20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Октябрь 2014    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


» Материалы за Октябрь 2014 года

В прошлые выходные в городе Жанаозен прошли Дни культуры Республики Башкортостан, которые были организованы обществен ным объединением «Башкирский культурный центр «Салават».

Дни башкирской культуры в городе Жа- наозен стали возможны благодаря госу­дарственной программе «Дорожная карта Мира и Согласия».

Программа началась с показа детям филь­мов и мультфильмов, созданных кинематографи­стами Башкортостана. Деловую часть программы представили башкортостанские компании ООО «Новыетехнологии», ООО «Карбон», ООО «Уфа- гидромаш», которые презентовали свою продук­цию и услуги для компании «Озенмунайгаз».

“Донъяның төҙөклөгө лә, боҙоҡлоғо ла –  ҡатындарҙан”, тигән әйтеме бар беҙҙең халыҡтың. Был һүҙҙәр бөтөн яуаплылыҡты тик гүзәл заттар иңенә һалып, уңышһыҙлыҡ өсөн дә уларҙы ғәйепләп, ауыр тормош шарттарының сәбәптәрен дә уларҙан эҙләргә тигәнде аңлатмай әле. Ул ғаилә усағының йылыһын һаҡлаусы, киләсәк быуынды тәрбиәләүсе, ил тотҡаһы – ирҙәрҙең иңен терәр таянысы булған ҡатын-ҡыҙҙың әхлаҡ, тәртип, рух төшөнсәләрен үҙ эсенә индергән сифаттарҙы балаларының аңына һеңдереп үҫтереүенә, йәмғиәтте сиктәрҙән сығармай тотоуға ҡағылышлы әйтелгәндер. Донъялағы бөтөн ғауға, ғәҙелһеҙлек, буталсыҡтар өйҙә тәрбиә күрмәгән, инә һөтө менән күңеленә шәфҡәтлек инмәгән бәндәләр арҡаһында килеп сыға түгелме? Борон ата-бабаларыбыҙ нәҡ шуны уйлап та ҡатын-ҡыҙҙарҙы донъя тотҡаһына тиңләгәндер, тигән фекергә киленде ошо көндәрҙә Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҡарамағындағы “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһының Әбйәлил районында үткәрелгән республика кимәлендәге йыйынында.

Аҡ яулыҡ бәйләгән әбейҙәрҙең барыһы ла ағинәй була алмай, тиҙәр. Шулайҙыр. Хәйер, ағинәй исеме – дан-шөһрәт билдәһе түгел, уны миҙал итеп күкрәккә тағып, йә диплом итеп стенаға элеп ҡуйып булмай, ул иң тәү сиратта һинең булмышың, йәшәү рәүешең – яҡшылыҡҡа, яҡтылыҡҡа, камиллыҡҡа ынтылышың. Шуға ла Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа рәсми рәүештә танылыу алған ағинәйҙәр хәрәкәтен йәмғиәт ауырыуҙарына ҡаршы ҡалҡҡан   иммунитет менән сағыштырып булыр ине. Рухиәтте ҡаҡшатҡан төрлө  ҡурҡыныс сирҙәргә ҡаршы тап ҡатын-ҡыҙҙарҙың берләшеүе тәбиғи күренеш – улар ғаилә усағын һаҡлаусы, балаларҙы, тимәк киләсәкте яҡлаусы. Ә алкоголизм, наркомания, рухи бәйһеҙлек, ағастың тамырына сапҡан кеүек, иң тәү сиратта ғаилә нигеҙҙәренә, йәш быуынға янай.

Был саҡырыу бар тарафҡа тарала

Беҙҙең Учалы яҡтарында ла тормошобоҙға йәм һәм мәғәнә өҫтәгән Ағинәйҙәр ҡоро матур ғына итеп эш башлап ебәрҙе. Зыялы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ февралдә булып үткән ҡорҙарында үҙҙәрен борсоғандар тураһында уртаға һалып һөйләшеп, киләсәккә эштәрен планлаштырҙылар. Төп бурыстарҙың береһе -  ауыл тормошон йәнләндереү, уға ҡот өҫтәү,  йәш быуынды тәрбиәләү, рухи ҡиммәттәрҙе, башҡорт халыҡ традицияларын һаҡлау. Ағинәйҙәр тәрбиә эшендә миҙгел байрамдарын, экологик өмәләр кеүек күмәк эш төрҙәрен тергеҙеп, уларҙы бөтә ауыл менән үткәреү, ағинәйҙәрҙең һәм аҡһаҡалдарҙың тәрбиә мәктәбен ойоштороу, кис ултырыу, ҡул эштәренә өйрәнеү кеүек сараларҙы файҙаланырға кәрәклеген дә билдәләне.

Әбйәлилдә Ағинәйҙәр ҡоро төҙөлә башлауы хаҡында һүҙ сыҡһа, күптәр: “Бәй, беҙҙә ул электән бар түгелме һуң?” – тип  аптырап ҡала. Әлбиттә, Әбйәлил булһын да, нисек ағинәйҙәрһеҙ булһын инде! Тик  беҙҙә башлыса сәсәниәләрҙе “ағинәйҙәр” тип йөрөттөләр. Район, билдәле булыуынса, сәсәнлек  мәктәбе менән дан тота. Хәнифә Әбүбәкерова  менән Вәсилә Садиҡова – бөтә республикаға билдәле һүҙ оҫталары. Шулай уҡ Гөлнур Мамлеева, Мәфтуха Мусина, Вазифа Хәйретдинова, Мәүҙиға Баймөхәмәтова, Фатима Һибәтова, Әсмә Солтанова, Флүрә Низамова, Айһылыу Хәсәнова, Сәфинә Солтанова, Ләлә Ғүмәрова, Фәүҡинур Сафина һәм башҡа бик-бик күптәр үҙҙәренең шиғри юлдарға һалынған аҡ һүҙҙәре, өгөт-нәсихәттәре менән элек-электән халыҡ араһында тәрбиәүи эш алып барҙы.

Кәңәш бирә йөрөгөҙ,

кәңәш ала йөрөгөҙ...

Боронғоларҙың бер аҡылы булыр был: кәңәш бирә йөрөгөҙ, кәңәш ала йөрөгөҙ. Шөкөр, ул йола бәҙһеҙләнә төшһә лә, ил-йорт эсендә кәңәш бирә йөрөр аҡһаҡалдарыбыҙ, ағинәйҙәребеҙ бөтмәгән, уларҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалыр иманлылар ҙа бихисап. Тап ошо йолабыҙҙы бар тулылығында, урын-еренә еткереп терелтеү, уны йәшәйешебеҙҙең төп ҡанундарының береһенә әүерелдереү мөҙҙәте етте хәҙер. Ул йоланы атҡарыуҙың төп шарты – халҡыбыҙҙы иманға өндәү. Өндәүселәр – үҙҙәре иманлы йәшәү рәүеше өлгөһө булған ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар. Улар өлгөһө, улар тәжрибәһе аша йәштәребеҙ, балаларыбыҙ, урта быуын аңына, иманлылыҡ күп мәсьәләләрҙе үҙенән-үҙе хәл итә, тигәнде һеңдереү. Шуның өсөн дә һәр районда, һәр ауылда ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар хәрәкәтен тергеҙеү, уларҙың кәңәш ҡорон эшкә егеү Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының ошо бурысты атҡарыуға ең һыҙғанған Ғаилә, әсәлек, балалыҡ һәм атайлыҡ мәсьәләре буйынса комиссияһының (етәксеһе Гөлфиә Янбаева) эш планына төп пункт булып индерелгән.

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы