20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Июнь 2014    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


Өфөлә бер тиҫтә йыл «Салауаттар» ойошмаһы әүҙем эшләй. Уның 31 майҙа милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 260 йыл тулыу уңайынан ойошторолған сираттағы ҡоро ла юғары кимәлдә үтте. Унда фән хеҙмәткәрҙәре, сәнғәт әһелдәре, уҡытыусылар, студенттар, милли геройыбыҙ рухын тоғро һаҡлаған яҡташтары ҡатнашты.

Салауат районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Владислав Килдейәров июль айында Салауат көндәре уҙғарылыуы, был сараға әҙерлек барышы хаҡында тулы мәғлүмәт бирҙе. Арҡауылда Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов исемендәге музей, мәҙәниәт йорто, Малаяҙҙа Балалар сәнғәт мәктәбе төҙөкләндерелеүе, Тәкәй ауылында Салауатҡа стелла янында таш тирмә ҡоролоуы һәм башҡа эштәр тураһында ихлас һөйләне.

Техник фәндәр докторҙары Раян Вәхитов менән Виктор Хәкимов та С. Юлаев рухын мөмкин тиклем тағы ла нығыраҡ балҡытыу өсөн яна. Мәҫәлән, Раян Жәлей улы: «Башҡортостанға килгән ҡунаҡтар Салауат музейына бөтә осраҡта ла барып етә алмай. Улар легендар шәхесебеҙҙең асылын, рухи һәм хәрби ҡөҙрәтен нығыраҡ тойһон өсөн Өфөлә музейҙың филиалын булдырыу, күсмә экспонаттар менән эш итеү зарур»,– тип билдәләһә, Виктор Хәкимов батыр нәҫеленә бәйле сит илдә үткәрелгән молекуляр-генетик тикшеренеҙәр тураһында асыҡлыҡ индерҙе. Рогервикта тағы ике башҡорт каторжанының ҡәбере табылыу факты ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

2014 йылдың 3-5 июнендә Башҡорт дәүләт университетында Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы, БР Фәндәр академияһы, РФ мәғариф һәм фән министрлығының балалар һәм йәштәрҙе тәрбиәләү өлкәһендәге дәүләт сәйәсәте департаменты, Салауат районы хакимиәте менән берлектә башҡорт халҡының милли геройы, шағир-импровизатор Салауат Юлаевтың тыуыуына 260 йыл тулыу айҡанлы Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция уҙғарылды. Был ҙур форум «Шәхестең тарихи-мәҙәни ерлектәге роле» тигән темаға арналды. Унда Татарстан, Саха-Яҡут, Алтай, Төркиә, Япония һ.б. илдәрҙән – барлығы йөҙҙән ашыу делегат ҡатнашты. Ҡунаҡтарҙы Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Хәләф Ишморатов, Башҡорт дәүләт университеты проректоры Вадим Захаров, Салауат районы хакимиәте белгесе Гөлнур Бәшәрова ҡотланы.

Пленар ултырышта тарих фәндәре докторы, Мэйджи (Япония) университеты профессоры Каити Таёкава, Өфөләге Социаль-сәйәси һәм хоҡуҡи тикшеренеүҙәр институты директоры Рим Вәлиәхмәтов, Башҡорт дәүләт университеты профессорҙары Мирас Иҙелбаев, Марат Ҡолшәрипов, Рөстәм Хәзиев, Марат Вәлиев, Тимерғәли Килмөхәмәтов сығыш яһаны.

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы