20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Июнь 2014    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


Милләтебеҙ ҡото – Салауат!

2014 йылдың 3-5 июнендә Башҡорт дәүләт университетында Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы, БР Фәндәр академияһы, РФ мәғариф һәм фән министрлығының балалар һәм йәштәрҙе тәрбиәләү өлкәһендәге дәүләт сәйәсәте департаменты, Салауат районы хакимиәте менән берлектә башҡорт халҡының милли геройы, шағир-импровизатор Салауат Юлаевтың тыуыуына 260 йыл тулыу айҡанлы Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция уҙғарылды. Был ҙур форум «Шәхестең тарихи-мәҙәни ерлектәге роле» тигән темаға арналды. Унда Татарстан, Саха-Яҡут, Алтай, Төркиә, Япония һ.б. илдәрҙән – барлығы йөҙҙән ашыу делегат ҡатнашты. Ҡунаҡтарҙы Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Хәләф Ишморатов, Башҡорт дәүләт университеты проректоры Вадим Захаров, Салауат районы хакимиәте белгесе Гөлнур Бәшәрова ҡотланы.

Пленар ултырышта тарих фәндәре докторы, Мэйджи (Япония) университеты профессоры Каити Таёкава, Өфөләге Социаль-сәйәси һәм хоҡуҡи тикшеренеүҙәр институты директоры Рим Вәлиәхмәтов, Башҡорт дәүләт университеты профессорҙары Мирас Иҙелбаев, Марат Ҡолшәрипов, Рөстәм Хәзиев, Марат Вәлиев, Тимерғәли Килмөхәмәтов сығыш яһаны.

Тарихтан билдәле булыуынса, Екатерина II Рәсәйҙә 1773-1775 йылдарҙағы яу ваҡиғаларын халыҡ хәтерендә ҡалдырмаҫ өсөн Пугачевсылар исемен телгә алыуҙы (яҙыу тураһында һүҙ ҙә булыуы мөмкин түгел!) ҡәтғи тыя. Был ҡарарын 1775 йылдың 17 мартындағы «О предании вечному забвению имен пугачевцев» манифесы менән нығытып ҡуя. Шуға ла Салауат Юлаев үҙе иҫән саҡта, Рогервикта тотҡонда мәлдәрендә, уға ҡағылышлы иң әүәлге, иң тәүге мәғлүмәттәрҙең сит илдәрҙә донъя күреүе тәбиғи. Мәҫәлән, милләтебеҙ ҡото Салауаттың тормош, азатлыҡ өсөн көрәш һәм ижад юлын тәрән өйрәнгән, феномен-шәхес асылын халҡыбыҙға ғилми хеҙмәттәр, художестволы әҫәрҙәр аша һәлмәк еткергән хөрмәтле ғалим, танылған яҙыусы Мирас Иҙелбаев билдәләүенсә: «1784 йылда Германияның Галле ҡалаһында немец телендә ике томлыҡ «Магазин для новой истории и географии», 1799 йылда Францияның баш ҡалаһы Парижда француз телендә «История Петра III» тигән фәнни китаптарҙа Е. Пугачев яуы сағыла, шуға бәйле Салауат Юлаевтың 1774 йылдың яҙында Михельсонға ҡаршы көрәше урын ала, хәрби эшмәкәрлегенә юғары баһа бирелә. Бынан тыш сит илдәрҙә 1809 йылда баҫылған «Ложный Петр» һ.б. китаптарҙа ла батыр хаҡында ярайһы тулы мәғлүмәттәр бар». Тыйылған емеш – татлыраҡ була тигәндәй, Рәсәй батшалығы был көрәшселәрҙе ил тарихынан юйып-һыҙып ташларға теләһә лә, боҙоҡ ниәт бойомға ашмай. Тыйыуҙарға ҡарамаҫтан, Рәсәйҙең бөйөк шәхесе А.С.Пушкин беренсе булып «Пугачев тарихы»н яҙа. «Уның алтынсы бүлеге тотошлай Юлай менән Салауат эшмәкәрлегенә арнала һәм дөрөҫ баһа бирелә. Әгәр ҙә Пушкин Салауаттың шағир икәнлеген дә белһә, автор был турала ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр эҙләр, табыр һәм иркенләп яҙыр ине, моғайын, – тигән уйҙа Мирас Хәмзә улы. – Пушкиндан һуң боҙ ҡуҙғала. Нисек кенә тыйһалар ҙа, Рәсәй ғалимдары тарафынан XIX быуат эсендә генә Салауаттың эшмәкәрлеге тураһында 50-ләп фәнни баҫма яҙылған! Улар араһында әҙ тиражлы булһа ла ҙур күләмлеләре лә бар һәм батыр яҙмышы күпләп яҡтыртыла. Иң тәүге хеҙмәт – Руф Гаврилович Игнатьевтың Ҡазанда сыҡҡан китабы».

Конференцияла Хәләф Ишморатов бынан ун йыл әүәл Салауатыбыҙҙың 250 йыллыҡ юбилейы республикабыҙҙа ғына түгел, Эстонияла ла гөрләп үтеүе, бөгөн дә ул илдә уникаль шәхесебеҙгә ҡыҙыҡһыныу ҙур булыуы, юбилейы айҡанлы ҙур форум үтәсәге хаҡында һөйләне.

Әйтелгәндәргә ҡеүәт итеп Япония ғалимы Каити ТаёкаваныңXVIXIX быуаттарҙа Рәсәйҙә урыҫ булмаған халыҡтарҙың тарихи яҙмышына ҡағылышлы тикшеренеүҙәрен, ҡиммәтле фекерҙәрен килтерергә мөмкин. «Урыҫ дәүләте империяһы табаны аҫтында иҙелеп, буйһондоролоп тотолған халыҡтар азатлыҡҡа ынтыла. XVIII быуатта булып үткән ҡатмарлы сәйәси-ижтимағи көрәш ваҡиғалары аренаға Юлай Аҙналин менән Салауат Юлаев кеүек тарихи шәхестәрҙе сығара. Улар батша хөкүмәтенә тоғро ҡала, әммә туған халҡын, ерен, телен яратҡан, динен, ғөрөф-ғәҙәттәрен хөрмәт иткән уҙамандар булараҡ башҡорт мәнфәғәттәрен яҡлауға ынтыла». Ер шарында глобалләшеү осоронда ер аяғы, ер башынан килгән, Салауат районына тиклем барып етеп, батырҙарыбыҙҙың йәнтөйәгенә баш эйгән Каити Таёкаваның күңел ялҡынына һоҡланмау мөмкин түгел!

Быуындан-быуынға, быуаттан-быуатҡа баҙыҡ килеш күскән, Германия, Франция, Япония, Эстония, Төркиә, Татарстан, Саха-Яҡут, Алтай һ.б. ил кешеләрен йәлеп иткән туған халҡыбыҙҙың милли геройы, шағир-импровизатор, ҡөҙрәтле-ҡотло шәхесебеҙ Салауаттың күңел утын һүндермәй йәшәй белеү – һәр башҡорттоң мөҡҡәддәс бурысы.

Әнисә Муллағолова,

Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының

Башҡарма комитет ағзаһы, Башҡортостан «Юлдаш» радиоһының нәфис тапшырыуҙар бүлеге етәксеһе


Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы