Ике төбәктең үҙ-ара бәйләнештәрен артабан да үҫтереү мәсьәләһе Ҡурған өлкәһе башҡорттарының V ҡоролтайында көн үҙәгендә булды
Өҙөлөп киткән муйынсаҡтың мәрйендәре һымаҡ, башҡорт халҡы күп ергә барып төпләнгән. Аҫаба ерҙәре Башҡортостан менән генә сикләнмәй, күрше өлкәләрҙе лә биләгән беҙҙең халыҡты юҡҡа сығарыу, тарҡатыу буйынса заманында батшалар, ил етәкселәре нимәләр генә эшләмәгән. Ихтилалдар барышы, реформалар, Советтар Союзы барлыҡҡа килгәс, бүленеп ҡалыу һөҙөмтәһендә төп еренән айырылып, икенсе өлкәгә барып ҡушылһа ла, башҡорттар үҙ асылын юғалтмаған, урындағы халыҡ араһында юҡҡа сыҡмаған.
3 апрелдә Ҡурған өлкәһе башҡорттары Сафакүл ауылында V ҡоролтайға йыйыла тигән хәбәрҙе ҡанатланып ҡабул иттек. Урал аръяғында көн иткән милләттәштәребеҙҙең нисек йәшәүен күреп ҡайтыу форсаты сыҡты.
Тәбиғәт иртәнсәктән алып бар Сафакүл халҡына байрам кәйефе бүләк итте. Салт аяҙ көн күңелдәргә яҙ һулышы өҫтәне, апрель ҡояшы башҡорт халҡының байрамы – ҡоролтайға килеүселәрҙе сәләмләне.