13 май 2014 йыл
Кәңәшмәлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты һәм Ҡоролтайҙың Мәғариф һәм фән комиссияһының 34 ағзаһы ҡатнашты.
Унда 2014 йылда сығарылыш синыф уҡыусыларын башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән аттестациялауҙың мөһим мәсьәләләре, башҡорт дәүләт телен уҡытыу проблемалары, Дыуан һәм Салауат муниципаль райондарында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙың торошо ҡаралды.
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығының "Дөйөм урта белем биреүҙең белем биреү программалары буйынса дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын үткәреү тәртибен” раҫлаусы бойороғона (26.12.2013 й., №1400) таянып, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән аттестациялауҙы уҡыусыларҙың теләге буйынса ойоштороу тураһында бойороҡ сығарған (19.02.2014й.). Шул нигеҙҙә башҡорт телен туған тел булараҡ уҡыған 800-ҙән артыҡ 9 класс уҡыусыһы башҡорт теленән имтихан (диктант йәки изложение) бирәсәк. Был башҡорт мәктәбендә уҡыған һәм башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнгән 9 класс уҡыусыларының яҡынса 9 проценты.