20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Апрель 2014    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
282930 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


Хәсрәт түгел, хәстәр йыйҙы беҙҙе

 

Х1241;ср1241;т т1199;гел, х1241;ст1241;р йый1177;ы бе1177;1177;еИке төбәктең үҙ-ара бәйләнештәрен артабан да үҫтереү мәсьәләһе Ҡурған өлкәһе башҡорттарының V ҡоролтайында көн үҙәгендә булды
Өҙөлөп киткән муйынсаҡтың мәр­йен­дәре һымаҡ, башҡорт халҡы күп ергә барып төпләнгән. Аҫаба ерҙәре Башҡортос­тан менән генә сикләнмәй, күрше өлкәләрҙе лә биләгән беҙҙең халыҡты юҡҡа сығарыу, тарҡатыу буйынса заманында батшалар, ил етәкселәре нимә­ләр генә эшләмәгән. Ихтилалдар барышы, реформалар, Советтар Союзы барлыҡҡа килгәс, бүленеп ҡалыу һөҙөмтәһендә төп еренән айырылып, икенсе өлкәгә барып ҡушылһа ла, башҡорттар үҙ асылын юғалтмаған, урындағы халыҡ араһында юҡҡа сыҡмаған. 
3 апрелдә Ҡурған өлкәһе баш­ҡорттары Сафакүл ауылында V ҡоролтайға йыйыла тигән хәбәрҙе ҡанатланып ҡабул иттек. Урал аръяғында көн иткән милләттәштәребеҙҙең нисек йәшәүен күреп ҡайтыу форсаты сыҡты. 

Тәбиғәт иртәнсәктән алып бар Сафакүл халҡына байрам кәйефе бүләк итте. Салт аяҙ көн күңелдәргә яҙ һулышы өҫтәне, апрель ҡояшы башҡорт халҡының байрамы – ҡоролтайға килеүселәрҙе сәләмләне.
Беҙҙәгенән айырмалы рәүештә, Ҡурған өлкәһендә мәҙәниәт йорттары күңел асыу үҙәге тип йөрөтөлә. Уның ишеген асып ингәс, бында төбәктең иң рухлы, дәртле кешеләре йыйылған, тигән фекергә килдек. Фойела күңелле башҡорт музыкаһы яңғырай, сигелгән таҫтамалдар, күлдәктәр һәм башҡа кейем өлгөләренән, ҡул эштәренән күргәҙмә, милли аш-һыу өлгөләре барыһын да үҙенә саҡырып торҙо. Ә бына Рәсәй империяһының, яңы барлыҡҡа килгән РСФСР-ҙың көмөш тәңкәләре тағыл­ған ҡашмау, һаҡал, түшелдеректәр тура­һында айырым әйтергә кәрәк. Аҙналы ауылының этнография музейы хеҙмәткәрҙәре килтергән көнкүреш әйберҙәре экспозицияһындағы боронғо саҡматашлы һунар мылтығын барыһы ла тотоп ҡарағандыр ул. 
Ҡурған өлкәһе башҡорттарының V ҡоролтайында Сафакүл, Әлмән, Шуми­ха, Шадринск, Щучье райондарынан 180-дән ашыу делегат ҡатнашты. Рәсми ҡунаҡтарҙан Ҡурған өлкәһе губернаторы вазифаһын башҡарыусы Алексей Кокорин, Сафакүл районының элекке башлығы, хәҙер Төҙөлөш, дәүләт экспертизаһы һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ департаменты директоры Нияз Йосопов, Урал аръяғы халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Дмитрий Уфимцев килгәйне. Беҙҙең делегация составына БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Буранбай Күсәбаев, мәғариф министры урынбаҫары Венера Вәлиева, БР Милли музейы директоры Ғәли Вәлиуллин, Башҡортостан Республикаһының Силә­бе өлкәһендәге вәкиле Амур Хәбибуллин инде. 
Ултырышты Сафакүл районы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыу­сы Рәшит Хәйернасов һәм Ҡурған өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы баш­ҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Кәримов алып барҙы. Сарала ҡатнашыусылар башҡортлоҡто һаҡлап ҡалыу һәм артабан үҫтереү маҡсатында туған телде өйрәнеү, ата-бабаларҙан ҡалған аманатты һаҡлау, төбәк-ара иҡтисади һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыу тура­һында фекер алышты. Башҡортостан делегацияһы йыйылыусылар алдында сығыш яһаны, һорауҙарға яуап бирҙе.
Ҡоролтайҙа ҡатнашыусылар көнүҙәк мәсьәләгә – Башҡортостан Республика­һы һәм Ҡурған өлкәһе араһындағы күптәнге килешеү нигеҙендәге хеҙмәттәшлектең әлеге мәлдә һүлпәнәйеүенә туҡталды. Артабан ике хөкүмәт делегацияһы субъекттар араһында бар өлкәләр­ҙә лә хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙе оҙонайтыу тураһында һөйләште. Төбәктәрҙе бәйләп тороусы мөһим документҡа һуңғы тапҡыр 2006 йылда ҡул ҡуйылған. Шул мәлдән ике төбәктә лә етәкселәр үҙгәрҙе, башҡа ваҡиғалар ҙа булды. Яңы килешеүҙә, мәҙәни, социаль өлкәләрҙән тыш, иҡтисади бәйләнештәргә лә баҫым яһаласаҡ. Алексей Кокорин әйтеүенсә, ҡоролтайҙа Ҡурған өлкәһе хакимиәтенә һәм Башҡортостан делегацияһына әйтелгән тәҡдимдәр артабан эш тәртибендә ҡараласаҡ. 
Өлкә губернаторы вазифаһын башҡарыусы Алексей Кокорин, бындай сараларҙың үтеүе бик мөһим, улар социаль-иҡтисади мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә һәм милләт-ара ыҙғышты булдырмауҙа ҙур роль уйнай, тине. 
– Бының һымаҡ осрашыуҙар беҙҙең төбәккә генә түгел, ә дөйөм илебеҙ күләмендә лә әһәмиәтле. Украиналағы ваҡиғалар фонында беҙгә быны булдырмаҫҡа, балаларҙа толерантлыҡ тәрбиәләргә, тыныс, татыу тормошто яҡлап йәшәргә тейешбеҙ, – тине Алексей Геннадьевич. – Сафакүл ерендә бишенсе мәртәбә ҡоролтай үтеүе бик һөйөнөслө ваҡиға һәм ул кешеләрҙең битараф булмауын күрһәтә. Был саранан һуң дуҫлыҡ, тыныслыҡ һәм үҙ-ара аңлашыу яҡшырасағына ышанам.
Башҡортостандың Силәбе өлкә­һендәге вәкиле Амур Хәбибуллин белдереүенсә, беҙҙең йәмғиәттең яңырыуы һәм киләсәге тап башҡорт халҡының мәҙәниәтен, рухын, тарихын ҡайтарыу­ҙан ғибәрәт. Әлеге мәлдә Ҡурған өлкәһендә 12 меңдән ашыу башҡорт өсөн тик 11 мәктәптә генә башҡорт теле уҡытыла. Теле барҙың – иле бар, тигәндәй, бындай күңелһеҙ хәл башҡорт теле уҡытыусыларының етмәүе менән аңлатыла. 
Әйткәндәй, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һөнәре буйынса юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар эш эҙләгән саҡта күрше Ҡурған өлкәһенә лә иғтибар итһен ине. 
Тел проблемаһынан тыш, ҡоролтайҙа юлдарҙы ремонтлау, халыҡты эш менән тәьмин итеү һымаҡ мөһим мәсьәләләр ҙә ҡаралды. 
Аҙаҡтан ултырыш барышында индерелгән өҫтәмәләр менән резолюция ҡабул ителде һәм башҡарма комитеттың яңы составы һайланды. Уға өлкә башҡорттары йәшәгән райондарҙан 18 кеше инде. Ҡурған өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе итеп Сафакүл районы хакимиәтенең бүлек начальнигы Ильяс Бәҙрет­динов һайланды. Унан һуң V ҡоролтай делегаттары тарафынан өлкәлә йәшәүсе башҡорттарға һәм башҡа халыҡтарға мөрәжәғәт ҡабул ителде. 
Башҡорт телен һәм мәҙәниәтен һаҡлауға, үҫтереүгә ҙур көс индергәндәре өсөн Ҡурған өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары Зимфира Сту­кова, Камила Хәмзина һәм Әлмән районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Марс Солтанов, Ҡурған өлкәһе губернаторы урынбаҫары Нияз Йосопов Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде. 
Ултырыш тамамланғас, барыһының да иғтибарына Учалы филармонияһы артис­тарының сығышы тәҡдим ителде. “Уралтау” бейеү ансамбле, йырсылар­ҙың ижады бөтәһенә лә оҡшаны. Ҡунаҡтар, делегаттар араһында “Башҡортостан”, “Йәш­лек” гәзиттәре, календарҙары таратылды. 
Был көндө рәсми ҡунаҡтар Сафакүл ауылында төҙөлөп бөтөп килгән мәҙрәсә бинаһы менән дә танышты. Был уҡыу йорто Урал федераль округында уникаль. Сөнки уның тәрбиәләнеүселәренә, дини ҡанундар менән бер рәттән, донъя­уи белем дә биреләсәк. Тиҙҙән ул тәүге шәкерттәрҙе ҡабул итәсәк, әле мөғәллимдәр туплау, белем биреүгә лицензия юллау эштәре алып барыла. 
...Хәсрәт түгел, хәстәр йыйҙы
беҙҙе: 
Туғанлыҡты кәрәк яңыртыуҙар, 
Һүрелмәһен өмөт, һүнмәһен
дәрт, 
Һүнеп ҡалғанда ла янар тауҙар.
Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең І Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына бағышланған хатындағы ошо үлемһеҙ шиғырында әйтелгәнсә, араларҙы меңдәрсә саҡрым бүлеп торһа ла, ҡан ҡәрҙәштәребеҙҙе онотмаҫҡа, бергә йәшәргә тейешбеҙ. Ҡурған башҡорттары менән осрашыуҙа ошо хәҡиҡәттең хаҡлығына инандыҡ.
Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы