20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Сентябрь 2014    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


Белешмә

2014 йылдың 8 сентябренән Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының  квалификацияһын күтәреү курстары эшләне. Курстарҙа Өфө ҡалаһы, Ғафури, Өфө, Дүртөйлө, Ҡыйғы, Шишмә райондары уҡытыусылары менән бергә Пермь һәм Силәбе өлкәһенән килгән башҡорт теле уҡытыусылары ла белемен камиллаштыра.

12 сентябрҙә был курстарҙың тыңлаусылары менән Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайы башҡарма комитеты  түңәрәк өҫтәл ойошторҙо. Түңәрәк өҫтәл эшендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫарҙары Х.Х.Ишморатов, Б.Р.Күсәбаев, Мәғариф һәм фән комиссияһы рәйесе Ф.Б.Саньяров, сектор етәксеһе Р.А.Күзбәкова  ҡатнашты.

Түңәрәк өҫтәл барышында башҡорт телен уҡытыуҙың хоҡуҡи нигеҙҙәре, балаларҙы патриотик рухта тәрбиәләү, тарихи шәхестәребеҙгә хөрмәт, башҡорт халҡының тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеүгә теләк, ынтылыш  формалаштырыу  кеүек проблемалар күтәрелде.

“Башҡорт теле бөгөн туған тел булараҡ Рәсәй Федерацияһы закондары яғынан тулыһынса яҡлау тапҡан. Туған башҡорт телен уҡытыуҙа ниндәйҙер проблемалар бар икән был урындағы хөкүмәт органдарының, мәктәп етәкселәренең эшләп еткермәүе менән бәйле. Шулай уҡ сит өлкәләрҙә лә туған телдәрҙе уҡытыуға бәйле проблемалар булырға тейеш түгел, сөнки туған телдәр Федераль белем биреү стандарттарына рус теле менән бер рәттән индерелгән, туған телдәрҙе өйрәнеүгә лә рус телен өйрәнеүгә ҡуйылған талаптар ҡуйыла. Ә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙа хәл итәһе проблемалар бар әле, бигерәк тә уның хоҡуҡи нигеҙҙәрен нығытаһы бар, - тип билдәләне үҙенең сығышында Х.Х.Ишморатов.

“Урындағы етәкселәр ишетһен, туған телде уҡытыуҙағы проблемалар хәл ителһен  өсөн беҙҙең үҙебеҙгә әүҙем булырға, закондарға, РФ Конституцияһына таянып эш итергә кәрәк. Хаттарҙы дөрөҫ яҙыу, төрлө дәүләт органдарына дөрөҫ мөрәжәғәт итеү мөһим. Рәсәй Федерацияһы закондары Йәмәғәт ойошмаларын ныҡ күтәрә, тик был закондарҙы белергә генә кәрәк. Халыҡ араһында күптәр закондарҙы белмәй, үҙенең яҙмышын тулыһынса хөкүмәт органдарына тапшырған да, власть әһелдәре ни әйтһә, шуға риза булып тик йөрөй, хатта үҙенең Конституция тарафынан яҡланған хоҡуҡтарын да белмәй. Шуның өсөн Һеҙгә, башҡорт теле уҡытыусыларына, ата-әсәләр менән системалы эш алып барырға кәрәк”, - тине Б.Р.Күсәбаев.

Уҡытыусылар үҙ сығыштарында башҡорт теленә урындағы етәкселәр яғынан иғтибарҙың бермә-бер кәмеүен, бигерәк тә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙың проблемаға әйләнеүен, ҡайһы бер ата-әсәләрҙең туған телгә бөтөнләй битараф булыуын билдәләне.

Рәсәй субъекттарынан килгән уҡытыусылар башҡорт телен уҡытыуға сәғәттәрҙең ҡырҡа кәмеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Шулай уҡ түңәрәк өҫтәл барышында  ҡайһы бер райондарҙың мәғариф етәкселәренең, хатта башҡорттар күпләп йәшәгән райондарҙа ла, берҙәм дәүләт имтихандары һылтауы менән балаларҙы тулыһынса рус телендә уҡытыуға күсереүҙәре тураһында ла һүҙ барҙы. Өйҙә туған телендә аралашҡан баланы русса уҡытыуға күсереү  уның фекерләү һәләте үҫешен генә туҡтатып ҡалмай, ижади яҡтан  да үҫешен дә тотҡарлай.   Яңынан 50-60-сы йылдарҙа бер тапҡыр баҫҡан тырмаға баҫыу түгелме был? Ул  йылдарҙа рус телен белмәһә, уҡыусы тормошта әллә ни ҙур уңыштарға өлгәшә алмай тигән уйҙырмаға ышанып, күпме тыуып килгән шағирҙар, мәҙәниәт таланттары юҡ ителде икән?! Бөгөнгө әҙәбиәттәге, мәҙәниәттәге, фәндәге йәш таланттарға ҡытлыҡ – ошо замандар сәйәсәте емеше. Күрәләтә нисек үҙ халҡыңа ҡаршы эшләмәк кәрәк?! Интернет селтәрендә телебеҙгә, билдәле тарихи шәхестәребеҙгә ҡаршы яу асылған мәлдә халҡыбыҙҙы күтәреү өҫтөндә көн-төн эшләргә тейеш булған власть әһелдәре (башҡорттар)  был проблемаларға ни өсөн битараф ҡала?!  Түңәрәк өҫтәлдәге был риторик һорауҙар әлегә яуапһыҙҡалды. Барығыҙҙы ла был турала фекер алышырға саҡырабыҙ.  

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы