20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Апрель 2014    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
282930 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


» » » Ике төбәктең үҙ-ара бәйләнеше артабан да үҫтереләсәк
Ике төбәктең үҙ-ара бәйләнеше артабан да үҫтереләсәк

Ҡурған өлкә башҡорттарының V ҡоролтайында тап ошо  тема көн ҡаҙағында булды 

         3 апрель көнө тәбиғәт иртәнсәктән алып бар Сафакүл халҡына байрам кәйефе бүләк итте. Салт аяҙ көн күңелдәргә яҙ һулышы өҫтәне, апрель ҡояшы башҡорт халҡының байрамы – ҡоролтайға килеүселәрҙе сәләмләне.

         Беҙҙәгенән айырмалы рәүештә, Ҡурған өлкәһендә мәҙәниәт йортттары күңел асыу үҙәге тип йөрөтөлә. Уның ишеген асып ингәс, бында төбәктең иң рухлы, дәртле кешеләре йыйылған тигән фекергә килдек. Фойела күңелле башҡортса музыкаһы яңғырай, сигелгән таҫтамалдар, күлдәктәр һәм башҡа кейем өлгөләренән, ҡул эштәренән күргәҙмә, милли аш-һыу өлгөләре барыһын да үҙенә саҡырып торҙо. Ә бына Рәсәй империяһының, яңы барлыҡҡа килгән РСФСР-ҙың көмөш аҡсалары тағылған ысын ҡашмау, һаҡал, түшелдеректәр тураһында айырым әйтергә кәрәк. Аҙналы ауылының этнография музейының көнкүреш әйберҙәре экспозицияһындағы боронғо саҡматашлы һунар мылтығын барыһы ла тотоп ҡарағандыр ул. 

         Ҡурған өлкә башҡорттарының V ҡоролтайы эшендә Сафакүл, Әлмән, Шумихин, Шадрин, Щучан районы райондарынан 180-дән ашыу делегат ҡатнашты. Рәсми ҡунаҡтарҙан бында Ҡурған өлкәһе губернаторы вазифаһын башҡарыусы Алексей Кокорин, Сафакүл районының элекке башлығы, хәҙер Төҙөлөш, дәүләт экспертизаһы һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы департаменты директоры Нияз Йосопов, Урал аръяғы халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Дмитрий Уфимцев килгән ине. Беҙҙең делегация составынан БР Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Буранбай Күсәбаев, мәғариф министры урынбаҫары Венера Вәлиева, БР Милли музейы директоры Ғәли Вәлиуллин, Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиле Амур Хәбибуллин  сығыш яһаны һәм ҡоролтайҙа ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.            

         Ултырышты Ҡурған өлкәһе башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Кәримов Ҡурған өлкәһе башҡорттары ҡоролтайының эше буйынса отчет доклады менән сығыш яһаны. Сарала ҡатнашыусылар башҡорт мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу һәм артабан үҫтереү буйынса туған телде өйрәнеү, ата-бабаларҙан ҡалған аманатты һаҡлап ҡалыу, төбәк-ара иҡтисади һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыу тураһында фекер алышты. Шулай уҡ Ревизион һәм Мандат комиссиялары рәйестәре сығыш яһанылар.

         Ҡоролтайсылар көнүҙәк мәсьәләгә – Башҡортостан Республикаһы һәм Ҡурған өлкәһе араһындағы әлеге мәлдәге килешеү нигеҙендәге хеҙмәттәшлектең кәмеүенә туҡталды. Артабан ике хөкүмәт делегацияһы субъекттар араһында бар өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙе оҙонайтыу тураһында һөйләште. Төбәктәрҙе бәйләп тороусы был мөһим документҡа һуңғы тапҡыр 2006 йылда ҡул ҡуйылған ине. Шул мәлдән ике яҡта ла етәкселәр үҙгәрҙе, башҡа ваҡиғалар ҙа булды. Яңы килешеү мәҙәни, социаль өлкәләрҙән тыш, иҡтисад бәйләнештәренә лә баҫым яһаясаҡ. Алексей Кокориндың әйтеүенсә, ҡоролтай мәлендә Ҡурған өлкәһе Хакимиәтенә һәм Башҡортостан делегацияһына әйтелгән тәҡдимдәр артабан эш тәртибендә ҡараласаҡ.

         Өлкә губернаторы вазифаһын башҡарыусы Алексей Кокорин бындай сараларҙың үтеүе бик мөһим, улар социаль-экономик һорауҙарҙы хәл итеүҙә һәм милләт-ара ыҙғышты булдырмауҙа ҙур роль уйнай тине.

- Бының һымаҡ осрашыуҙар беҙҙең төбәккә генә түгел, ә дөйөм илебеҙ күләмендә лә әһәмиәтле. Украинала булған һәм һаман да барған ваҡиғалар фонында беҙгә быны булдырмаҫҡа, балаларҙа милләт-ара татыу булыуҙы тәрбиәләргә, тыныс, татыу тормош яҡлы йәшәргә тейешбеҙ, - тине Алексей Геннадьевич. - Сафакүл ерендә бишенсе мәртәбә ҡоролтай үтеүе бик һөйөнөслө ваҡиға һәм был кешеләрҙең битараф булмауына күрһәтә. Был саранан һуң дуҫлыҡ, тыныслыҡ һәм үҙ-ара аңлашыу яҡшырасағына ышанам.

         Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиле Амур Хәбибуллин белдереүенсә, хәҙерге беҙҙең йәмғиәттең яңырыуы һәм киләсәге тап башҡорт халҡының мәҙәниәтен, рухын, тарихын ҡайтарыуҙан ғибарәт. Әлеге мәлдә Ҡурған өлкәһендә 12 меңдән ашыу башҡорт халҡы өсөн бик 11 мәктәптә генә башҡорт телен уҡытыу бара. Теле барҙың иле бар тигәндәй, бындай күңелһеҙ хәл башҡорт теле уҡытыусыларының етешмәүе менән аңлатыла.
         Әйткәндәй, башҡорт теле уҡытыусыһы, филологияһы һөнәре буйынса юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар эш эҙләгән саҡта күрше Ҡурған өлкәһенә иғтибар итһен ине.      

         Тел проблемаһынан тыш, ҡоролтайҙа юлдарҙы ремонтлау, халыҡты эш менән тәьмин итеү һымаҡ мөһим һорауҙар ҙа ҡаралды. 

         Аҙаҡтан ултырыш барышында индерелгән өҫтәмәләр менән резолюция ҡабул ителде һәм башҡарма комитеттың яңы составы һайланды. Уға өлкә башҡорттары йәшәгән райондарҙан 18 кеше инде. Яңы башҡарма комитет Ҡурған өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе итеп Сафакүл районы хакимиәтенең бүлек начальнигы Ильяс Бәҙретдинов һайланды. Унан һуң V Ҡоролтай делегаттары тарафынан Ҡурған өлкәһендә йәшәүсе башҡорттарға һәм башҡа халыҡтарға мөрәжәғәт ҡабул ителде.      

         Башҡорт телен һәм мәҙәниәтен һаҡлауға, үҫтереүгә ҙур көс индергәндәре өсөн Ҡурған өлкәһе башҡорттары Ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзалары Зимфира Стукова, Камила Хәмзина һәм Әлмән районы башҡорттары Ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Марс Солтанов, Ҡурған өлкәһе губернаторы урынбаҫары Нияз Йосопов Башҡортостан Республикаһының Почетлы грамотаһы менән наградланды. 

         Ултырыш тамамланғас, барыһының да иғтибарына Учалы филармонияһы сығышы тәҡдим ителде. “Уралтау” бейеү ансамбле, йырсыларҙың ижады барыһына ла оҡшаны. Ҡунаҡтар, делегаттар араһында “Башҡортостан”, “Йәшлек” гәзиттәре, календарҙары ла таратылды.

         Был көндө рәсми ҡунаҡтар Сафакүл ауылында төҙөлөп бөтөп килгән мәҙрәсә бинаһы менән дә танышты. Был уҡыу йорто Урал федераль округында уникаль, сөнки уның тәрбиәләнеүселәренә дини ҡанундар менән бер рәттән донъяуи белем дә биреләсәк. Тиҙҙән мәҙрәсә тәүге шәкерттәрҙе ҡабул итәсәк, әле мөғәллимдәр туплау, белем биреүгә лицензия юллау процедураһы алып барыла.

         “...Хәсрәт түгел, хәстәр йыйҙы беҙҙе:
Туғанлыҡты кәрәк яңыртыуҙар,
Һүрелмәһен өмөт, һүнмәһен дәрт,
Һүнеп ҡалғанда ла янар тауҙар”

         Мәшһүр шағирыбыҙ Мостай Кәримдең Беренсе бөтә донъя ҡоролтайына бағышланған хатындағы ошо үлемһеҙ шиғырында әйтелгәнсә, араларҙы меңдәрсә саҡрымдар бүлеп торһа ла беҙ ҡан ҡәрҙәштәребеҙҙе онотмаҫҡа бергә йәшәргә тейешбеҙ. Ҡурған башҡорттары менән осрашыуҙа беҙ ошо хәҡиҡәттең хаҡлығына инандыҡ.

“Йәшлек” гәзитенең корреспонденты

Айбулат Ишназаров.

 

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы