20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Июнь 2014    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


Мәҙәнилек Көнсығыштан башланған

Бөтә донъя Төрки халыҡтар ассамблеяһы тарихы 1990 йылдан башлана. Ул ваҡытта Мәскәүҙә Көнсығыш халыҡтарының I съезы үтә. Сараны ҡаҙаҡ шағиры Олжас Сөләймәнов һәм башҡа йәмәғәт эшмәкәрҙәре ойоштора. Ә инде киләһе йыйылыш Төрки халыҡтар ассамблеяһы съезы тип атала.

2007 йылға тиклем Ҡазан (Татарстан), Чебоксар (Сыуашстан), Измир (Төркиә), Шымкент (Ҡаҙағстан) ҡалаларында Ассамблеяның биш съезы үткәрелә. Һуңғыһында ойошма президенты итеп ҡаҙаҡ ғалимы Ерментай Солтанморат һайлана.

Быйыл төрки халыҡтарҙың дөйөм йорто булараҡ ҡалҡып сыҡҡан Туран ҡаласығында (Ҡаҙағстан) ойошманың алтынсы съезы үтте. Унда яҡташыбыҙ "Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)” Башҡарма комитетының ағзаһы, философия фәндәре докторы, академик, Фәнил ФӘЙЗУЛЛИН ҡатнашты. "Башҡортостан” гәзите редакцияһында ойошторолған брифингта ул съезд эше, ҡуйылған бурыстар һәм, ғөмүмән, Ассамблея эшмәкәрлеге, уның тәғәйенләнеше хаҡында һөйләне.

Төрки донъяһы халыҡтары ассамблеяһы барлыҡҡа килгәндән алып ул туғандаш халыҡтарҙы берләштереү, улар араһындағы бәйләнеште нығытыу, мәҙәниәтен үҫтереү йүнәлешендә әүҙем эш алып бара. Һуңғы съезда ла ошо юҫыҡтағы байтаҡ мәсьәләләр ҡаралды.

Бығаса үткәрелгән йыйылыштарҙан быйылғы сара масштаблылығы менән айырылып торҙо: унда бөтә тиерлек төрки халыҡтарҙың вәкилдәре ҡатнашты. Бығаса ҡайһы бер туғандаш халыҡтар инде юғалғандыр тип уйлаһам, улар һаҡланып ҡалған икән. Мәҫәлән, ҡаралун тип аталған халыҡ диаспораһы бөгөнгө көндә Афғанстанда, Тажикстанда йәшәй. Был илдәрҙең телен дәүләт теле итеп ҡабул итһәләр ҙә, уҙ-ара туған телендә һөйләшә икән. Ғөмүмән, уйғырҙарҙан алып гагауздарға тиклем һәр халыҡ вәкилдәре бик әүҙем ҡатнашты был ҡорҙа. Һәр кемебеҙ үҙ туған телендә һөйләште һәм бер-беребеҙҙе яҡшы аңланыҡ.

Аралашыу барышында шуныһы асыҡланды: башҡа төрки телле халыҡтар беҙҙең киң мәғлүмәт саралары менән яҡшы таныш. Гәзит-журналдарҙы уҡып бара, телвизион тапшырыуҙарҙы яратып ҡарай. Айырыуса улар Салауат Хәмиҙуллиндың "Тарихи мөхит” тапшырыуҙарын үҙ итә, уларҙы яҙҙырып алып, халыҡ араһында ла тарата икән. Бынан тыш, улар башҡорт халҡының тарихын яҡшы белә. Был минең күңелдә ҙур шатлыҡ һәм ғорурлыҡ тыуҙырҙы.

Осрашыуҙа ҙур мәсьәләләр уртаға һалып тикшерелде. Тәү сиратта төрки донъяһында булған үҙгәрештәргә анализ яһалды. Ҡайһы бер халыҡтар араһындағы бәйләнештәр бер аҙ юғала төшкән. Был инде шул илдәрҙә алып барылған сәйәсәткә бәйле. Сарала ҡатнашыусылар барыһы ла бер фекерҙә туҡталды: бер ниндәй кәртәләргә ҡарамай, тамырҙаш халыҡтар араһында сәйәси, иҡтисади, социаль, мәҙәни бәйләнште нығытырға, студенттар менән алмашыныу буйынса эште дауам итергә, хеҙмәттәшлек даирәһен киңәйтергә кәрәк. Бының өсөн Ассамблеяның башҡарма комитетын ойоштороу, шулай уҡ төрки донъяһын ентекле өйрәнгән, уның проблемаларын тикшергән академия асыу талап ителә.

Артабан көн тәртибендә дөйөм төрки телен булдырыу, уны интеллигенция араһында таратыу мәсьәләһе ҡаралды. Әлбиттә, боронғо төрки телендә ауылдарҙа йәшәгән ябай халыҡ һөйләшмәйәсәк һәм был талап ителмәй ҙә. Әммә халыҡтарыбыҙҙың тарихи үткәнен һаҡлап ҡалыу, ҡаҙаныштарын үҫтереү, рухи яҡтан азат, көслө булыу өсөн зыялылар үҙ-ара шул телдә аралашырға тейеш.

Өсөнсө ҡаралған проблема – ул аҙ һанлы ҡалыҡтарҙың мәнфәғәттәрен яҡлау. Ғәҙәттә, илдәрҙә һан яғынан күпселекте тәшкил иткән халыҡтар өҫтөнлөк итә, ә ҡалғандарының хоҡуҡтары ҡыҫыла. Ошо ғәҙелһеҙлеккә юл ҡуймау – Ассамблея алдында торған бурыстарҙың береһе. Халыҡтың бөйөклөгө уның һаны менән түгел, ә башҡарған эштәре менән билдәләнә.

Мине һәр ваҡыт бер мөһим мәсьәлә борсоно, ул да булһа төрки халыҡтарының, шул иҫәптән башҡорттарҙың үтә баҫалҡы, тыйнаҡ булыуы. Беҙҙең тарих иҫ китмәле бай, һоҡланғыс, ҡыҙыҡлы, быны күрһәтә белергә генә кәрәк. Шуға күрә иң тәүҙә халыҡтарҙың милли үҙаңын үҫтереү мөһим.

2012 йылда, Мәскәү калаһында үткән бөтә донъя конгресында итальяндар менән немецтарға ҡаршы сығыш яһарға тура килде. Улар үҙҙәренең сығышында: "Беҙ һеҙгә мәҙәнилек алып киләбеҙ”, – тип урынһыҙ маһайғайны. Мин уларға: "Һеҙ нимәнелер бутайһығыҙ, ахыры, – тип яуапланым. – Ҡояш Көнсығышта ҡалҡа. Шуның кеүек мәҙәнилек тә тап Көнсығыштан башланған. Заманында һеҙҙең ата-бабаларығыҙ салбарһыҙ ағас башында һикергеләп йөрөгән ваҡытта, Көнсығыш илдәрендә юғары цивилизация хакимлыҡ иткән, астрономия, математика, медицина фәндәре ныҡ үҫешкән. Европа императорҙары беҙҙең халыҡтарҙың хандары, улар күтәргән ихтилалдар тураһында ишетә ҡалһа, уларҙың тубыҡтары ҡалтырап торған.

Әйтәйек, тарихи Башҡортостан ерендә урынлашҡан Арҡайымды ғына алайыҡ. Ул Троянан мең йылға олораҡ, шул ваҡытта уҡ унда металлургия оҫтаханалары гөрләп эшләгән. Тимәк, Европа халҡы таяҡ менән йөрөгән ваҡытта, бында металл ҡоралдар ҡулланылған. Был – беренсенән. Икенсенән, бөгөнгө Европа армиялары Көнсығыш халыҡтарының хәрби оҫталығына таянып ҡорола”.

Шуға күрә ошо тарихи ысынбарлыҡты белергә һәм уны башҡа халыҡтарға танытырға кәрәк. Үткәндәр менән ғорурланырға ныҡлы нигеҙебеҙ бар. Беҙ – Рәсәйҙең федератив ҡоролошона нигеҙ һалған халыҡ. Бынан тыш, Татарстанға автономиялы округ статусы бирелергә торғанда, изге күңелле халҡыбыҙ Минзәләне биреп, уларҙың биләмәһен ҙурайтҡан. Һөҙөмтәлә күршеләргә республика статусы бирелгән.

Төрки донъяһында киң мәғлүмәт саралары эшмәкәрлеген яйға һалыу зарур. Рәсәйҙә тик республикалар тормошон ғына яҡтыртҡан гәзит-журналдар, айырым телеканал булырға тейеш. Юғиһә бөгөнгө ҡайһы бер үҙәк баҫмаларҙа республикабыҙ тураһында туҙға яҙмаған хәбәр ишетергә мөмкин. Был мәсьәлә шулай уҡ съезд резолюцияһына индерелде.

Ошо һәм башҡа тәңгәлдә, әлбиттә, Хөкүмәт тарафынан ҙур ярҙам талап ителә. Быларҙың барыһы ла Башҡортостандың абруйын күтәреү, имиджын булдырыу менән тығыҙ бәйле. Беҙ бит интеллект, мәҙәнилек йәһәтенән күп кенә халыҡтарҙан өҫтөнөрәк. Быны тейешле кимәлдә күрһәтә белеү мөһим.

Ҡарлуғас ИШЕМҒОЛОВА яҙып алды.

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы