә ятырға, ә өҫтәлендә иҡтисадҡа ҡағылышлы китаптар булырға тейеш. 

Азамат АҠЪЮЛОВ, тарих фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университеты доценты: 
— Иң борсоғаны – халыҡтың милли рухы юғала барыуы. Был уның үҙ үҫешенә битараф булыуынан киләлер. Бында беҙҙең телебеҙ, динебеҙ ярҙамға килергә тейеш. Әле башҡорттар баҙар иҡтисадына күсеү осорон кисерә. Бындай осорҙо башҡалар ҙа үткән. Миҫалға Европа халҡының “ҡырағай капитализм” дәүерен алырға була. Беҙҙең милләт өсөн дә тәүге һынау түгел был. XIX быуат аҙағында ярым хәрби сословиенан крәҫтиәндәр синыфына күскәндә лә, социализм төҙөй башлау йылдарында ла ошондай ҡатмарлы юл үтергә тура килә башҡорттарға. Халыҡтың белем алырға, хеҙмәт баҙарында талап ителгән һөнәрҙәргә эйә булырға ынтылмаған, ялҡауыраҡ өлөшөндә асыу, ризаһыҙлыҡ көслө. Ошо хәл иһә ҡалғандарға ла үҫешергә ҡамасаулай. Заман ауырлығына һылтанмаҫҡа, ныҡышмалы рәүештә үҙеңде камиллаштырыу өҫтөндә эшләргә – беҙҙең халыҡ булараҡ һаҡланып ҡалыу юлы шул ғына.

Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН

Район: Баймаҡ районы.

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы