2 июндән Ғафури районының "Красноусол” балалар санаторийы-лагеры базаһында Бөтә донъя башҡорттарыҡоролтайы Башҡарма комитеты эргәһендәге "Арғымаҡ” балаларҙы ял иттереү, һауыҡтырыу үҙәге ойошторған профилле лагерь эшләй башланы. Уның эшмәкәрлеге билдәле яҙыусы, педагог Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаеваның "Йәйләү” программаһы нигеҙендә ойошторола. Лагерҙа Салауат, Ҡыйғы, Дүртөйлө, Хәйбулла, Миәкә, Учалы, Борай, Бишбүләк, Ишембай, Өфө райондарынан, Өфө, Стәрлетамаҡ, Мәләүез ҡалаларынан 67 бала ял итә. Шулай уҡ көнөнә 2 сәғәт күләмендә инглиз телен өйрәнеү ҡаралған. Был дәрестәр 10-12 кешелек бәләкәй төркөмдәрҙә уйын формаһында үтә.
Балаларҙа үҙ-үҙҙәренә ышаныс, лидерлыҡ сифаттары тәрбиәләү маҡсатында лагерь тәрбиәләнеүселәре менән тәжрибәле психолог шөғөлләнәсәк.
Лагерь тормошо туған телгә һөйөү һәм хөрмәт тәрбиәләүгә, башҡорт халҡының тарихын, мәҙәниәтен үҙләштереүгә йүнәлтелгән сараларға бай буласаҡ. Төрлө конкурстар уҙғарыу ҡаралған.Ҡурай, бейеү, ҡумыҙтүңәрәктәре эшләйәсәк.