20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Декабрь 2014    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


Барҙымдар нәҫел ептәрен барланы

3 декабрҙә Пермь крайы Барҙым Мәҙәниәт йортонда шәжәрә төҙөүгә арналған ҙур сара үтте. Уны Пермь крайы губернаторы һәм Барҙым районы хакимиәттәре,  Бөтә Донъя Башҡорттары Ҡоролтайы Башҡарма комитеты ярҙамы менән край башҡорттары ҡоролтайы  ойошторҙо.Тәүге өлөш конкурс формаһында үтеп, нәҫел ептәрен барлаусылар шәжәрәләрен тәҡдим итте. Барлығы 11 ғаилә шәжәрә ағасы менән таныштырҙы.

Шәжәрәһен өйрәнгән, архив мәғлүмәттәре, тарих­ҡа нигеҙләнеп яҙылған китаптар менән таныш­ҡан, асыҡлайһы нәмәләрҙе асыҡларға ынтылған, үҙ үткәненә битараф булмаған милләттәштәребеҙҙең һәр береһе маҡтауға лайыҡ.

Сараның икенсе  өлөшөндә Шәжәрә халыҡ байрамын үткәреүгә бағышланған түңәрк өҫтәл ойошторолдо.  Унда Пермь крайы губернаторы, Барҙым районы хакимиәттәренән  вәкилдәр, Пермь крайы, район һәм ҡала башҡорттары ҡоролтайҙары рәйестәре, уҡытыусылар, китапханасылар, тарихсылар һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәр ҡатнашты. Үҙ нәҫеле тураһында белергә теләүселәр өсөн Бөтә Донъя Башҡорттары Ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Данир Ғәйнуллин һәмБашҡортостандың билдәле фән эшмәкәрҙәре: БР Үҙәк дәүләт тарихи архивтың бүлек начальнигы Зөфәр Ғәтиәтуллин, БР Фәндәр академияһы Гуманитар тикшеренеүҙәр институтының Шәжәрәләр үҙәге мөдире Рәфил Аҫылғужин, Республика халыҡ ижады үҙәгенең баш белгесе Фәнисә Аҡсурина,БР Мәғариф министрлығының баш белгесе Әлфиә Ишбаева тәрән йөкмәткеле сығыштар әҙерләгәйне.Улар эште ниҙән башларға, ярҙам һорап ҡайҙа мөрәжәғәт итергә һәм ғаилә байрамын нисек үткәрергә кәрәк икәнлеге хаҡында ентекле һөйләне.  Пермь крайында йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең һорауҙарына ла ихлас яуап бирҙеләр.

“Үткәнһеҙ бөгөнгө лә, киләсәк тә юҡ”, тигән халыҡ. Башҡортостандан ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙ үҙҙәрен һынатмай, хәҙер ҙә һәм киләсәктә лә үҙ тамырҙарын белеп, халҡыбыҙҙың данлы юлын дауам итер, тип ышанабыҙ.

Наилә Имаева.



Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы