20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Декабрь 2014    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


» » » ҠОЯШЛЫ ТАШКЕНТ ҠАЛАҺЫ ҺЫЙЫНДЫРҒАН БАШҠОРТ БАЛАҺЫН
ҠОЯШЛЫ ТАШКЕНТ ҠАЛАҺЫ ҺЫЙЫНДЫРҒАН БАШҠОРТ БАЛАҺЫН
Сәфәр башы
Үзбәкстанға Башҡорт мәҙәниәте фестиваленә командировкаға ебәрелеүем хаҡында ишеткәс, берсә тулҡынландым, берсә ҡыуанып та ҡуйҙым. Нимә генә тимә, һәр сәфәр күңелде – яңы хистәр, зиһенде көтөлмәгән уй-фекерҙәр менән һуғара. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса 35 мең тирәһе милләттәшебеҙ йәшәгән төбәктә Зәки Вәлиди исемендәге башҡорт ижтимағи-мәҙәни үҙәге лә эшләп килә. 
Юлға сығыр алдынан уның етәксеһе Илшат ағай Хәсәнов менән бәйләнешкә инеп, самолеттарҙың ваҡытын хәбәр итәм. “Мәскәү аша осаһығыҙмы ни? Алданыраҡ килегеҙ. Тура осҡандары ла бар бит”, – тиһә лә, аҙнаһына бер тапҡыр шаршамбы көндә Үзбәкстандың баш ҡалаһы Ташкентҡа юлланған “тимер ҡош”ҡа тап килтереп булманы сәфәр башын. Бер уйлаһаң, ҡыҙыҡ инде ул ил менән ил араһындағы бәйләнештәр: Ҡаҙағстан, Үзбәкстан кеүек республикаларҙа Башҡорт­остандан әллә күпме халыҡ йәшәй, ә тура самолет ҡаҙаҡ еренә бөтөнләй юҡ, үзбәктәргә аҙнаһына бер тапҡыр ғына икән. Дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре, иҡтисади-сәйәси бәйләнештәр хаҡында һөйләүе лә ауыр булып китә бер самолеттан икенсеһенә әллә нисәмә тапҡыр күсеп ултырып йөрөй башлаһаң.
Нисек кенә булмаһын, мин – аэропортта. Халыҡ шығырым тулы. 2015 йылда баш ҡалабыҙҙа үтәсәк ШОС һәм БРИКС саммитына әҙерләнә халыҡ-ара аэропорт бинаһы, шуға күрә бөтәһе лә әлегә бер залда. Ирекһеҙҙән өймәкләшеп, өйкөлөшөп торған ир-егеттәргә күҙ һалам. Оҙатырға килгән иремә: “Ҡарап торһаң, ниндәйҙер халыҡ-ара кимәлдәге, Рәсәйҙәге ғилми сараларға осҡан кешеләргә лә оҡшамағандар, үҙҙәре шул тиклем күмәк”, – тигән һорау менән бағам. Таблола ҡабынған бер һүҙ бөтәһенә лә яуап булды ла ҡуйҙы. Кемдәргәлер күңел нескәреүем аңлашылып та етмәҫ, әммә субырлап күҙҙән йәш тамды:
Эркелешеп теҙелешкән ирҙәр,
Таблоларҙа яна – Салехард!..
Быны күреп ниҙәр әйтер ине
Себерҙәрҙән ҡасҡан Сәлих ҡарт?

Себерҙәрҙән ҡасып ҡайтҡан бит ул
Тыуған иле тиеп, ер-һыуы.
Тойоп ята микән ошо бабай
Илдә ҡатындарҙың ярһыуын?

Белеп ята микән уландары
Ят икәнен тыуған ерендә?
Себерҙәргә башҡорт киткән һайын, 
Бәлки, әйләнәлер гүрендә?..

Эркелешеп теҙелешкән ирҙәр –
Кемдәрҙеңдер ире, атаһы.
Их, ҡулыңдан килеп һәр береһен
Эшле итеп алып ҡайтаһы...

Әзмәүерҙәй мыҡты ағайҙарым,
Һыу һөлөгө кеүек ҡустылар,
Ҡарайым тип ишле ғаиләләрен
Йөрәктәрен усҡа ҡыҫтылар!

Аэропортта яугир вариҫтары,
Яу сыҡҡандай, баҫҡан теҙелеп.
Сәфәр һайын милли айбарлыҡ та
Янып-һүнә кеүек иң элек.

Саралары барҙыр, күреүсе юҡ –
Илдән ирҙе һөрә был алым.
Эркелешеп теҙелешкән ирҙәр,
Таблоларҙа янды – Когалым...
Ни хәл итәһең инде, әммә был – беҙҙең ысынбарлыҡ!..
Мәскәү аша остом Ташкентҡа. Ете сәғәт көткән арала Шереметьевонан Мәскәүгә барып килергәме икән тип уйлап та алғайным, әммә 70 һумлыҡ автобустарҙың өсәр сәғәт тығында ултырыуы, ә 35 минутта Белорус вокзалына барып еткән электричкаларҙың 480 һум тороуы ниәттән кире дүндерҙе. Тиҙлек һәм уңайлыҡ өсөн түләргә кәрәклеген монополистар яҡшы аңлаған. 
Шереметьево аэропортында ниндәй генә сувенирҙар, китаптар юҡ! Классик авторҙарҙың китап магазиндарында тапмаҫ йыйынтыҡ­тарын күреп, бер аҙ шаҡ ҡатып торҙом. Сыңғыҙ Айтматовтың һайланма әҫәрҙәрен 2000 һумға һаталар, Есениндың сувенир вариантта эшләнгән китабы 1800 тора. Хатта Олжас Сөләймәновтың әҫәрҙәре лә сыҡҡан һатыуға – 900 һум. Шуныһы ҡыҙыҡ: Өфөнөң затлы магазиндарында был китаптарҙы табыуы ҡыйын, ә бында хаҡтар тешләшә... Ризыҡ менән дә шул хәл: йылы аш, һурпаға әллә ни өмөт итеп тә булмай, аш-һыу аэропорттарҙа ҡапҡылап алыу өсөн генә бешерелгәндәй. Сәйҙән хәҙер, ғөмүмән, бик сәйер тәм килә. Ҡараһын табыуы ла еңел түгел икән. Сәй – ҡара, әммә әллә ниндәй тәмдәр ҡушылған, төрлө химик матдәләр еҫе борҡоп тора. Уның ҡарауы, зыянлы булыуҙары хаҡында ғалимдар яҙып сыҡһа ла, әллә ниндәй фекерҙәр әйтелһә лә, радио-телевидение хәбәр итеп торһа ла, бутербродтар, гамбургерҙар, чизбургерҙар халыҡ араһында һаман да популярлыҡ менән файҙалана. 
Самолетҡа ултыра башлау хаҡында иғлан иттеләр. Ташкентҡа осоу өсөн 26-сы сығыу урынында йыйылалар. О-о-о! Бында килеп еткәс, үҙемде бер үзбәк мәхәлләһенә эләккәндәй хис иттем. Халыҡтың 95 процентынан күберәге – үзбәктәр. Бер мәл беләгенә утын тейәгән кеүек йәшел паспорттар һалған полиция хеҙмәткәрҙәре килеп етте, улар артынан ике рәткә теҙелешеп атлаған Үзбәкстан вәкилдәре күренде. Аңлағанһығыҙҙыр инде – Мәскәүҙән депортация менән тыуған яҡтарына юллана улар. Араларында һылыу-һылыу ҡатындар ҙа бар. Эш эҙләп кемдәр ҡайҙа ғына йөрөмәй ҙә ниҙәр генә күрмәй... Самолетҡа башта уларҙы индерҙеләр, аҙаҡ бизнес-класс пассажирҙары, балалылар һәм башҡалар атланы. Һары сәсле сөм-ҡара күҙле кескенә үзбәк малайы (ике йәш самаһы) атаһы менән ҡайтып бара. “Әсәйегеҙ ҡайҙа?” – тип ниңә һораштым икән, тинем, “Наша мама умерла!” тигән яуапты ишетеп. Ҡатыны мәрйә булған был йәш ирҙең – Оксана. Малайының исеме лә русса – Никита. Ҡарашына оло ҡайғы кисергәнлеге һеңгән кескәй генә баланың. Дүрт сәғәт осҡан самолетта мыжыманы ла ул, бер нәмә таптырманы ла, йә йоҡлап, йә уянып, ян-яғына ҡаранып тик барҙы. 
Ысынлап та, самолеттың эсе лә хәҙер үзбәк ауылын хәтерләтте. Халыҡ үҙ-ара туған телендә һөйләшә, бер-береһе менән иркен аралаша. Килеп төшкәс, телгә бәйле был күренеш артты ғына. Иғландар үзбәксә әйтелә, бар алтаҡталар, яҙыуҙар ҙа дәүләт телендә. Латин графикаһы киң ҡулланылышта, русса яҙмалар һирәк осрай. 
Мәскәүҙә Үзбәкстанға осҡан өсөн декларация кәрәкмәй, ә бына Ташкентта ошо ергә аяҡ баҫыу хаҡында ике данала документ тултырыла. Унда үҙең хаҡында ғына түгел, йөгөң, уның ҡиммәте, ауырлығы, һаны теркәлә. Таможняла оҙаҡ тотҡарланманым, ә бына баяғы бәләкәй малай менән атаһын үткәрмәнеләр. Улай ғына ла түгел, уларҙы ҡайҙалыр алып киттеләр. Баланың әсәһе булмауы аптыраттымы икән бындағы хеҙмәткәрҙәрҙе, әллә документтары теүәл түгелме? Хәйер, хәҙер былар миңә ҡараңғы, әммә үҙ иленә ҡайтҡан егетте иле ҡабул итһен инде, ниндәйҙер шик булһа, Рәсәй таможняһы был баланы сығармаҫ ине бит!..

Заманса, зауыҡлы ҡала

Мине Зәки Вәлиди исемендәге башҡорт ижтимағи-мәҙәни үҙәге етәксеһе урынбаҫары Альбина Солтанова ҡаршы алды. “Баш­ҡортостан” гәзитендә уның әсәһе – Рәлиә апай Ҡәрипова хаҡында мәҡәлә быйыл көҙ башында ғына сыҡҡайны. Альбина әсәһенең эшен дауам итә. Рәлиә апай уларҙы – өс ҡыҙын – эшлекле, булдыҡлы итеп үҫтергән. Үзбәкстанда йәшәһәләр ҙә, һәр йәйҙе Башҡортостандың Дәүләкән районында үткәргәндәр. Шуға күрә уларға тыуған мөхит, тыуған төйәк бик яҡын. Мин килгән көндә үк ике сәғәттән ҡыҙҙарҙың өлкәне Зөлфиә йәшәгән еренә – Дубайға ҡайтып китте. Уның улы Ташкентта үҫә, Альбинаның ғаиләһендә тәрбиәләнә. Ҡыҙҙарҙың Дәүләкәндә тыуыуы, килеп төшкәс тә ғаиләлә өс малайҙы (минең балалар йәшендәләр) тап итеүем күңелде күтәреп ебәрҙе. Әйтерһең, тыуған еремдән 2300 саҡрым алыҫлыҡта түгелмен. Донъя түңәрәк тигәндәре шулдыр инде, ҡыҙҙарҙың өсөнсөһө менән ситтән тороп танышам тиһәм, беҙ икебеҙ ҙә бер кендек әбейенең балалары булыуы асыҡланды. Кеселәренең исеме – Софья. Сафиялыр, тигән булам.
– Юҡ, Софья! Уға донъяға килергә Дәүлә­кәндәге билдәле акушер-гинеколог Софья Петровна ярҙам иткән. Ул булмаһа, әсәйебеҙ ҙә, һеңлебеҙ ҙә иҫән булмаҫ ине. Ғәзиз кешебеҙ уның хөрмәтенә һеңлебеҙгә исемен ҡушты, – тип аңлатты Альбина. 
Бына һиңә мә! Был исем миңә лә бик таныш, йәһүд милләтле Софья Петровна Морголец бөгөн яҡты донъяла юҡ инде, әммә уның юғары профессионал булыуы хаҡында оҙаҡ йылдар һөйләр әле Дәүләкән халҡы. Ана бит хәбәр хатта үзбәк ерендә лә ишетелеп тора. Бөгөн Софья Германияла йәшәй.
Ташкент менән танышыуҙы иртүк баш­ланыҡ, сөнки төндә килеп төшкәс, әңгә­мәләшеүгә лә, аралашыуға ла ваҡыт бик самалы ине. Юлда аҡсаңды юғалтып ҡуйырһың, карточкаға һал тигән кәңәш мине тамам аҡсаһыҙ итте. Бында бер ерҙә лә “Сбербанк”тың эш хаҡы күсерелгән карточкалары эшлекһеҙ булып сыҡты. Етмәһә, шәмбе көн Ташкентта бер банк та эшләмәй. Ярай кредит карточкаһы бар ине, унан аҡса алып булды. Тик әлеге лә баяғы китап магазиндары ябыҡ. Бик теләгәйнем мәшһүр Зөлфиәнең, Абдулла Ариповтың, башҡа шәреҡ шағирҙарының китаптарын алып ҡайтырға, булманы инде. Ярай, киләһе йыл Әҙәбиәт йылы бит, бәлки, китаптар ил буйлап магазиндарға таратылыр.
Ташкент – ҙур ҡа­ла. Унда зауыҡ ме­нән биҙәлгән йорт­тар, биналар етерлек. Бохара менән Сәмәр­ҡәндте күрһәң, йығылып китер инең әле, тинеләр, һоҡланыуымды күреп. Ҡасандыр Төркиәгә Европа бетле, һаҫыҡ ил тип ҡараған, ана хәҙер нисек! Үзбәкстанды ла Шәреҡ дәүләте тип кәмһетергә тырышмағыҙ, бында үҙ телен, халҡын яратҡан мил­ләт йәшәй. Һәр ерҙә яҙмалар үзбәк телендә, ә инде һөйләштең урамда яңғырап тороуына өйрәнеп тә кителә. Төндә килеп төшкәндә йондоҙҙар ус төбөнә тамырға торһа, көндөҙ ҡояш шундай сағыу, яҡты булып күренде, әйтерһең, махсус яҡтыртыу ҡоролма­һы ҡуйылған. 
Ташкент яҡты, урамдары иркен, әммә унда ла ма­ши­на күп, сит илдекеләргә өҫтөнлөк бирелә, ты­ғын­дар ҙа аҙым һайын осрап ҡына тора. Күпселек халыҡ сауҙагәрлек, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Өфө­ләге һымаҡ уҡ, Ҡытайҙан килтерелгән нәмәләр ҙә етерлек, шулай уҡ Төркиәнең, Ирандың, Дубайҙың сифатлы тауарын тәҡдим иткән магазиндар ҙа бар. Аҙым һайын – сауҙа нөктәһе, аҙым һайын – тәғәм­хана. Унан тыш, ҙур баҙар бар, унда инергә мөмкин­лек юҡ ине, шулай ҙа ситтән фотоға төшөрөп алдыҡ. Архитектура ҡо­мартҡыһы булырҙай биналар күп бын­да. Тамерланға ҡуйылған мөһабәт һәйкәл генә ни тора! Хужа Насретдин да ишәген етәкләп китеп бара, имеш! 
1184;ояшлы Ташкент 1185;ала1211;ы 1210;ыйындыр1171;ан баш1185;орт бала1211;ын!..Үзбәкстан Президенты Ислам Кәримовтың ҡыҙы Гөлнара ла ҡаланың уртаһында зауыҡ менән биҙәлгән бина һалып ултыртҡан. Яҡындағы аллеяға хатта полиция хеҙмәткәрҙәре тикшереп индерә. Баш ҡала ни тиһәң дә баш ҡала инде – һәр кем үҙ урынын табырға тырыша, эш эҙләй, уҡырға инә. Шәреҡ дәү­лә­тенең уҡыу йорттары биналары ла милли на­ғыш­тар менән биҙәлгән. Бер шиғырымда төрөктәр ха­ҡын­да “Аңлай микән төрөк халҡы Үҙҙәренең бәхетен? Улар тойоп йәшәй илдә Илдәренең рәхәтен...” тип яҙғай­ным. Шуның кеүек, үзбәк милләте лә айырым дәү­ләтле булыуы менән сикһеҙ бәхетле. Һәр хәлдә, әгәр күҙҙәремде бәйләп ошонда төшөрөп ҡалдырһалар һәм ҡайҙа эләгеүеңде әйтеп ҡара әле, тиһәләр, биш-ун минут эсендә белә алыр инем. Милли йөҙ, яңғы­рап торған тел, uz тигән яҙма менән башланып киткән аңлатмалар, алтаҡталар шунда уҡ Үзбәкстан ерендә булыуымды төшөндөрөр ине. 
З. Вәлиди исемендәге башҡорт ижтимағи-мәҙәни үҙәге тарихта ҡалған быуаттың туҡһанынсы йылдар башында уҡ, илдәге ҙур үҙгәрештәр осоронда бар­лыҡҡа килгән. Халыҡта милли үҙаң уяныу күренеше лә тип ҡабул итергә була уның ойошторолоуын. Әйткәндәй, тап ошо үҙәк ярҙамында заманында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) халыҡ-ара кимәлгә, донъяуи статусҡа эйә була. 1996 йылда тәүгеләрҙән булып төбәктә ойошторолған “Ирәндек” вокаль инструменталь ансамбле Үзбәкстан райондары, ҡалалары буйлап гастролдә йөрөгәндә тап З. Вәлидиҙең исемен йөрөткән үҙәк кенә түгел, Баш­ҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы ла, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ла уларға һәр яҡлап ярҙам иткән. Шул уҡ йылдарҙа урындағы радиола, үҙәк Үзбәкстан телевидениеһында башҡорт телен­дәге тапшырыуҙарға ваҡыт бүленә. Әйткәндәй, беҙ сәфәр ҡылғанда ла быға шаһит булдыҡ. Ғәжәпләнеп китеп, сығышы менән Башҡортостандың Әлшәй районынан булған апайҙан һорайым, гелән шулай һөй­ләп торамы ни радио, тип. Ул, эйе, тәүлек әйлә­нә­һенә, тигәс, тағы ла аптырап ҡуйҙым. Был хаҡта хатта “Юлдаш” радиоһы эфиры аша ла әйтеп киттек әле ул беҙ. Әммә мәғлүмәт бер аҙ дөрөҫлөккә тап килмәгән икән, үҙәктең етәксеһе Илшат Хәсән улы беҙҙе тө­ҙәтте: аҙна һайын радио эфирына – ике, үҙәк теле­видениеға бер сығаралар икән. 30-40 минут эсендә халыҡты яңылыҡ менән таныштырып ҡалырға ла, көй-моңдарға урын бирергә лә тырышалар икән. Тап беҙ килгәндә ра­дионың көноҙоно әле Райман Ишбаевты, әле Илһам Вәлиевте йырлатыуы, даими шиғыр уҡыуы ҡунаҡсыл­лыҡ билдәһе булғандыр, тип ҡабул иттем. 
Ташкенттың Т. Садыҡов исемендәге ҡала мәҙәниәт йортонда 2008 йылда “Урал” ансамбле ойошторолған. Уның етәксеһе – Үзбәкстан дәүләт хор капеллаһы солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Феруза Халдарова. Уның үҙе хаҡында айырым һүрәтләмәлә таныштырып китербеҙ, ә юлъяҙмала был һылыу ҡатындың, милләте буйынса башҡорт булмаһа ла, башҡорт йырҙарын йырлап, башҡортса матур һөй­ләшеүенә һоҡланып ҡайтыуымды белдерәм. Ташкентта тыуһа ла, ул Өфө сәнғәт училищеһында айырым йырлау буйынса А. Мәсәлимова класын та­мам­лаған. Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә саҡырһалар ҙа, Үзбәкстанға ҡайтып, М. Әшрәфи исе­мендәге Ташкент дәүләт консерваторияһын тамам­лаған. Әлегә тиклем ул К. Яҡубов исемендәге Үзбәк дәүләт филармонияһында эшләй.
Башҡорт телен өйрәнеүсе, көйҙәр, моңдар менән таныштырыусы “Урал” ансамбле эргәһендәге йәк­шәмбе мәктәбе хаҡында айырым әйтеп китеү кәрәк. Әллә ниндәй ғилми китаптар, әсбаптар уҡып сығырға була, әммә йәнле аралашыу, туған халҡыңдың тарихы, йыр­ҙары менән таныштырыу эше алып ба­рыл­маһа, милләтең ме­нән рухи бәй­ләнеш өҙөлөүенә лә күп кә­рәкмәй. Был ансамбль эр­гәһендә тупланған өлкәндәр йәш­тәрҙе, балаларҙы йәлеп итеп, даими эш алып барырға тырыша. 2010 йылда Нефтекамала уҙғарылған “Дуҫлыҡ моңо” халыҡ-ара фес­тивалендә “Урал”­дың иң йәш таланттарының береһе Жәмилә Гиясова диплом яулаған һәм махсус бүләккә лайыҡ булған. Әйткәндәй, баш­ҡорт йәштәрен, Башҡорт­остан­дан сыҡҡан ха­лыҡ­ты туплаған ансамбль эргә­һендә мәғариф, белем биреү проблемалары ха­ҡында ла һөй­ләшәләр. Милләт­тәштәребеҙ балаларын Рәсәй вуздарына уҡыр­ға ебәрергә те­ләй. Шуныһы үкенесле: йылдан-йыл квоталар кәмеп, бөгөн юҡ иҫәбендә тиергә була. “Урал” ансамбле ойош­торған концерттарҙы алып барыу­сы Темур Әлимов – Баш­ҡорт­остан дәүләт медицина университетында, Эрнест Таһиров Башҡорт дәүләт университетында белем ала. Уларға алмашҡа Гүзәл менән Сабина Гасановалар, Нәргизә Лотфрахманова, Диана һәм Рината Әбүмөъминовалар үҫеп килә.
Яңыраҡ З. Вәлиди исемендәге башҡорт ижтимағи-мәҙәни үҙәге эргәһендә “Ағиҙел” клубы ойошторолған. Ағзалары – йәше 55-тән уҙған ҡатын-ҡыҙҙар. Уларҙың һәр кисәһе аулаҡ өй йә булмаһа кис ултырыу кеүек үткәрелә икән. Ҡатындар ҡул эштәре менән шөғөл­ләнә, ҡумыҙҙа уйнай, эйәреп килгән балаларға халыҡ тормошонан тарих һөйләй. Ошо рәүешле Үзбәкстан башҡорттары үҙҙәренсә күңелен йыуата, бер-бере­һенә рухи таяныс була. Төбәктә ойошторолған милли сараларҙың береһе лә хәҙер уларҙан тыш уҙғарыл­май. Апайҙар, инәйҙәр, үҙҙәренең ҡул эштәренән күр­гәҙмә яһап, башҡа халыҡтарға башҡорт ҡатынының оҫталығын күрһәтә. 
“Ағиҙел” менән “Урал”, быларҙан тыш, “Уйна, гармун!”, “Ҡауын байрамы”, “Костюмлы бал” һәм башҡа кисәләр үткәрә. “Ағиҙел”гә йән өрөүселәрҙең береһе – Эммануила Хәбиб ҡыҙы Маһиярова.
З. Вәлиди исемендәге башҡорт ижтимағи-мәҙәни үҙәгендә төрлө йәштәге милләттәштәребеҙ бергә тупланған. Ойошманың ағзаһы Миңһылыу Кулиева шиғырҙар яҙһа, Ринат Гуляев – йәш эшҡыуар, Илшат Яҡшығолов та бизнес менән шөғөлләнә, Ғәләүетдин Сәфәрғәлиев – “Дуҫлыҡ” Юныс-Абад башҡорт-татар ойошмаһы рәйесе, Кәрим Джураев – “Урал” ансамбле ағзаһы. 
Тап бына ошо ойошмаларҙың ағзалары, Үз­бәк­станда йәшәгән башҡорттар 22 ноябрҙә меңдән ашыу кеше һыйҙырған Ташкент дәүләт музыкаль комедия театрының Ҙур залында Башҡорт мәҙәниәте фес­ти­валенә йыйылды.
Милләт рухы һағына баҫҡас

Һаумыһығыҙ, Вәлидиҙе ҙурлап,
Башҡорт ҡотон һаҡлар башҡорттар!
Сәләм һеҙгә милләт мәркәзенән,
Сәләм һеҙгә ғәзиз баш йорттан!

Тыуған ерҙән бигерәк алыҫ икән
Бөгөн төйәк иткән йортоғоҙ,
Әммә нурҙай балҡып саҡырғандай,
Ҡарашығыҙ, йөрәк утығыҙ.

Үҙ күргәнгә бына килеп еттек,
Ялҡын өҫтәйек, тип усаҡҡа.
Ҡайһы тауға ҡарап йырлайһығыҙ
Йәнегеҙҙә терәк юҡ саҡта?

Ниндәй көйҙәр һеҙгә ҡеүәт бирә,
Ниндәй һүҙҙәр һеҙгә дәрт өҫтәй?
Ситтәр араһында үҙең булыу –
Һәр көн ҡамап килгән көрәштәй.

Һеҙҙең ялҡын беҙгә килеп етә,
Бигерәк сағыу Шәреҡ ҡояшы.
Рәхмәт инде үзбәк ҡәрҙәштәргә –
Туҙмаған бит башҡорт ояһы.

Һеҙҙең йөҙҙә милләт ҡото арта,
Бар итәбеҙ бергә баш йортто.
Милләт ҡотон һаҡлап йәшәй ерҙә
Үзбәкстан ере башҡорто! – 
тип өндәштем милләттәштәргә кисен Ташкент дәүләт музыкаль комедия театры сәхнәһенән. Эйе, бәлки, телмәремдең башы бер ни тиклем пафослы ла тойолғандыр, әммә сит ерҙәрҙә үҙҙәренә хыянат итмәй йәшәп ятҡан милләт­тәштәреңә мәҙхиә йырлау йөрәктәренә им генә булыр. Ә инде уларҙы һыйындырған үзбәк халҡына рәхмәт әйтмәһәм, белекһеҙ бер әҙәм кеүек тойор инем үҙемде. Әйткәндәй, халыҡҡа шиғри һүҙ танһыҡ икән. Бер ниндәй тәрже­мәсеһеҙ ҙә үзбәктәр һәр һөйләмде аңлаған. Илдәрҙең, дәүләттәрҙең тыныслығы өсөн беҙгә аралашыу етмәй. Элекке СССР-ҙы ғына иҫкә алайыҡ: милли авторҙар, китаптар бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ ябай уҡыусыға барып етә ине. Мостай ағайҙың әсенеп һөйләгән бер һүҙе иҫтә ҡалған. Ҙур дәүләт тарҡалғас, ул мәшһүр үзбәк шағирәһе Зөлфиәнең үлеме хаҡында гәзит­тәрҙән уҡып белеп ҡала. “Илебеҙҙе юғалтҡас, бәйләнештәр ҙә өҙөлгән, бик әрнеп ҡабул иттем ул хәбәрҙе”, – ти. Ә бөгөн Ташкентта Зөлфиә-шағирәгә һәйкәл ҡуйылған, уның исемендәге премия бар, бүләкте талантлы йәш ҡыҙҙарға тапшыралар. 
Байрам кисәһенә әйләнеп ҡайтайыҡ. Юғары кимәлдә ойошторолған сарала Рәсәйҙең Үзбәк­стандағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Владимир Тюрденев, Рәсәй мәҙәниәт һәм фән үҙәге директоры, кәңәшсе, тарих фәндәре докторы Виктор Шулика, Рәсәйҙең Үзбәкстандағы илселеге кәңәшсеһе Сергей Соколов, Үзбәкстандың интернациональ мәҙәни үҙәге директоры Насриддин Мөхәммәдиев, Ташкент ижтимағи-сәйәси-мәҙәни үҙәгенең Аҡһа­ҡал­дар советы рәйесе Рим Ғиниәтуллин, З. Вә­лиди исемендәге башҡорт ижтимағи-мәҙәни үҙәге рәйесе Илшат Хәсәнов ҡатнашты. Владимир Львович үҙ телмәрендә Башҡорт­остандың Рәсәй дәүләтендә тотҡан урыны, ШОС һәм БРИКС саммиттары тап башҡорт ерендә үтәсәге хаҡында һөйләне. Виктор Николаевич мәҙәни бәйләнештәр аша халыҡтар араһында дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре нығыуы тураһында фекер әйтте. Эйе, тап шулай – Башҡорт мәҙәниәте фестивале быға асыҡ миҫал булды: башҡорт, татар, үзбәк, рус, чечен йыр-бейеүҙәре аша залдағылар күңеленә рухи күперҙәр һалынды. Үзбәкстанда 140-тан ашыу милләт йәшәй. Уларҙы берләштергән интернациональ мәҙәни үҙәк директоры Насриддин Мөхәммәдиев башҡорт ҡәрҙәштәрен байрам менән тәбрикләп, компьютер бүләк итте. 
1184;ояшлы Ташкент 1185;ала1211;ы 1210;ыйындыр1171;ан баш1185;орт бала1211;ын!..Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Баш­ҡарма комитетының Рәхмәт хаты В. Тюрде­нев­ҡа, С. Соколовҡа, Н. Мөхәммәдиевкә, Ғ. За­­риповҡа тапшырылды. Ҙур кинәнес менән атҡарҙым был миссияны, шундай оло ышаныс менән милләттәштәремә илсе итеп ебәргән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитетына, мөмкинлек тапҡан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығына рәхмәт. Яҡшы хәбәр, кәйеф күтәренкелеге өләшеүе бик күңелле ул, араларҙы һәр саҡ ана шулай яҡты ғәмәлдәр бәйләһен! Маҡтау ҡағыҙҙары менән “Ағиҙел” фольклор коллективы, Альбина Солтанова бүләкләнде. Феруза Халдарова, Илшат Яҡшығолов, Ғәләүетдин Сәфәрғәлиев, Рәмзиә Бикбулатова Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының иң ҙур наградаһына – “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалына – лайыҡ булды. Мәҙәниәт министрлығының почет грамотаһы – Миңһылыу Кулиева, Наилә Ғибайҙуллина һәм Эмма Маһияроваға, Мәғариф министрлы­ғыныҡы Зөлфиә Хәсиловаға тапшырылды. 
Үзбәкстан башҡорттары киләсәктә респуб­лика­быҙҙың төп баҫмаһы “Башҡортостан” гәзите менән бәйләнешен нығытыр тигән өмөттәбеҙ. Тыуған ерҙәренән алыҫта йәшәп тә, милли тойғоно һаҡлап ҡала алған, уны йәштәрҙә тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән Илшат Хәсәнов, Альбина Солтанова, Феруза Халдарова, Наил Сөләймәновтарға “Башҡортостан” гәзитенең Рәхмәт хаты бирелде. Шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан, “Башҡортостан” гәзитенән әҙәби китаптар, әсбаптар, гәзиттәр, башҡортса йыр дисктары, сувенирҙар Үзбәкстан башҡорттарының З. Вәлиди исемендәге баш­ҡорт ижтимағи-мәҙәни үҙәгенә тапшырылды. 
СӘНҒӘТ ОҪТАЛАРЫНЫҢ БАЛҠЫШЛЫ СЫҒЫШЫ

Ташкенттың музыкаль комедия театры бина­һындағы концерт тәрән кисерешле, тул­ҡынландырғыс булыуы менән унда ҡат­наш­­ҡандарҙың һәр береһенең хәтерендә ҡалыр. “Ағиҙел” фольклор ансамбле, Кәрим Джураев, Рәмзиә Бикбулатова, Руслан Ғәй­нанов, Рәйсә Баймырҙина, Райхан Маннапова, Римма һәм Рәмзил Ғиззәтуллин, Нәргизә Лотфрахманова, Сабина һәм Гүзәл Гаса­нова­ларҙың моңло йырҙары, “Дуҫлыҡ” ансамбле башҡарыуындағы дәртле бейеү көслө ал­ҡыштарға күмелде. Комедия театры йырсылары, Үзбәкстандың атҡа­ҙанған артистары Динара Миняева, Сурат Артыков, Мансур Таш­метовтың операларҙан ариялар башҡары­уы кисәгә үҙе бер йәм өҫтәне. 
Ә инде сәхнәгә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары күтәрелгәс, зал тынып ҡалғандай булды. Башҡортостандың халыҡ артисы Римма Амангилдина башҡарыуындағы башҡорт халыҡ йырҙары “Таштуғай”, “Көйөлдө”, “Элмәлек”, “Мирфәйзә”, шулай уҡ “Зәңгәр күл” күңелдәрҙе тетрәтте. Аяғүрә баҫып ҡул саптылар. Тамашасы Башҡортостандың халыҡ артисы Вахит Хызыровтың “Ильяс”, “Ҡара юрға” халыҡ, “Үҙ яғыма ҡайтһам”, “Башҡортостан” йырҙарын да күҙ йәштәре аша тыңланы. Дөрөҫөн әйткәндә, залдағылар менән бер тулҡында йөҙөп, беҙҙең дә күңел нескәрҙе, сит ерҙәрҙә милли моң бөтөнләй башҡаса яңғыраш алды, берсә йөрәктәрҙе имләне, берсә милләттәштәрҙең һағышын көсәйткәндәй итте. 
Бейеүсе Ильяс Ҡарабулатовты сәхнәнән ебәрергә теләмәнеләр. Ҡайһылай үҙебеҙҙең бейеүҙәр аҫыл, башҡарыусыларыбыҙ ҙа оҫта! “Форт Перовский”, “Һунарсы”, Кавказ халыҡтары бейеүе менән әсир итте йәш егет тамашасыны. “Беҙҙә ҡалһын. Яңы бейеүҙәр һалһын!” – тинеләр хатта урындағы ансамбль ағзалары. 
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, виртуоз ҡурайсы Азат Биксурин башҡорт көйҙәре аша тамашасыны тәүҙә ҡурай моңо менән арбаны ла, артабан донъя халыҡтары музыкаһын тәҡдим итте. Үзбәк халыҡ көйө “Ҡара тун”ды ишетеп, залда бейергә төшөп китеүселәр ҙә аҙ булманы. Дәртле, шул уҡ ваҡытта һиҙгер күңелле тамашасы йыйылғайны бында. Кисә тамамланғас та улар битараф түгеллеген белдереп: “Башҡортостан артистарына ла тағырға кәрәк ”Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалын!”– тинеләр. Үҙен Фәнүзә тип таныштырған өлкән йәштәге апай:
– Һеңлем, беҙ шаярта тип уйлама. Илшат Хәсән улы аша һорашып торасаҡбыҙ, беҙгә илһам-көс биргән сәнғәт әһелдәренә йәлләмәгеҙ миҙалдарығыҙҙы! – тип ҡуйҙы. Әлбиттә, еткер­ҙем сәләмегеҙҙе, апай! Мәҙәниәт министрлы­ғына ла рәхмәтен әйтте тамашасылар.
Ысынлап та, бик лайыҡлы байрам булды Ташкентта. З. Вәлиди исемендәге башҡорт ижтимағи-мәҙәни үҙәге етәксеһе Илшат Хә­сәнов, Үзбәкстандағы милләттәштәре исеме­нән рәхмәтен еткереп: “Бөгөн һеҙ беҙҙе башҡалар алдында бер башҡа үҫтерҙегеҙ. Туған яғыңдан килгән һәр яҡшы һүҙ, йылы мөнәсәбәт беҙҙең арҡаларҙы турайтып ебәрә, көнөбөҙҙө нурлы итә!”– тине. 
Кисә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Феруза Халдарова башҡарыуында “Баш­ҡорт­остан” йыры менән тамамланды. Тик бының менән генә туҡтаманы әле аралашыу. Мил­ләттәштәребеҙ һәр беребеҙҙе ҡосағына алып, әйтерһең, Башҡортостанының бер өлөшөн тойоп ҡалырға тырышты. Яҙыусы Рәшит ағай Шәкүргә яҡташтары сәләм әйтеп ҡалды. Ейәнсура районының Абҙан ауылынан Наилә апай: “Үзбәкстанда үзбәктәр үҙ телендә һөйләшкән кеүек, беҙҙе лә Башҡортостанға ҡайтыу менән аэропорттан уҡ үҙ телебеҙ ҡаршы алһа ине ул!..”– тигән теләген еткерҙе. Ташкентта Башҡорт мәҙәниәте фестивален ойоштороуға күп көс һалған шәхес, Рәсәй Федерацияһының Үзбәкстандағы Илселегенең 1-се секретары, яҡташыбыҙ Ғаяз Зариповҡа беҙ ҙә үҙ сиратыбыҙҙа рәхмәт еткерәбеҙ. Һәр сараның уҙғарылыу кимәле ойоштороу­сыларҙың мәртәбәһенә лә бәйле.
Бына шулай һиҙелмәй ҙә үтеп китте Үзбәкстан ерендәге бер тәүлек. Ай күрҙе, ҡояш алды тигән халҡыбыҙ әйтеме тап килгәндәй әлеге байрамға. Әммә был фестиваль яҡтылығы тағы оҙаҡ ваҡыт йылытып торор әле милләттәштәребеҙ күңелен. Ташкентта ни тиклем генә ҡояш сағыу, көндәр эҫе булһа ла, йөрәк йылыһы, милли аралашыу менән кеше үҙенә был донъяла күберәк йәм таба.
 
 
-- 
 Ихтирам менән Лариса Абдуллина.
Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы