20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Май 2014    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 1234
567891011
12131415161718
19202122232425
262728293031 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


» » » Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының (конгресының) Мәғариф һәм фән комиссияһы ултырышы ҡарары
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының (конгресының) Мәғариф һәм фән комиссияһы ултырышы ҡарары

13 май 2014 йыл

Кәңәшмәлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты һәм Ҡоролтайҙың Мәғариф һәм фән комиссияһының 34 ағзаһы ҡатнашты.

Унда 2014 йылда сығарылыш синыф уҡыусыларын башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән аттестациялауҙың мөһим мәсьәләләре, башҡорт дәүләт телен уҡытыу проблемалары, Дыуан һәм Салауат муниципаль райондарында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙың торошо ҡаралды.

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығының "Дөйөм урта белем биреүҙең белем биреү программалары буйынса дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын үткәреү тәртибен” раҫлаусы бойороғона (26.12.2013 й., №1400) таянып, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән аттестациялауҙы уҡыусыларҙың теләге буйынса ойоштороу тураһында бойороҡ сығарған (19.02.2014й.). Шул нигеҙҙә башҡорт телен туған тел булараҡ уҡыған 800-ҙән артыҡ 9 класс уҡыусыһы башҡорт теленән имтихан (диктант йәки изложение) бирәсәк. Был башҡорт мәктәбендә уҡыған һәм башҡорт телен туған тел булараҡөйрәнгән 9 класс уҡыусыларының яҡынса 9проценты.

11 класс уҡыусылары араһынан теләүселәр (һайлау буйынса) башҡорт әҙәбиәтенән билеттар буйынса телдән имтихан бирәсәк. Шулай уҡ филология факультетарына барыусылар өсөн ЕРЭ ҡаралған. 11 класс уҡыусыларынан 492 кеше имтихан бирәсәк.

Башҡортостан Республикаһы мәктәптәренең уҡыу пландарынан башҡорт телен дәүләт теле буларҡ уҡытыуҙың яйлап ҡыҫырыҡланыуы ҙур борсолоу тыуҙыра. Яңы Федераль дәүләт белем биреү стандарттары буйынса уҡыған башланғыс кластарҙа башҡорт теле дәүләт теле булараҡөйрәнелмәй. Рәсәй Федерацияһының "Мәғариф тураһындағы” законына ярашлы яңы белем биреү стандарттары был закондың принциптарына таянып үтәлергә тейеш. Төп принциптарҙың береһе булып Рәсәй халыҡтарының этно-мәҙәни традицияларын, телен һаҡлау тора. Татарстан Республикаһында, мәҫәлән, татар теле дәүләт теле булараҡ өйрәнелә. 30 апрелдә бөтә 9 класс уҡыусылары өсөн дә берҙәм республика тест һынауы үткәрелгән.

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығының "Төп дөйөм белем биреүҙең белем биреү программалары буйынса дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын үткәреү тәртибен” раҫлаусы бойороғо (25.12.2013й. №1394) туған телендә белем алыусы балаларға сығарылыш имтихандарын туған телендә тапшырырға рөхсәт итә. Шул уҡ ваҡытта башҡорттар күпләп йәшәгән райондарҙан (Баймаҡ, Бөрйән, Хәйбулла) туған телдә имтихан (ГИА) тапшырырға теләүсе уҡыусы теркәлмәгән, сөнки 8-9 синыфтарҙа уҡытыу яйлап рус теленә күсерелә. Бының сәбәбен урындағы мәғариф органдары етәкселәре Башҡортостан Республикаһы мөғарифты үҫтереү институты үткәргән диагностик эштәрҙең, республика олимпиадаларының тик рус телендә генә ебәрелеүе һәм үткәрелеүе менән аңлата.

Федераль дәүләт белем биреү стандарттарының төп талаптарының береһе – һәр бер предметтың йөкмәткеһенә 20 процент региональ компонент индерелергә тейеш тигән положение ла үтәлмәй ҡала.

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан башҡорт һәм башҡа туған телдәрҙе уҡытыуға бәйле күрһәтмәләрҙең район һәм ҡала мәғариф органдарына ваҡытында ебәрелмәүе лә туған телдәрҙе уҡытыуҙы ойоштороуҙа ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра.

2014 йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Ә.Ә.Ғәйфуллин тарафынан Салауат һәм Дыуан райондарында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙың торошо тикшерелде. Был райондар мәктәптәренең уҡыу пландары төп талаптарға яуап бирә. Мәктәптәр кадрҙар, кәрәкле уҡыу әсбаптары менән тәьмин ителгән. Район мәғариф бүлектәрендә тәжрибәле методистар эшләй. Туған телде пропагандалауға, уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреүгә йүнәлтелгән саралар үткәрелә. Шул уҡ ваҡытта етешһеҙлектәрҙә бар, мәҫәлән, башҡорт телен өйрәнеүгә сәғәттәрҙе кәметеү (Малаяҙ башҡорт гимназияһы), кластан тыш сараларҙы ҡайһы бер осраҡтарҙа рус телендә генә үткәреү, уҡытыу процесын яйлап рус теленә күсереү.

2014 йылда сығарылыш класс уҡыусыларын башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән аттестациялау мәсьәләләрен ентекле ҡарап һәм РФ Мәғариф һәм фән министрлығының (26.12.2014й) бойороғон өйрәнеп, Татарстан һәм Саха-Яҡут республикаларындағы сығарылыш синыф уҡыусыларын туған телдәр буйынса аттестациялау тәжрибәләре өлгөгһөндә, Мәғариф һәм фән комиссияһы түбәндәге ҡарарҙы ҡабул итә.

1. Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығынан:

-2014-2015 уҡыу йылынан уҡытыу башҡорт телендә алып барылған мәктәптәрҙә бөтә сығарылыш класс уҡыусылары өсөн башҡорт теленән һәм әҙәбиәтенән йомғаҡлау аттестацияһын үткәреү сараһын күреүен һорарға;

-уҡытыу рус һәм Башҡортостан Республикаһының башҡа милли телдәрендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт дәүләт теленән берҙәм яҙма эш үткәреү мәсьәләһен хәл итеүҙе һәм был йүнәлештә маҡсатлы эш алып барыуын һорарға;

-2014-2015 уҡыу йылындағы яңы стандарттар буйынса төҙөлгән уҡыу пландарына (башланғыс кластарҙа) башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙы индереүен һорарға;

-2014-2015 уҡыу йылынан Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы бөтә предметтарҙың да йөкмәткеһенә региональ компонентты индереү сараһын күрергә;

-Башҡортостан Республикаһы муниципаль райондары һәм ҡала округтары мәғариф органдарына туған телдәрҙе уҡытыуға бәйле күрһәтмәләр әҙерләп ебәреүен һорарға;

-Башҡортостан Республикаһы мөғарифты үҫтереү институтынан диагностика эштәрен, олимпиада материалдарын райондарға башҡорт теленә тәржемә итеп ебәреү сараһын күреүҙе һорарға.

2. Дыуан һәм Салауат муниципаль райондары башлыҡтарына, мәғариф бүлектәре начальниктарына һәм урындағы ҡоролтайҙарҙың башҡарма комитеттары етәкселәренә:

- башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле булараҡ уҡытыуға иғтибарҙы көсәйтергә;

- РФ "Мәғариф тураһындағы” законы нигеҙендә мәктәптәрҙең уҡыу пландары менән ентекле танышып, башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнеүҙе яйға һалырға.

3. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Мәғариф һәм фән буйынса комиссияһына Салауат районы муниципаль районының Малаяҙ башҡорт гимназияһында уҡытыу-тәрбиә торошон өйрәнеүҙе ойошторорға.


Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы