20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Июнь 2014    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


Тере Салауатыбыҙ!

Өфөлә бер тиҫтә йыл «Салауаттар» ойошмаһы әүҙем эшләй. Уның 31 майҙа милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 260 йыл тулыу уңайынан ойошторолған сираттағы ҡоро ла юғары кимәлдә үтте. Унда фән хеҙмәткәрҙәре, сәнғәт әһелдәре, уҡытыусылар, студенттар, милли геройыбыҙ рухын тоғро һаҡлаған яҡташтары ҡатнашты.

Салауат районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Владислав Килдейәров июль айында Салауат көндәре уҙғарылыуы, был сараға әҙерлек барышы хаҡында тулы мәғлүмәт бирҙе. Арҡауылда Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов исемендәге музей, мәҙәниәт йорто, Малаяҙҙа Балалар сәнғәт мәктәбе төҙөкләндерелеүе, Тәкәй ауылында Салауатҡа стелла янында таш тирмә ҡоролоуы һәм башҡа эштәр тураһында ихлас һөйләне.

Техник фәндәр докторҙары Раян Вәхитов менән Виктор Хәкимов та С. Юлаев рухын мөмкин тиклем тағы ла нығыраҡ балҡытыу өсөн яна. Мәҫәлән, Раян Жәлей улы: «Башҡортостанға килгән ҡунаҡтар Салауат музейына бөтә осраҡта ла барып етә алмай. Улар легендар шәхесебеҙҙең асылын, рухи һәм хәрби ҡөҙрәтен нығыраҡ тойһон өсөн Өфөлә музейҙың филиалын булдырыу, күсмә экспонаттар менән эш итеү зарур»,– тип билдәләһә, Виктор Хәкимов батыр нәҫеленә бәйле сит илдә үткәрелгән молекуляр-генетик тикшеренеҙәр тураһында асыҡлыҡ индерҙе. Рогервикта тағы ике башҡорт каторжанының ҡәбере табылыу факты ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Социаль, рухи-мәҙәни мәсьәләләр йыр-моң менән үрелеп барҙы. Башҡортостан сәнғәте йондоҙҙары Ғәлиә Солтанова, Рәсимә Ғәйфуллина һәм башҡаларҙың сығыштары ҡорҙағылар күңелендә нур-илһам арттырҙы. Йыр-моңда тибрәлгәндә шағир Ғ.Әмириҙең түбәндәге юлдары хәтергә килде:

Туған халҡым, Салауат – ул һинең

Һынмаҫ рухың, шаның һәм даның,

Баһадирың да ул, шағирың да,

Тамсы кер төшмәгән выжданың!

Тыуҙырҙың һин , халҡым, был донъяға

Хас үлемде еңгән батыр бала.

Ошо балаң тап үҙе бит инде

Ғүмерлек дан һиңә килтерҙе!

Милли геройыбыҙ рухын килер быуындарға илтеүсе «Салауаттар» ойошмаһының эшен киңәйтеү өсөн ҙур көс һалған Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы директоры Таһирйән Ғәниевҡа оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Әнисә Муллағолова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы, ”Юлдаш” каналының нәфис тапшырыуҙар бүлеге етәксеһе.

lang�_ t8�j �l -size:16.0pt;font-family:"Palatino Linotype","serif";mso-fareast-font-family: "MS Mincho";mso-bidi-font-family:"MS Mincho";mso-ansi-language:BE'>быуаттарҙа Рәсәйҙә урыҫ булмаған халыҡтарҙың тарихи яҙмышына ҡағылышлы тикшеренеүҙәрен, ҡиммәтле фекерҙәрен килтерергә мөмкин. «Урыҫ дәүләте империяһы табаны аҫтында иҙелеп, буйһондоролоп тотолған халыҡтар азатлыҡҡа ынтыла. XVIII быуатта булып үткән ҡатмарлы сәйәси-ижтимағи көрәш ваҡиғалары аренаға Юлай Аҙналин менән Салауат Юлаев кеүек тарихи шәхестәрҙе сығара. Улар батша хөкүмәтенә тоғро ҡала, әммә туған халҡын, ерен, телен яратҡан, динен, ғөрөф-ғәҙәттәрен хөрмәт иткән уҙамандар булараҡ башҡорт мәнфәғәттәрен яҡлауға ынтыла». Ер шарында глобалләшеү осоронда ер аяғы, ер башынан килгән, Салауат районына тиклем барып етеп, батырҙарыбыҙҙың йәнтөйәгенә баш эйгән Каити Таёкаваның күңел ялҡынына һоҡланмау мөмкин түгел!

 

Быуындан-быуынға, быуаттан-быуатҡа баҙыҡ килеш күскән, Германия, Франция, Япония, Эстония, Төркиә, Татарстан, Саха-Яҡут, Алтай һ.б. ил кешеләрен йәлеп иткән туған халҡыбыҙҙың милли геройы, шағир-импровизатор, ҡөҙрәтле-ҡотло шәхесебеҙ Салауаттың күңел утын һүндермәй йәшәй белеү – һәр башҡорттоң мөҡҡәддәс бурысы.

Әнисә Муллағолова,

Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының

Башҡарма комитет ағзаһы, Башҡортостан «Юлдаш» радиоһының нәфис тапшырыуҙар бүлеге етәксеһе


Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы