20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Октябрь 2014    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


Ағинәйҙәр – беҙҙең ҡалҡан

Аҡ яулыҡ бәйләгән әбейҙәрҙең барыһы ла ағинәй була алмай, тиҙәр. Шулайҙыр. Хәйер, ағинәй исеме – дан-шөһрәт билдәһе түгел, уны миҙал итеп күкрәккә тағып, йә диплом итеп стенаға элеп ҡуйып булмай, ул иң тәү сиратта һинең булмышың, йәшәү рәүешең – яҡшылыҡҡа, яҡтылыҡҡа, камиллыҡҡа ынтылышың. Шуға ла Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа рәсми рәүештә танылыу алған ағинәйҙәр хәрәкәтен йәмғиәт ауырыуҙарына ҡаршы ҡалҡҡан   иммунитет менән сағыштырып булыр ине. Рухиәтте ҡаҡшатҡан төрлө  ҡурҡыныс сирҙәргә ҡаршы тап ҡатын-ҡыҙҙарҙың берләшеүе тәбиғи күренеш – улар ғаилә усағын һаҡлаусы, балаларҙы, тимәк киләсәкте яҡлаусы. Ә алкоголизм, наркомания, рухи бәйһеҙлек, ағастың тамырына сапҡан кеүек, иң тәү сиратта ғаилә нигеҙҙәренә, йәш быуынға янай.

Ошо уйҙарымды Әбйәлил районында ун өс райондың вәкилдәре ҡатнашлығында үткән ағинәйҙәр ҡоро раҫланы. Тәү ҡарамаҡҡа ғына милли кейемдәге ағинәйҙәр яландағы аллы-гөллө наҙлы сәскәләр кеүек, аҡ яулыҡ ябынғанға, ахыры, яҡлауһыҙ күгәрсендәр кеүек күренә. Әммә тейеп ҡара ҡәҙерлеләренә, ғәзиздәренә, рухи байлығыбыҙға - батыр йөрәкле арыҫланға әйләнәләр, илде һаҡлар ҡалҡанға әүреләләр. Үҙҙәре көслө: бил нәҙек булһа ла, арҡа ныҡ, әле генә күбәләктәй осалар, күҙ асып йомғансы ергә һеңдерә баҫырлыҡ ғәйрәт менән тулалар. Улар үҙҙәренең матурлығын, ҡеүәтен бар тулылығында белмәйҙер ҙә, бәлки, ә ситтән был яҡшы күренә, тойола: яҡты уйҙар менән йәшәгәнгәлер сәскә-ҡалҡан ағинәйҙәр нур бөркә; күмәкләгәндең яу ҡайтарғанын белгәнгә, изге ниәттәрҙе тормошҡа ашырыр өсөн улар елле йоҙроҡҡа уҡмаша. Шулай берләшеп, әллә күпме маҡтауға лайыҡ эштәр башҡаралар.

- Беҙҙә халыҡ берҙәм, эште башлау ғына көс, күтәреп алалар, - ти Әбйәлил районының ағинәйҙәрен етәкләгән Роза Таһирова. – Ағинәйҙәр хәрәкәтенә лә бик әүҙем, дәррәү ҡушылдыҡ. Төрлө йүнәлештәр буйынса эшләйбеҙ: боронғо кәсептәрҙе, йолаларҙы тергеҙеү, буйҙаҡтар мәсьәләһен хәл итеү, сәләмәт тормош өсөн көрәш… Хәрәкәттең уртаһында күпселектә уҡытыусылар, медицина, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҡайнай, әммә башҡа һөнәр эйәләре лә ситтә ҡалмай. Ағинәйҙәр - тирә-әйләнәгә, киләсәккә битараф булмаған кешеләр ул.

Ысынлап та, ҡорҙағы сығыштарҙан шул билдәле булды: властарҙан ярҙам һорап, инәлеп йөрөмәгән, ә үҙҙәре ярҙамға ашыҡҡан ағинәйҙәр башҡарған эштәрҙе һанап та бөтөрлөк түгел. Мәктәп уҡыусылары менән осрашыуҙар, яңғыҙ йәшәгән ололарҙың тормошон еңеләйтеү, зыяраттарҙы ипкә килтереү, шишмәләрҙе таҙартыу кеүек эштәр менән бер рәттән,үҙҙәрен дә онотмайҙар - сәләмәтлек клубтарын да булдырғандар, йома сәйҙәре лә ойошторалар, ҡул эштәре менән дә булалар. Ошо йәһәттән барыһына ла Ләлә Ғүмәрова етәкләгән Амангилде ауылы ағинәйҙәрен өлгө итеп күрһәтергә мөмкин. Юҡҡа ғына ҡунаҡтарҙы ҡаршылау бурысы ошо талантлы, булдыҡлы, белдекле ағинәйҙәргә йөкмәтелмәгәйне. Был бурысты лайыҡлы үтәне улар, ҡунаҡтар һоҡланыуҙан «аһ» итте. Ҡул эштәре күргәҙмәһе, табын, йыр-моң – барыһы ла үҙебеҙсә, башҡортса! Ҡунаҡ ҡаршылағанда тула баҫыу серҙәрен дә асты Амангилде ағинәйҙәре. Тула баҫыу тураһында һәр кем ишетеп белһә лә, күптәр уны тәүгегә күрҙе, шуға ла тамаша ҡылыусылар өсөн оҫталыҡ класы хас та яңы планетаны асыуға тиң ине. Ана ҡалай баҫалар икән, тип аптырашҡандар бер нәмәне лә күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тырышты: «Өйрәнергә кәрәк!». Башҡорт һуҡма шәлен тергеҙеүселәрҙең береһе Ғәшүрә Әбүбәкированан шәхси консультация алыусылар ҙа байтаҡ ине. Хатта ҡыҙығып, күргәҙмәгә ҡуйылған дебет шәлен, кейеҙен һатып алдылар:

- Йөҙ йыл үтһә лә туҙмай бит улар!

Ҡунаҡтарҙың күңелен күрергә тырышҡан Рысҡужа ауылы ағинәйҙәре («Ҡыҙылым» фольклор төркөмө ағзалары) саранан үҙҙәре лә оло ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерҙе.

- Рухташтарҙы, фекерҙәштәрҙе күреп, аралашып, ҡыуаныштыҡ, - тиеште улар. – Үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнап ятмаҫҡа, тәжрибә уртаҡлашырға бындай саралар бик кәрәк ул.

Сараны ойоштороусы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҡарамағындағы “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, «Киске Өфө» гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева әйтеүенсә, бындай ҡорҙар киләсәктә лә үткәреләсәк:

- Ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар ҡорҙары бөгөн генә уйлап сығарылған хәрәкәт түгел, –тине Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы сараны асып. – Милләтте тап ошо кешеләрҙең аҡылы, әүҙемлеге,  энтузиазмы йәшәтә лә инде. Һуңғы йылдарҙа тормошобоҙға, рухыбыҙға, милләт бишеге булған ауылдарыбыҙға ҡара яуҙай ябырылған заман ҡасафаттарына ла ошо ағинәй-аҡһаҡалдар аҡылы ҡаршы тора. Шуға ла беҙ улар хәрәкәтен рәсмиләштереп, Бөтә донъя башҡорттары Башҡарма комитеты, район һәм ҡала ҡоролтайҙары ҡарамағындағы йәмәғәт ойошмаһы статусы бирергә булдыҡ.  Һуңғы ваҡытта Рәсәй кимәлендә лә ошондай йәмәғәт ойошмалары ойоштороу зарурлығы күтәрелә, Рәсәй Президенты Владимир Путин әленән-әле йәмәғәт институттарын тергеҙеү тураһында телгә ала. Беҙҙең Ағинәйҙәр ҡорҙары ошо йәмәғәт институтының сағыу, башҡа бер төбәктә лә булмаған бер өлгөһө инде. Ағинәйлек – башҡорт ҡатын-ҡыҙының йәшәү рәүеше. Ағинәйлек – ҡартлыҡ түгел, ә рухиәт билдәһе. Быны беҙҙең ағинәйҙәр араһында йәштәрҙең байтаҡ булыуы ла раҫлай.   Тимәк, өлкән ағинәйҙәребеҙ үҙҙәренән һуң килгән быуын тураһында ла ҡайғырта, уларға үҙ тәжрибәһен тапшыра, артынан әйҙәй. Был йәһәттән, әлбиттә, Әбйәлил, Баймаҡ райондары ағинәйҙәр хәрәкәтен билдәләп үтке килә. Сибай ҡалаһында, Учалы, Йылайыр, Хәйбулла, Белорет райондарында ағинәйҙәр матур эшләп китте. Ейәнсура, Күгәрсен, Бөрйән, Асҡындар ҙа эш башлап тора. Күрһендәр, өйрәнһендәр, тип, Ғафури, Ишембай һәм башҡа райондарҙың вәкилдәрен махсус рәүештә саҡырҙыҡ. Бына нисек нур һибеп ултыраһығыҙ, һеҙҙең эргәлә һәр кем күңел кинәнесе кисерә бөгөн. Һеҙ беҙгә тағы бер тапҡыр шуны раҫланығыҙ: ағинәйҙең йөҙө нурлы,  кейгән кейеме матур, үҙе сәләмәт, үҙе йырлай, бейей, бар эштәргә маһир, бар йолаларҙы теүәл итеп әйтеп бирә. Ағинәй мотлаҡ бәхетле кеше һәм ул үҙенең бәхетен, күңел бөтөнлөгөн башҡаларға ла йоҡтора йөрөй. Ағинәйҙәр битараф түгел, улар ауылдарҙағы бар хәлде күҙ менән ҡаш араһында тота, урындағы власть әйткәнен көтөп тормай,  проблемаларҙы хәл итеү өсөн ең һыҙғана. Бына ошо була инде беҙ өлгәшергә теләгән үҙидаралыҡ. Ауылдарыбыҙҙы һаҡлап ҡалыуҙың башҡа юлы юҡ бөгөн...  

Төп йүнәлештәрҙе билдәләгәс, “Ағинәйҙәр хәрәкәте яҙыусы, шағирә, йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡованан башланды, тиһәң дә була”, тип, Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы һүҙҙе уға бирҙе.

- Һеҙҙе күрҙем дә, сәскәләр донъяһымы ни, тип һоҡландым, күңелегеҙ матурлығы йөҙөгөҙгә сыҡҡан! – Гүзәл Рамазан ҡыҙы ҡорҙа ҡатнашыусыларҙы байҡап сыҡты, әйтерһең дә, һәр береһен ҡарашы менән һөйҙө. – Эште доғанан, имандан башланыҡ, тип әйтеүегеҙ ҡыуандырҙы. Бар изге нәмә тәүфиҡтан, мөхәббәттән башлана...

Замандан артта ҡалмай, Интернет менән ҡулланырға өйрәнергә саҡырған Гүзәл апайҙың, әйткәндәй, «Бәйләнештә» сайтында «Башҡорт ҡатын-ҡыҙы» тигән төркөмө бар. Егәрле кеше Әбйәлилдән  ҡайтыу менән «Ағинәйҙәр ҡоро» тигән төркөмсә лә асып ҡуйҙы. Икенсе шәптекәй - Бөрйән районынан Көнһылыу Ҡотлобаева унда комментарий ҙа яҙырға өлгөрҙө: «Киске Өфө»лә һәм ошо төркөмдә эш тәжрибәләрен баҫтырһағыҙ ине. Был ҡорҙа ҡатнаша алмаған, бигерәк тә ошондай эштәр башланғыс алмаған төбәктәр өсөн мәғлүмәт булыр, ойотҡо ла булыр ине нәх баҫҡан күңелдәргә». Хаҡ һүҙҙәр! Ҡорҙа ҡатнашҡан РФ Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева ла ағинәйҙәр хәрәкәтен хуплап, өлгөрҙәрҙе маҡтап, Әбйәлил районындағы ағинәйҙәр офистарына компьютерҙар бүләк итергә вәғәҙә итте: «Мәғлүмәтлеләр донъя менән идара итә». Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы үҙ һүҙен тота белә, тимәк ошо арала Әбйәлил ағинәйҙәре иҫәбенә Интернет селтәре менән ҡулланыусылар һаны артасаҡ.

Гөрләп үткән ағинәйҙәр ҡоронда шулай уҡ Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев та  ҡатнашты. “Һәр район-ҡалала ғына түгел, ә һәр ауылда ла ҡоролтайҙарҙың тәүге ойошмаларын төҙөү маҡсатын алға алғанбыҙ, – тип һөйләп китте Румил Тәлғәт улы. – Гүзәл заттарыбыҙҙың әүҙемлеген, өлгөрлөгөн иҫтә тотоп,  иң тәүҙә ағинәйҙәрҙе бер ҡорға тупламаҡсы булдыҡ. Хәҙер иһә ағинәйҙәргә “Ир-егеттәрҙе лә әүҙемләшергә ярҙам итегеҙ, үҙ артығыҙҙан эйәртегеҙ”, тип өндәшәбеҙ. Бына шулай үҙидаралыҡҡа киләйек. Ауылдарыбыҙ яҙмышын үҙебеҙҙең ҡулға алайыҡ...”

Илһамланып, дәртләнеп, үҙ-ара танышып, ҡыуаныста таралышты ағинәйҙәр. Йөрәктәренә һалынған осҡондарҙы түкмәй-сәсмәй алып ҡайтып, мотлаҡ ауылдарына нур итеп таратырҙар әле улар.

Баныу Ҡаһарманова.

 

Фекерҙәр

Райхана Йәһүҙина, Ишембай районы, Кинйәкәй ауылы:

- Ағинәйҙәр клубын «Йәш беҙҙең күңелдәр» тип атаныҡ (етәксебеҙ Рәзидә Ғафарова). Йәш саҡтан тормош уртаһында ҡайнап йәшәп, аҙаҡ пенсияға сыҡҡас, бер кемгә лә кәрәкмәйем, тигән ауыр уйҙар баҫмаһын, ауырлыҡтарға бирешмәү өсөн ағинәйҙәр хәрәкәтенә ҡушылыу кәрәк, тип уйлайым. Мин үҙем хаҡлы ялда булһам да, йәмәғәт эшендә ҡатнашырға яратам. Йәмғиәткә файҙалы кеше булыу – күңел талабы,  изге эштәр башҡарыуҙан оло ҡәнәғәтлек тойғоһон алаһың.

 

Фәриҙә Айытбаева, Бөрйән районы, Иҫке Собханғол ауылы:

- Беҙҙең ағинәйҙәр клубында «Һаулыҡ», «Иман нуры», «Экология», «Фольклор» тигән төркөмдәр бар. Һәр кем ағинәй исемен ала алмай, бының өсөн мотлаҡ абруйлы, рухлы булыр кәрәк. Бер нимә менән дә ҡыҙыҡһынмай, күңелһеҙ һоро тормош менән генә быҫҡып йәшәп ятыу – беҙҙең өсөн түгел.

 

         Асия Ғәйнуллина, Сибай ҡалаһы: 

- Быуындар бәйләнешен өҙмәй дауам итеү, телебеҙҙе һаҡлау маҡсатында Сибай телевидениеһында «Мәктәп яңылыҡтары» һәм «Ағинәйҙә - ҡунаҡта» тигән тапшырыуҙар ойошторҙоҡ. Ҡайҙа сығыш яһаһалар ҙа ағинәйемдең һәр береһе янында өс һылыуҡайы йүгереп-бейеп тора - Сибай ҡалаһының Халыҡ ижады үҙәгендә «Ете ҡыҙ» матурлыҡ студияһын асҡанбыҙ. Үҙебеҙгә алмаш әҙерләүгә бик ҙур иғтибар бүләбеҙ.

        

Айһылыу Йомағужина, Белорет районы, Үткәл ауылы:

- Арыу ғына эшләп киттек. Арабыҙҙа ололар ҙа бар, әммә күбебеҙ – йәштәр. Иң тәүҙә зыяраттарҙы ипкә килтерҙек, ташландыҡ стадионды кәртәләтеп, буяныҡ. Ағинәйҙәр тураһында гел ишетеп, эх, уларҙы күрергә, тәжрибәләрен өйрәнергә ине, тигән хыялым бар ине, шөкөр, шул теләгем бөгөн ҡабул булды. Ойоштороусыларға, беҙҙе ҡолас йәйеп ҡаршы алған әбйәлилдәргә барыһы исеменән дә ҙур рәхмәт!

 

Ләлә Ғүмәрова, Әбйәлил районы, Амангилде ауылы:

- Ауырлыҡтарға һылтанмай, милли матбуғатты күтәреү кәрәк! Беҙ ошо юҫыҡта һынатманыҡ, тип уйлайым: «Йәшлек», «Киске Өфө» һәм башҡа баҫмаларға яҙылдыҡ. Үҙемдең ағинәйҙәргә рәхмәт: йортта мәшәҡәттәре тулып ятһа ла, эшем бар, тип тормайҙар, бар сараларҙа ла әүҙем, ихлас ҡатнашалар. Хәҙер беҙгә аҡһаҡалдарҙы эйәртер кәрәк – улар ҙа беҙҙең янда булһа, эшләүе күпкә еңелерәк, күңеллерәк буласаҡ.

 

Фотоларҙа:

Рысҡужа ауылы ағинәйҙәре Зөһрә Мәһәҙиева, Сәбилә Ҡорбанғәлина, Айгөл Һибәтова, Гүзәл Яҡупова, Зильда Моталова, Фәрүәз Ҡаһарманова, Айһылыу Хәсәнова.

«Әсәйемдән өйрәнгән эште намыҫ итеп тотондом», - ти оҫтабикә Ғәшүрә Зәйнулла ҡыҙы Әбүбәкирова.

 

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.

“Йәшлек” гәзитенн алынды.

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы