20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Апрель 2014    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
282930 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


Араларға йәйғор күпер һалып
Екатеринбург ҡалаһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты Свердловск өлкәһе Башҡорт үҙәге менән берлектә төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция үткәрҙе.  «Башҡорттар – Урал төбәгенең төп халҡы» тигән темаға арналды ул. Ун ете мең башҡорт иҫәпләнгән был өлкәлә  ике Башҡорт үҙәге әүҙем эшләп килә. Береһенә - Фәимә Йосопова , икенсеһенә Нәфисә Тюменцева етәкселек итә. 
Милләтте шәхестәр күтәрә, тигәндәй, киң Рәсәйҙең ҙур  тәбәгендә тауҙай эштәр башҡарған был гүзәл заттар ер күкрәген ярып сыҡҡан шишмәләргә тиң. Беҙҙе ҡабул иткән үҙәктең президенты Фәимә Фәхритдин ҡыҙының ойоштороу һәләтенә һоҡланмау мөмкин түгел. Урындағы дәүләт эшмәкәрҙәрен, Венгрияның Екатеринбургтағы генераль консулын, Силәбе, Өфө, Пермь, Екатеринбург, Каменск-Уральск һ.б. ҡалаларҙан килгән ғалимдарҙы, архив, музей, китапхана хеҙмәткәрҙәрен, хәрби хеҙмәттәгеләрҙе, юғары уҡыу йорттары студенттарын,  аспиранттарын ҡыҙыҡһындырыу өсөн ғәйәт ҙур тырышлыҡ кәрәклеген барыбыҙ ҙа аңлайҙыр. 
Тарих заңын Свердловск өлкәһенә даими еткереүселәрҙең береһе – БДУ професоры, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы Нәзир Ҡолбахтин. Уның үткән йылдағы докладына туҡталып, танылған яҙыусы Таңсулпан Ғарипова: «Һәр юлын, һәр фекерен доғалай күреп диҡҡәт менән тыңланым»,- тип яҙғайны («Башҡортостан», 2013, 13 август,№ 158).
Быйыл да залдағылар олпат ғалим-педагогтарыбыҙ Нәзир Ҡолбахтиндың, Роза Буканованың сығышын ҡыҙыҡһынып ҡабул итте. Уралда, Волга буйҙарында йәшәгән ата-бабаларыбыҙҙың быуаттар сылбырында ниндәй катаклизмдар кисереүен документаль факттар аша күрһәтеү уйландырҙы, тетрәндерҙе, әлбиттә. Әммә тарих тирмәне таштары уларҙы күпмелер мөсһөҙләндерһә лә, бөтөнләй көстән яҙҙыра, юҡҡа сығара алмауы ғорурлыҡ тойғоһо уятты.
Тарих фәндәре докторы, профессор Роза Буканованың «Екатеринбург ҡалаһына нигеҙ һалыусы  В.Н.Татищев һәм башҡорттар» тигән докладына урындағы халыҡ айырыуса иғтибарлы булды. Роза Ғафар ҡыҙын трибунан ебәрмәй һорауҙарға күмеү ошо хаҡта һөйләй. Докладҡа  ҡыҫҡаса туҡталып китеү фарыздыр. «В.Н. Татищев – XVIII быуаттағы дәүләт эшмәкәре, сәйәсәт, иҡтисад, тарих, картография, металлургия һ.б. өлкәләрҙе яҡшы белгән ғалим-энциклопедист. Көньяҡ Уралда күп кенә ҡәлғәләрҙе булдырыусы, Екатеринбург ҡалаһына нигеҙ һалыусы инженер-төҙөүсе». Артабан  докладсы уның биографияһындағы иң сағыу биттәр Башҡортостан менән бәйле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Мәҫәлән, 1720-1722, 1734-1737 йылдарҙа В.Н. Татищев – Урал буйындағы заводтарҙың хужаһы була. Был осорҙа Рәсәйҙәге хәрби-сәйәси хәлде бер-бер артлы башҡорт восстаниелары тоҡаныуы ҡатмарлаштыра. «Аяу белмәгән И.К.Кирилов 1737 йылдың мартына Башҡортостан сиктәренә 9900 регуляр, 7700 регуляр булмаған хәрбиҙәрҙе ҡуя. 4500 кешене резервта тота. Был ҙур көс (22100 кеше) 1737 йылдың йәйенә тәғәйенләнгән башҡорт восстаниеһын баҫтырыу өсөн әҙерләнә». 
Әммә «Бәндә теләй, Хоҙай бойора» тигәндәй, И.К. Кирилов ҡаты ауырып, донъя ҡуя. Уның урынына Ырымбур комиссияһы башлығы итеп В.Н.Татищев тәғәйенләнә. Ҡулына ҙур хакимлыҡ күскән В.Н. Татищев, үҙ дәүерендәге  хөкүмәт кешеһе (башҡорт тархандары, бейҙәре уға полковник тип өндәшә) булһа ла, террор методы менән түгел, булдыра алған тиклем миһырбанлы-гуманлы юлдар  менән эш итергә тырыша. Әйтәйек, «Баш күтәргән башҡорттарҙы тынысландырыу маҡсатында законһыҙ ҡулға алынған башлыҡтарҙы иреккә сығара, халыҡты 1737 йылдың йәйенә тәғәйенләнгән ҡан ҡойоштан ҡотҡара, илдә килешеүҙәр ярҙамындағы реформаларҙы яҡлай. Рәсәй тарихында беренселәрҙән булып башҡорттар тураһында ҡиммәтле тарихи-этнографик мәғлүмәттәрҙе ҡалдырған ғалим да ул».   Эйе, ер йөҙөндә тарихтан кемдер позитив мәлдәрҙе, кемдер емергес көстәрҙе эҙләй. Хөрмәтле профессорыбыҙ Роза Буканованың яуабы залдағыларға тарихи факттар аша гуманистик юғарылыҡта барып етте, тип икеләнмәйенсә әйтеп була. 
          Ғөмүмән, Башҡортостандан тарих фәндәре кандидаты, этнолог Альберт Әхәтовтың төнъяҡ-көнсығыш башҡорттарының этник тарихы, рухи һәм матди мәҙәниәте, архив хеҙмәткәре Зөлфәр Ғәтиәтуллиндың шәжәрә төҙөүгә булышлыҡ иткән  республика фондындағы сығанаҡтар, Әнүәр Йомағолов (Өфө) менән Рәфҡәт Исмагиловтың (Екатеринбург) башҡорттарҙың мәҙәни потенцилы-Урал цивилизацияһының нигеҙе, Пермдән Регина Трофимованың хәҙерге ғәйнә башҡорттарының этномәҙәниәте тураһындағы фекерҙәре берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. 
Сарала, ысынлап та, милли үҙаңды үҫтереү буйынса һүҙ күп булды. Фекер алышыуҙарҙа урыҫ,  татар, удмурт, ингуш һ.б.милләттән булған күптәр ҡатнашты.  Ленин ордены кавалеры, 86 йәшлек Ғәлимә Ишбулатова ла иртәндән алып ҡара кискә тиклем беҙҙең арала ҡалды. Ғәжәп итеп: "Арыманыңмы, инәй?”– тейеүселәргә , «Арыу түгел, бер йәшәп-йәшәреп ултырам, балалар»,-тип яуапланы. 
Беҙҙе, Башҡортостандан барған делегацияны, Свердловск өлкәһе башҡорттарының Ҡоролтай ҡарарҙарын тормошҡа ашырыу өсөн дәррәү, бер төптән эшләргә ынтылышы һоҡландырҙы.
Үҙ сиратыбыҙҙа Екатеринбург ҡалаһына барырға ярҙам иткән – ОАО ”Башҡортостан спутник телекоммуникациялары” бағымсыбыҙға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
 
Әнисә Муллағолова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы, ”Юлдаш” каналының нәфис тапшырыуҙар бүлеге етәксеһе, филология фәндәре кандидаты, доцент. 


Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы