2014 йылдың 8 сентябренән Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының квалификацияһын күтәреү курстары эшләне. Курстарҙа Өфө ҡалаһы, Ғафури, Өфө, Дүртөйлө, Ҡыйғы, Шишмә райондары уҡытыусылары менән бергә Пермь һәм Силәбе өлкәһенән килгән башҡорт теле уҡытыусылары ла белемен камиллаштыра.
12 сентябрҙә был курстарҙың тыңлаусылары менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты түңәрәк өҫтәл ойошторҙо. Түңәрәк өҫтәл эшендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫарҙары Х.Х.Ишморатов, Б.Р.Күсәбаев, Мәғариф һәм фән комиссияһы рәйесе Ф.Б.Саньяров, сектор етәксеһе Р.А.Күзбәкова ҡатнашты.
Түңәрәк өҫтәл барышында башҡорт телен уҡытыуҙың хоҡуҡи нигеҙҙәре, балаларҙы патриотик рухта тәрбиәләү, тарихи шәхестәребеҙгә хөрмәт, башҡорт халҡының тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеүгә теләк, ынтылыш формалаштырыу кеүек проблемалар күтәрелде.