20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Декабрь 2014    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


» Материалы за Декабрь 2014 года

Ҡәҙерле туғандар!

 

Туған телдең әһәмиәте тураһында кеше уйлап сығарған стандарттар һәм закондар йәһәтенән түгел, ә тәбиғәт ҡанундарына нигеҙләнеп сығыш яһарға булдым. Һәм был сығышымда туған телдең әһәмиәте хаҡында түгел, ә туған телде юғалтыу арҡаһында ниндәй ҡиммәттәрҙән мәхрүм булыуыбыҙға бер аҙ ғына байҡау яһамаҡсымын.

Тәбиғәт кешелек донңяһын бар иткән саҡта, һәр кешегә үҙ-үҙен дауалау сараһы бүләк иткән. Ул – йыр-моң. Тәбиғәттең иҫ китмәле мөғжизәһе ул моң. Туған тел моһо, йыр моңо. Кеше үҙ-ара туған телдә аралашып, туған телендә йырлап йәки йыр-моң тыңлап нерв күҙәнәктәрен яйға һала, күңел көсөргәнешлеген йомшарта, тотош булмышын сәләмәтләндерә.

Уртаҡ тел, уртаҡ моң – ул йән йылыһы барлыҡҡа килтерә. Ә йән йылыһы милләттәштәрҙе берләштерә. Йән йылыһы ала алмауҙың ни икәнлеген инкубатор ысулы менән бар булған тауыҡтар миҫалында асыҡ күрәбеҙ. Фән һәм техника үҫеше арҡаһында себеш сығарыу өсөн тән йылыһы алыуға өлгәшелгән, әммә йән йылыһы булмағанлыҡтан, ул тауыҡтар үҙҙәре себеш баҫып сығара алмай. Йән йылыһы тартымы булмаған хәлде шәжәрә байрамдарында асыҡ күреп була. Ҡарттар бергә йыйылыша, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Урта йәштәгеләр ярым-йорто туған телдә һөйләшеп, үткәндәрҙе хәтерләп ала.

Решение

расширенного заседания Исполкома МСОО ВКБ   

«О состоянии башкирского национального образования в Республике Башкортостан в условиях реализации  Закона РФ «Об образовании в РФ»

 и Закона РБ «Об образовании в РБ»

 

от 10 декабря 2014 года

 

         Мы, участники расширенного заседания Исполкома Международного союза общественных объединений «Всемирный курултай (конгресс) башкир», заслушав и обсудив доклад заместителя председателя Исполкома Б.Р.Кусябаева «О состоянии башкирского национального образования в Республике Башкортостан в условиях реализации Закона РФ «Об образовании в РФ» и Закона РБ «Об образовании в РБ», в целом считаем, что развивается материально-техническая база башкирского национального образования, строятся новые школы, открываются детские сады, повышается обеспеченность местами в дошкольных образовательных учреждениях, повышается образовательный уровень учителей и воспитателей, растет их заработная плата.

Однако в сфере образования имеются и тенденции, которые серьезно беспокоят общественность. В ходе оптимизации образовательных учреждений  не всегда учитываются желание родителей, что может привести со временем к ликвидации сельских населенных пунктов и росту безработицы. Резкое сокращение количества учителей пагубно отразилось на занятости населения села. Особенно тревожна тенденция уменьшения количества учебных образовательных учреждений, где дети обучаются на родном башкирском языке. Вопреки требованиям Федерального государственного образовательного стандарта уменьшается количество уроков, предоставленных для изучения родного башкирского языка.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының “Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының “Мәғариф тураһындағы” закондарын үтәү шарттарында башҡорт милли мәғарифының торошо”  темаһына арналған  киңәйтелгән ултырышы

ҡарары

 

Беҙ, Йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)”  Башҡарма комитетының  киңәйтелгән ултырышында ҡатнашыусылар, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Б.Р.Күсәбаевтың Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының “Мәғариф тураһындағы” закондарын үтәү шарттарында башҡорт милли мәғарифының торошо”  темаһына арналған докладын тыңлап, фекер алышҡандан һуң түбәндәгеләрҙе билдәләп китәбеҙ: башҡорт милли мәғарифының матди-техник базаһы нығый, яңы мәктәптәр төҙөлә, балалар баҡсалары асыла, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы балалар баҡсалары менән тәьмин итеү яҡшыра, уҡытыусыларҙың һәм тәрбиәселәрҙең белем һәм профессиональ кимәле күтәрелә, мәғариф хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы арта.

13 декабря в Твери прошел сабантуй,  буквально. В смысле, непривычное застолье, а башкирский праздник, который организовала ТГООНКА "Конгресс башкир" и его руководитель Марат Бахтиев.

 

Несмотря на то, что были приглашены и официальные лица: представители Правительства области и города Твери, встреча была неофициальной и очень домашней, что собственно и нужно людям, живущим вдали от родины. 


Повод - 10-летие национального ансамбля "Идель", которому был посвящен фильм, снятый тверским режиссером Игорем Марченковым, при продюсерстве Марата Бахтиева. Тверских гостей и руководителей национальных диаспор знакомили еще и с башкирской национальной кухней.

 

Я впервые пила настоящий кумыс и ела домашнюю колбасу-казылык из конины. Хотя тот же кумыс, оказывается, производится и в Тверской области.

Йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)” Башҡарма комитетының киңәйтелгән ултырышында “Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында” “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында” закондарын үтәү шарттарында милли мәғарифтың торошо” темаһына

доклад

 

Хәйерле көн, хөрмәтле Салауат Тәлғәт улы!

Хәйерле көн, мөхтәрәм президиум, башҡарма комитет ағзалары һәм бөгөнгө ултырыш эшендә ҡатнашыусылар!

 

Бөгөн бөтә донъя кеше хоҡуҡтары көнө билдәләнә. Был көндөң мәғариф өлкәһендә булған хоҡуҡтарыбыҙ тураһында һүҙ барасаҡ йыйынға тап килеүе символик әһәмиәткә эйәлер.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетын милли мәғарифтың бөгөнгө хәле һәм киләсәге борсой. Рәсәй Федерацияһында һан яғынан 4-се урында торған башҡорт халҡының туған теленең киләсәге бармы? Әллә ЮНЕСКО эксперттары билдәләгәнсә, “киләсәге хәүеф аҫтында” ҡалған тел булараҡ, яҡын арала, ике-өс быуындан һуң юғалырмы? Действительно, положение башкирского языка по данным экспертов ЮНЕСКО вызывает опасение. Для сравнения: положение татарского языка считается комфортным.

2014 йылдың 10 декабрендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) Башҡарма комитетының киңәйтелгән ултырышы уҙғарылды. Ул “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында” һәм “Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында” закондарының үтәлеше шарттарында башҡорт милли мәғарифының торошо” проблемаһына арналды. Киңәйтелгән ултырышта Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары С.Т.Сәғитов, Башҡортостан Республикаһы Президенты хакимиәтенең идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Р.Х.Сабитов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы рәйесенең урынбаҫары Й.С.Ильясова, мәғариф министры Ә.С.Ғаязов, республиканың район һәм ҡалалары хакимиәттәре башлыҡтарының урынбаҫарҙары, ҡоролтай рәйестәре, шулай уҡ Силәбе, Пермь, Ырымбур өлкәләренән дә ҡоролтай рәйестәре ҡатнашты.
Төп доклад менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) Башҡарма комитеты рәйесенең урынбаҫары Б.Р.Күсәбаев сығыш яһаны. Доклад буйынса фекер алышыуҙарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары С.Т.Сәғитов, Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры Ә.С.Ғаязов, Башҡортостан Республикаһы Президенты хакимиәтенең идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Р.Х.Сабитов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) Башҡарма комитеты рәйесе Р.Т.Аҙнабаев, РФА Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Ф.Ғ Хисаметдинова, яҙыусы, “Тормош һабаҡтары” дәреслеге авторы М.С.Бураҡаева, Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары С.Б.Баязитов, башҡорт теле уҡытыусыһы Н.С.Бикбова, БДБ ҡоролтайының Мәғариф һәм фән буйынса комиссияһы рәйесе Ф.Б.Санъяров, “Китап” нәшриәте директоры Йәндәүләтов И.М. һ.б. ҡатнашты.
Киңәйтелгән ултырыш милли мәғарифтың торошон яҡшыртыу маҡсатында ҡарарҙар ҡабул итте.

3 декабрҙә Пермь крайы Барҙым Мәҙәниәт йортонда шәжәрә төҙөүгә арналған ҙур сара үтте. Уны Пермь крайы губернаторы һәм Барҙым районы хакимиәттәре,  Бөтә Донъя Башҡорттары Ҡоролтайы Башҡарма комитеты ярҙамы менән край башҡорттары ҡоролтайы  ойошторҙо.Тәүге өлөш конкурс формаһында үтеп, нәҫел ептәрен барлаусылар шәжәрәләрен тәҡдим итте. Барлығы 11 ғаилә шәжәрә ағасы менән таныштырҙы.

Шәжәрәһен өйрәнгән, архив мәғлүмәттәре, тарих­ҡа нигеҙләнеп яҙылған китаптар менән таныш­ҡан, асыҡлайһы нәмәләрҙе асыҡларға ынтылған, үҙ үткәненә битараф булмаған милләттәштәребеҙҙең һәр береһе маҡтауға лайыҡ.

Сараның икенсе  өлөшөндә Шәжәрә халыҡ байрамы

Сәфәр башы
Үзбәкстанға Башҡорт мәҙәниәте фестиваленә командировкаға ебәрелеүем хаҡында ишеткәс, берсә тулҡынландым, берсә ҡыуанып та ҡуйҙым. Нимә генә тимә, һәр сәфәр күңелде – яңы хистәр, зиһенде көтөлмәгән уй-фекерҙәр менән һуғара. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса 35 мең тирәһе милләттәшебеҙ йәшәгән төбәктә Зәки Вәлиди исемендәге башҡорт ижтимағи-мәҙәни үҙәге лә эшләп килә. 
Юлға сығыр алдынан уның етәксеһе Илшат ағай Хәсәнов менән бәйләнешкә инеп, самолеттарҙың ваҡытын хәбәр итәм. “Мәскәү аша осаһығыҙмы ни? Алданыраҡ килегеҙ. Тура осҡандары ла бар бит”, – тиһә лә, аҙнаһына бер тапҡыр шаршамбы көндә Үзбәкстандың баш ҡалаһы Ташкентҡа юлланған “тимер ҡош”ҡа тап килтереп булманы сәфәр башын. Бер уйлаһаң, ҡыҙыҡ инде ул ил менән ил араһындағы бәйләнештәр: Ҡаҙағстан, Үзбәкстан кеүек республикаларҙа Башҡорт­остандан әллә күпме халыҡ йәшәй, ә тура самолет ҡаҙаҡ еренә бөтөнләй юҡ, үзбәктәргә аҙнаһына бер тапҡыр ғына икән. Дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре, иҡтисади-сәйәси бәйләнештәр хаҡында һөйләүе лә ауыр булып китә бер самолеттан икенсеһенә әллә нисәмә тапҡыр күсеп ултырып йөрөй башлаһаң.

Ауырлыҡтары барланды ла ул...

тик улар ҡағыҙҙа ғына ҡалмаһын ине

 

Ҡурған тигәндә, иң элек был төбәктәге башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының үҙенсәлекле милли кейемдәре һәм әлегәсә ҡулланылған француз яулыҡтары (ҡушъяулыҡтар) менән бер рәттән, Сафакүл районының Аҙналы ауылы дөйөм белем биреү мәктәбендә урынлашҡан бай экспонатлы крайҙы өйрәнеү музейы күҙ алдына баҫа. Шуға ла “Башҡортостанда – Ҡурған өлкәһе башҡорттарының мәҙәниәт көндәре” сараһына килгән делегация составында Аҙналы ауылы музейын һаҡлаусы Наил Ғилемйәновты күргәс,  иң тәүҙә бөгөнгө оптималләштереү заманында үткән менән бөгөнгөнө бәйләп торған тарихи ҡомартҡылар яҙмышы менән ҡыҙыҡһындым.

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы