20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Декабрь 2014    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


» » » Йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге БДБҠ(к) Башҡарма комитетының киңәйтелгән ултырышында Б.Р. Кусәбаевтың доклады
Йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге БДБҠ(к) Башҡарма комитетының киңәйтелгән ултырышында Б.Р. Кусәбаевтың доклады

Йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)” Башҡарма комитетының киңәйтелгән ултырышында“Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында” “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында” закондарын үтәү шарттарында милли мәғарифтың торошо” темаһына

доклад

 

Хәйерле көн, хөрмәтле Салауат Тәлғәт улы!

Хәйерле көн, мөхтәрәм президиум, башҡарма комитет ағзалары һәм бөгөнгө ултырыш эшендә ҡатнашыусылар!

 

Бөгөн бөтә донъя кеше хоҡуҡтары көнө билдәләнә. Был көндөң мәғариф өлкәһендә булған хоҡуҡтарыбыҙ тураһында һүҙ барасаҡ йыйынға тап килеүе символик әһәмиәткә эйәлер.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетын милли мәғарифтың бөгөнгө хәле һәм киләсәге борсой. Рәсәй Федерацияһында һан яғынан 4-се урында торған башҡорт халҡының туған теленең киләсәге бармы? Әллә ЮНЕСКО эксперттары билдәләгәнсә, “киләсәге хәүеф аҫтында” ҡалған тел булараҡ, яҡын арала, ике-өс быуындан һуң юғалырмы? Действительно, положение башкирского языка по данным экспертов ЮНЕСКО вызывает опасение. Для сравнения: положение татарского языка считается комфортным.

Башҡорт теленең киләсәге тураһындағыошо оло борсоу бөгөнгө ултырышты әҙерләп үткәрергә этәргес булды. Әҙерлек башланған 4-се ҡоролтайға тиклем беҙ булған күп етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү юлдарын билдәләп ҡуйырға тейешбеҙ. Бөгөнгө һөйләшеүебеҙҙең төп маҡсаты шул.  

Ултырышты әҙерләү өсөн бер тапҡыр Башҡарма комитеттың Советы ултырышы, 2 тапҡыр Башҡарма комитеттың Мәғариф һәм фән буйынса комиссияһы йыйылышы үтте. Эшсе группалар район һәм ҡала мәктәптәренең, балалар баҡсаларының эштәре менән танышты. Был эштәр Мәғариф министрлығы, урындағы хакимиәт башлыҡтары менән берлектә атҡарылды. Ултырышҡа әҙерлек барышында башҡорт милли мәғарифының торошо менән танышыу маҡсатында республиканың 19 район һәм ҡалаһында 50-нән артыҡ мәктәп һәм балалар баҡсаһы ҡаралды Слайд 3 .  Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫарҙары Күсәбаев Б.Р., Янбаева Г.Г., сектор мөдире Күзбәкова Р.А., Ҡоролтайҙың Мәғариф һәм фән комиссияһы рәйесе Саньяров Ф.Б.,Өфө, Стәрлетамаҡҡалалары һәм Стәрлетамаҡ районы, Мәләүез, Салауат райондарының туған телдәр буйынса методистары, Ишембай ҡалаһының Әхмәт Зәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты уҡытыусылары эшсе группалар эшендә бик әүҙем ҡатнашты. Башҡарма комитет рәйесе Румил Тәлғәт улы үҙе Баҡалы районында, Бәләбәй ҡалаһында, уның беренсе урынбаҫары Х.Х.Ишморатов Ағиҙел, Нефтекама ҡалаларында булды. Ошо өйрәнеү ваҡытында күргән күп факттар, материалдар докладҡа нигеҙ булып тора. Район, ҡалаларҙа күргән факттар тураһында ҡайтҡас, ғалимдар, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары менән фекер алыштыҡ. Уларҙың фекерҙәрен докладта ҡулландыҡ.

  Президент Российской Федерации Владимир Путин в своем ежегодном Послании к Федеральному Собранию (4 декабрь, 2014 г.) отметил: «Сейчас мы видим, насколько активно и конструктивно проявляют себя граждане. Они не только ставят перед властью проблемы, но и сами участвуют в их решении. Понимают, что от их личных усилий многое зависит. Воля, поступки великодушие этих людей формируют бесценный социальный гражданский потенциал страны. Каждый, кто готов брать на себя ответственность, должен быть вовлечен в реализацию планов развития страны, конкретных регионов и муниципалитетов. Если государство и общество действуют в одной повестке, в атмосфере сотрудничества и доверия, - это гарантия достижения успеха».

Как будто это сказано о нашей совместной работе.

Комиссия ағзалары күп мәктәптәрҙең тырышып эшләүен билдәләне. Уларҙың күптәрендә, мәғариф өлкәһендәге туҡтауһыҙ барған реформаларға бирешмәйенсә, балаларға сифатлы белем бирергә тырышалар. Быны берҙәм дәүләт имтихандарының һөҙөмтәләре лә раҫлай. Бигерәк тә башҡорт лицей-гимназияларының  эшен айырым билдәләп үтергә кәрәк. (Слайд 4) Уларҙа белем биреүҙең сифаты күрһәткестәре -55%-тан 80%-ҡа тиклем, ЕГЭ-ның һөҙөмтәләре республика күрһәткестәренән юғарыраҡ, мәҫәлән, Стәрлетамаҡҡалаһындағы 2-се лицей-интернат математиканан ЕГЭ һөҙөмтәләре буйынса республикала 5-се урынды биләй. Юғары уҡыу йорттарына инеү проценттары ла һәйбәт, йыл һайын 85-100% сығарылыш класс уҡыусылары төрлө вуздарҙыңстуденттары булып китә. Мәскәү, Санкт-Петербург вуздарын һайлағандар күбәйә.

Башҡорт милли гимназия һәм лицейҙары уҡыусылары республика, муниципаль кимәлендә уҙғарылған олимпиада һәм конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша һәм уларҙың еңеүселәре һәм призерҙары була. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡҡалаһындағы 3-сө башҡорт лицей-интернатының уҡыусылары республика кимәлендәге олимпиадаларҙа еңеп, бөтә Рәсәй   олимпиадаларында сығыш яһай, уларҙан еңеүсе, призер булып ҡайта. Афарин! Барлыҡ башҡорт лицей-гимназияларын да ошо кимәлгә күтәреү өҫтөндә эште дауам итергә кәрәк. Шулай итеп, бынан 20 йылдар самаһы элек Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Мәғариф министрлығы һәм йәмәғәтселек инициативаһы буйынса булдырылған башҡорт лицей-гимназиялары  үҙҙәренең төп бурысы булған милли кадрҙар әҙерләү бурысын әлегә үтәй тип һығымта яһарға мөмкин.  

Күп кенә мәктәптәр сифатлы белем биреп кенә ҡалмай, балаларҙы төрлө яҡлап үҫтерергә лә тырыша. Мәҫәлән, Йылайыр районының Йомағужа, Салауат районының Лағыр урта мәктәптәре, оптималләштереүгә бәйле бөтә түңәрәктәрҙең дә сәғәттәре киҫелеп, алынып бөткәс, үҙҙәре түләүһеҙ түңәрәк эштәре алып барырға ҡарар иткән. Уларҙа башҡа мәктәптәрҙәге һымаҡ дәрестәр бөткәс тә мәктәп тынып ҡалмай, ә төштән һуң да гөрләп эшләй.  

Милли үҙаңды формалаштырыу, патриотик һәм рухи тәрбиә биреү буйынса маҡсатлы эш алып барған мәктәптәр бар (Рәми Ғарипов ис.Башҡорт республика гимназия-интернаты, Баймаҡ лицей-интернаты, Өфө ҡалаһының 20-се, 158-се гимназиялары, 136-сы лицейы, Ишембай ҡалаһының Әхмәт Зәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты, Мәләүез ҡалаһының Кинйә Арыҫланов исемендәге башҡорт гимназияһы һ.б.).   

Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының милли бүлеге һәм Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр кафедраһының туған телдәрҙе өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында башҡарылған эштәрен дә ыңғай баһалап үтергә кәрәк. Был өлкәлә урындағы мәғариф органдарының туған телдәр буйынса методистары ла актив эшләй. Бөгөн башҡорт милли мәғарифының бөтә проблемалары ла, иң әҙ эш хаҡы алыуҙарына ҡарамаҫтан, ошо методистарға йөкмәтелгән тиһәк тә, хата булмаҫ. Улар Мәғариф министрлығының милли бүлеге менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Бергәләп йыл һайын “Урал батыр” эпосы буйынса йәш сәсәндәр бәйгеһе, “Һаумы, һаумы, әкиәт” конкурстары, фәнни-практик конференциялар, Ғәрипов, Кейекбаев, Ғафури уҡыуҙары үткәрелә. Уларҙың һәр береһендә йыл һайын 200-ҙән 400-гә тиклем уҡыусы ҡатнаша. Өфө ҡалаһы хакимиәте инициативаһы менән башланып киткән һәм йыл һайын үткәрелгән шаяниум, КВН уйыны ла балаларҙың яратҡан сараһына әйләнде.

Өҫтәп шуны ла әйтергә кәрәк, Өфө ҡалаһында “Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһындағы” Башҡортостан Республикаһының законының үтәлеше буйынса ойошторолған Комиссия даими эшләп килә, һәм уның һиҙелерлек һөҙөмтәләре лә бар.

Шул уҡ ваҡытта милли мәғариф өлкәһендә йыйылған проблемалар ҙа етерлек. Туған башҡорт телендә уҡытҡан мәктәптәр һәм балалар һаны йылдан йыл кәмей. Башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүселәр һаны аҙая, уҡытыу методикаһына, уҡыу әсбаптарына дәғүәләр күбәйә. Башҡорт балалары туған телен тик дәүләт теле булараҡ өйрәнеүсе мәктәптәр һаны арта. Башҡорт ауылдарында хатта башланғыс кластарҙа ла балаларҙың туған телдәрендә уҡымауҙарын күрҙек. Беренсе класта тик  әлифба ғына башҡортса, ә төп предметтар, математика, “Тирә-яҡ мөхит” – русса, хатта музыка дәресе лә рус телендә үтә. Региональ компонент иҫәпкә алынмай. 5 кластан тарих, география фәндәре русса уҡытыла башлай. Беҙҡараған был мәктәптәр барыһы ла отчеттар буйынса башҡорт телендә белем биреүсе мәктәптәр иҫәбендә йөрөй. Сәбәбе ябай: башҡорт теле 5 сәғәтлек программа нигеҙендә өйрәнелһә, отчетта башҡорт мәктәбе итеп күрһәтелә, 3 сәғәтлек программа буйынса уҡытылһа – рус телендә белем биреүсе мәктәп.  

Ошо буталышты бөтөрөү өсөн Мәғариф министрлығы оператив рәүештә сара күрмәһә, дезинформация, буталыш артабан да дауам итәсәк.   (Слайд 5)

“Башҡорт балаларын ни өсөн беренсе кластан математиканы русса уҡытаһығыҙ?”- тигәнгә уҡытыусылар ЕГЭ-ға (берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләйбеҙ тип яуап бирҙеләр). ЕГЭ 11 йылдан һуң ғына буласаҡ бит. Ә балалар 9 кластан һуң техникумдарға китһә, нисек һуң? Беҙ бында балаларҙы “Башҡортостан Республикаһында милли мәғарифты үҫтереү” концепцияһына ярашлы ҡайһы бер предметтарҙы (физика, математика, химия) 5 кластан ике телдә уҡытыуға ҡаршы түгел икәнебеҙҙе асыҡлап китәбеҙ. Беҙ өйҙә башҡортса һөйләшеп килгән баланы беренсе кластан математика, “Тирә-яҡ мөхит” предметтарын рус телендә уҡытыуға ҡаршы. Бынан 20-30 йылдар элек үк ЮНЕСКО тикшеренеүҙәр үткәреп, “әгәр туған телендә һөйләшеп килгән балаға икенсе телдә белем бирә башлаһаң, уның фекерләү ҡеүәһенең үҫеше туҡтала” тигән һығымта яһағайны.  Ошо тикшеренеүҙәр нигеҙендә яһалған һығымтаны инҡар итеп, математика дәресендә балаларға рус телен өйрәтеүселәргә ҡаршыбыҙ. Математика дәресендә баланың туған телен файҙаланып, математика өйрәтер кәрәк бит. (Слайд 6)

Ә “Тирә-яҡ мөхит” предметын ни өсөн беренсе кластан русса уҡытаһығыҙ тигәнгә, яуаптар былай булды: балаларҙы русса һөйләшергә өйрәтәбеҙ, сөнки контроль тикшереү материалдары рус телендә килә.  Ысынлап та, Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институты тарафынанбөтә район һәм ҡалаларға олимпиада, диагностика материалдары рус телендә ебәрелә. Уларҙы урындарҙа тәржемә итергә ваҡыт бирелмәй. Элек-электән бындай эштәр райондарға һәр ваҡыт башҡорт теленә тәржемә итеп ебәрелде. Урындағы директорҙар дөрөҫ әйтә, уҡытыуҙың торошон тикшереү материалдары рус телендә килгәс, башҡорт телендә белем алған бала уны нисек эшләй?

Был предметтарҙы туған телдә уҡытып бик күп мәғлүмәт биреп, балаларҙың туған телендә телмәрен үҫтереп булыр ине.Телде, балаларҙың интеллектуаль кимәлен  үҫтереүҙәге бай мөмкинлектәр файҙаланылмай. Ошо етешһеҙ эштең күпселек осраҡта аҙ комплектлы мәктәптәрҙә, бер уҡытыусының бер нисә класс менән бер юлы дәрес үткәргәнен күргәс, балаларыбыҙға белем, мәғлүмәт бирмәйбеҙ тигәненә ышаныс артты.

Мәктәптәрҙә башланғыс кластар өсөн математика, “Тирә-яҡ мөхит” предметтары буйынса башҡорт телендәге дәреслектәрҙең булмауы асыҡланды. Ни өсөн кәрәкле дәреслектәр башҡортсаға тәржемә ителмәй? Әгәр тәржемә бар икән, ни өсөн ваҡытында мәктәптәр тарафынан заказ бирелмәгән. Кем быны тикшереп, тейешле төҙәтмәләр индерергә тейеш һуң? Һәр бер районда дәреслектәр менән шөғөлләнгән белгес бар. Мәғариф министрлығы ла “Китап” нәшриәте менән берлектә был проблеманы күҙ уңынан ысҡындырырға тейеш түгелдер.  

Беҙҡараған 50-нән артыҡ мәктәптең береһендә лә РФ “Мәғариф тураһындағы” Законына ярашлы 9 класҡа тиклем туған телдә уҡытыу ойошторолмаған.  

Туған телдә уҡытыу мәсьәләләре  менән беҙ күптән шөғөлләнәбеҙ.   Быйыл май айында Башҡарма комитеттың Мәғариф һәм фән комиссияһы ултырышын үткәреп, Салауат, Дыуан райондарының башҡорт мәктәптәре эше ҡаралды. Тикшереү эштәрендә ҡоролтай активисы Ғәйфуллин Ә.Ә. яҡындан ҡатнашты. Бигерәк тә Малаяҙ башҡорт гимназияһы буйынса етди һөйләшеү алып барылды. Был гимназия  яйлап ҡына мәктәптең башҡорт гимназияһы статусын  бөтөрөүгә курс алған. Быйыл ноябрҙә унда тағы ла барҙыҡ. Ләкин күрһәтелгән етешһеҙлектәр бөтөрөлмәгән, киреһенсә артҡан: бер түгел 2 беренсе класс уҡыусыларын рус телендә уҡыта башлағандар. Уларҙа 80% самаһы башҡорт балалары ултыра, ә туған башҡорт телен аҙнаһына 2 сәғәт - дәүләт теле кимәлендә генә уҡый. Шулай уҡ башҡорттар күпләп йәшәгән Малаяҙҙа бер башҡорт балалар баҡсаһы ла юҡ.

Учалы ҡалаһындағы 12-се башҡортлицейы оптималләштереү һылтауы менән үҙенең башҡорт лицейы тигән статусын үҙгәртеп, рус мәктәбенә әйләндерелгән.

     Өҫтәп шуны ла әйтергә кәрәк, ҡайһы бер район үҙәктәрендә бөгөн бер генә башҡорт мәктәбе лә, хатта башҡорт кластары ла юҡ. Башҡорт балаларының туған телендә белем алыу хоҡуғын сикләүсе бындай райондар иҫәбенә Архангел, Иглин, Миәкә, Федоровка һ.б. райондарҙы индерергә мөмкин.

Уҡытыуҙы рус теленә күсереүҙең нимәгә алып килгәнен беҙ Силәбе, Ырымбур, Һамар башҡорттары миҫалында асыҡ күрәбеҙ. Бөгөн был өлкәләр башҡорттарының күпселеге йә туған телен, халыҡ әйтмешләй, икмәк-тоҙлоҡҡына белә, йә бөтөнләй белмәй. Ҡасандыр Сәғит Агиш, Ғәлимов Сәләм, Һәҙиә Дәүләтшина кеүек шәхестәрҙе биргән Ырымбур, Силәбе, Һамар өлкәһенән хәҙер әҙәбиәткә, сәнғәткә килгән йәштәр бөтөнләй юҡ. Был, әлбиттә, башҡорттар күпләп йәшәгән өлкәләрҙә таланттар тыумай башлаған тигән һүҙ түгел, ә башҡорт балаларын русса уҡытып, телдән яҙҙырыуҙың һөҙөмтәһе. Бөтөнләй һуң булмаҫ элек социологтар, ғалимдар был өлкәлә етди тикшеренеүҙәр үткәреп, Һөҙөмтәләрен халыҡҡа еткерһендәр ине тигән теләк бар.

Силәбе, Курган, Ырымбур, һәм башҡа өлкәләрҙә туған башҡорт телен уҡытыуҙың кимәле һуңғы бер нисә йылда шул тиклем төштө. Мәҫәлән, Курганда башҡорт телен уҡытыу юҡҡа сығыу алдында тора. Аҙнаһына берәр сәғәт уҡытһа, уҡыталар, уҡытмаһа, юҡ. Мәғариф органдары уҡытыусы юҡлыҡҡа һылтана, беҙ бынан кадрҙар ебәрер инек, ләкин  аҙнаһына 5-6 сәғәт нагрузка өсөн, унда кем барһын. Был, әлбиттә, урындағы ҡоролтайҙарҙың да, беҙҙең дә, Мәғариф министрлығының да эшләп еткермәүебеҙҙең һөҙөмтәһе. Тиҙ арала был өлкәләр менән милли мәғариф өлкәһендәге килешеүҙәрҙе яңыртып, хәлде үҙгәртмәһәк, өлкәләрҙәге башҡорт балаларын бөтөнләй юғалтыуыбыҙ мөмкин.

Педагоги-ученые, изучающие влияние обучения детей на родном языке на развитие умственных способностей давно обратили внимание на то, что дети, получающие образование на родном языке, отличаются в лучшую сторону по интеллектуальному развитию. Самое интересное то, что этот вывод сделан давно. Например, Ян Амос Коменский,  чешский мыслитель-гуманист. Жил в 1592-1670 годах. Педагогическая деятельность Коменского была посвящена проблемам образования и воспитания, достижения межнационального согласия. Творчество Коменского оказало огромное влияние на развитие мировой педагогики и школьной практики.

Я.А.Коменский, рассматривая вопросы воспитания и образования в неразрывном единстве, призывал к широкому (универсальному) образованию на основе родного языка, и только затем – на латинском языке, языке науки и культуры того времени. В 1640 году Коменский был приглашен в Швецию для проведения реформы образования, с 1650 года реформировал образование в Венгрии. Наверное, не зря его приглашали.

Это о педагоге. Теперь мнение известного Вам всем Германа Грефа, президента Сбербанка. В одном из интервью по вопросу подготовки кадров он, ссылаясь на исследования педагогов и психологов, сказал, что ребенок с 1 года до 8 лет получает 80% всей своей жизненно важных информации и знаний, в школе получает 10%, 5% он получает в следующем учебном заведении, а остальные 5% - всю жизнь. Я, как учитель начальных классов по своему первому образованию, могу сказать, что я с ним полностью согласен.

Еще раз обращаю Ваше внимание на то, что с 1 года до 8 лет дети получают 80% знаний, пусть эта цифра будет даже 70%. Если так, то мы видим, что башкирский ребенок, общаясь дома на родном языке, не имея возможности получать информацию на башкирском языке в садике и обучаясь математике, окружающему миру на русском, напрочь будет лишен возможности набирать свои 80%, так как в это время он будет обучаться русскому языку.

Вот что говорят дети деревенской начальной школы в Бурзянском районе. Они учатся в третьем классе. После нашей проверки обучаются на башкирском, два года подряд до этого в 1-2 классах обучались на русском. Мы беседуя с ними, говорили о том, что учение –это тяжелый труд, но надо стараться и получать знания. И после такой подготовительной, воспитательной беседы им задали вопрос: на каком языке Вам удобнее учиться? Ответ учеников: на башкирском. Тут мы задаем дополнительный вопрос: почему? Вот ответ ученицы 3 класса: «Потому что мы можем много читать, много знать и о многом рассказывать». Слова ученицы я привел дословно. Аналогичную беседу мы провели и в школе Хайбуллинского района. Учащиеся 4 класса учат математику и “Окружающий мир” на русском, после подготовительной беседы задаем те же вопросы. Прозвучал еще более умный ответ: «Мы бы без учителя могли бы сами много читать, узнав при этом гораздо больше». Обращаю Ваше внимание, что ответ учащейся 4 класса Хайбуллинского района соответствует требованиям ФГОС, согласно которому мы должны научить детей находить и получать знания самостоятельно из многих источников  (Слайд 7).

В ходе изучения работы школ мы увидели, что в Салаватском, Архангельском, Кигинском, Ишимбайском, Хайбуллинском, Баймакском, Зилаирском, Бурзянском районах, в гг. Сибай, Кумертау нарушаются права детей на обучение на родном языке. Мы обращаемся к представителям администраций этих и других районов и городов с просьбой проведения активной работы по наведению порядка. Согласно статьям 2 и 18 Конституции РФ признание, соблюдение и защиты прав детей является смыслом, содержанием деятельности исполнительной власти и местного самоуправления и всех должностных лиц.

Уважаемые товарищи! Может, мы вместе найдем рычаги воздействия на тех ответственных руководителей образования, которые забыли о полезности и необходимости обучения детей на родном языке. Здесь речь идет не только о нарушениях педагогических принципов обучения, но и о серьезных нарушениях статьи 2, 18, 26 Конституции РФ о правах ребенка на получение образования на родном языке и об обязанностях должностных лиц  по защите конституционных прав детей. (Слайд 8).

Туған телдәр яңы Федераль дәүләт белем биреүстандарттарына индерелгән, РФ Мәғариф һәм фән министрлығының 1394 –се бойороғона ярашлы (Слайд 9) 9 класты тамамлаған уҡыусылар имтихандарҙы туған телендә тапшыра ала. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, 2014 йылда бөтә Башҡортостан буйынса туған телендә имтихан тапшырырға теләүсе бер генә бала ла булманы. (Слайд 10) Һуңғы ваҡытта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына ата-әсәләр йыш мөрәжәғәт итә, улар уҡытыуҙың рус теленә күсерелеүе менән ҡәнәғәт түгел. Имтихандарға һылтанып, уҡытыуҙы рус теленә күсереп, беҙ күрәләтә балаларҙың хоҡуҡтарын сикләйбеҙ, тәбиғәттән бирелгән һәләттәре үҫешенә ҡамасаулайбыҙ. Туған телдә уҡытыу юҡ икән, телде үҫтереү тураһында һөйләп тә торорға кәрәкмәй.

Юғарыла әйтеп киткәйнек: Өфөлә, Стәрлетамаҡта һәм башҡа ҡалаларҙа, район үҙәктәрендә урынлашҡан башҡорт лицей-гимназиялары милли кадрҙар һәм туған телде һаҡлау һәм үҫтереү үҙәктәре булараҡ асылғайны. Ләкин бөгөн уларҙың күбеһендә уҡытыу тулыһынса рус теленә күсерелгән. Был мәктәптәрҙең директорҙары бының бер нисә сәбәбен күрһәтә: беренсенән, ата-әсәләр шулай талап итә, икенсенән, балалар рус телендә уҡымаһа, Мәскәү, Санкт-Петербург университеттарына инә алмай. Был сәбәптәрҙең ерлекһеҙ булыуы әҙерәк уйланған кешегә аңлашылалыр. Туған телдә уҡытыу – халҡыбыҙҙың быуаттар буйына йыйған аҡылын, тормош тәжрибәһен, традицияларын түкмәй-сәсмәй киләсәк быуынға еткереү. Бөгөн аксиомаға әйләнгән “халыҡты юҡҡа сығараһың килһә, уның ғөрөф-ғәҙәттәрен, традицияларын бөтөр” тигән фекерҙе ата-әсәләргә еткерергә була бит. Мәктәп элек-электән балаларҙы ғына түгел, ата-әсәләрҙе лә тәрбиәләгән. Икенсе сәбәпкә килгәндә, хәҙер район, ҡала мәктәптәрендә уҡыған башҡорт балалары өсөн рус теле проблема түгел. Уларға, киреһенсә, башҡорт телен үҙләштереүе йылдан йыл ҡыйынлаша.

Туған башҡорт телендә уҡытыу тураһында һүҙ барғанда әҙәби телдә һөйләшкән башҡорттар йәшәгән райондарҙы ғына түгел үҙ диалекттарында һөйләшкән көнбайыш райондарын да күҙ уңында тотабыҙ. Рәсәйҙең Мәғариф тураһындағы Законына ярашлы бөгөн Рәсәйҙең барлыҡтөбәктәрендә лә балаларҙың туған телендә уҡырға хоҡуғы бар. Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан туған телдә белем бирә торған мәктәптәрөсөн махсус уҡыу планы эшләнгән. (Слайд 11)

Туған телдәр рус теле менән бер рәттән Федераль стандарттарға индерелгән. Шулай уҡ туған телдәрҙе предмет булараҡ уҡытҡан мәктәптәр өсөн дә уҡыу планы бар. Беҙгә, ҡоролтайсыларға, мәғариф органдарына, мәктәп директорҙарына тик ата-әсәләр менән эшләп, ошо мөмкинлекте киң файҙаланырға ғына ҡала. (Слайд 12)

Комиссия ағзалары ҡайһы бер башланғыс класс уҡытыусыларының профессиональ кимәленең түбән булыуын, һәм улар тарафынан стандарттарҙың насар үҙләштерелеүен билдәләне. Шуның өсөн милли мәктәптәрҙең башланғыс класс уҡытыусылары, башҡорт балалар баҡсаларының тәрбиәселәре өсөн айырым, уларҙың үҙенсәлеген иҫәпкә алған квалификацияны үҫтереү курстары  үткәрелһә, был проблеманы ыңғай хәл итеп булыр ине тип уйлайбыҙ.

 

Башҡортостанда уникаль уҡыу йорттары бар – улар республика ҡарамағындағы лицей-гимназиялар. Заманында төрлө профилдә эшләгән был уҡыу йорттары милли кадрҙар әҙерләү өсөн булдырылғайны. Быйыл уларҙың да тамырҙарына балта сабырға маташыу булды. БР Хөкүмәте яғынан республика инновацион урта белем биреү уҡыу йорттарында уҡыу өсөн түләүҙе күтәреү мәсьәләһе ҡуҙғатылды һәм ул айына 7 меңгә тиклем күтәрелергә тейеш ине. Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығына рәхмәт, улар быйылға уларҙы яҡлап алып ҡала алды. Был лицей-гимназияларҙаауыл балалары уҡый, уларҙың күбеһенең ата-әсәләренең айлыҡ ғаилә доходы шул 7-8 мең тирәһе. Ә ғаиләлә бер нисә бала.Әлбиттә, был түләү күптәр өсөн күтәргеһеҙ буласаҡ. Шуға ла был уҡыу йорттарының үҙенсәлеген иҫәпкә алып, уҡыу өсөн түләүҙе элеккесә ҡалдырырға тырышырға кәрәк, йәиһә түләүҙе ата-әсәнең айлыҡ доходына ҡарап билдәләргә кәрәк.

Милли мәғарифтың үҫешенә ныҡ аяҡ салған икенсе мәсьәлә - ул белем биреүҙе йән башына ҡарап финанслау. Уға бәйле байтаҡ мәктәптәр ябылды, урта мәктәптәр төп дөйөм белем биреү, ә улары башланғыс мәктәптәргә әйләнде. Етмәһә ябылған башҡорт мәктәптәренең уҡыусылары артабан рус телле мәктәптәрҙә уҡырға мәжбүр ителде. Был хәл күпселек райондарҙа ла күҙәтелә. 2012 йылда милли мәктәптәрҙең тамырына балта сапҡан тағы бер документ РФ Хөкүмәте тарафынан Мәғарифтың юл картаһы раҫланды. Бер уҡытыусыға 14 бала булдырыу өсөн көрәш, тағы ла ҡыҫҡартыуҙар башланды. Оптимзацияның беренсе этабынан йонсоған мәктәптәргә оптималләштереүҙең яңы тулҡыны ябырылды.

(Слайд 16) 2013-2014 уҡыу йылы башында дөйөм белем биреү мәктәптәренең һаны 1498 ине. 2012-2013 уҡыу йылында уларҙың һаны1593 булған. Бер йыл эсендә 95 мәктәп юҡҡа сыҡҡан. Бөтәһе 6 башланғыс, 39 төп дөйөм белем биреү, 50 урта дөйөм белем биреү мәктәптәре ябылған. Уҡытыусылар һаны ла һиҙелерлек кәмегән: 2012 йылдың сентябренә мәктәптәрҙә 38350 уҡытыусы эшләһә, 2013 йылдың сентябренә 36092 уҡытыусы ҡалған. 2258 уҡытыусы ҡыҫҡартылған. Был ҡыҫҡартыуҙар балалар һаны кәмеү менән аңлатыла.  Ысынлап та республика буйынса уҡыусылар һаны 1651 балаға кәмеп, 428181 бала тәшкил итә. Ләкин шул уҡ ваҡытта балалар һаны артҡан райондарҙа ла мәктәптәр һаны кәмеү осраҡтары бар.  

Дөйөм алғанда республиканың 13 район һәм ҡалаларында, шулар араһында Өфө, Стәрлетамаҡ, Яңауыл, Учалы, Мәләүез, Ишембай, Благовещенск, Белорет, Баймаҡҡалаһы һәм районыдарында ла, Благовар, Өфө райондарында ла балалар һаны артҡан.

Беҙҙе Мәғарифтың Юл картаһының тормошҡа ашырыу юлдары РФ Президенты Указы менән раҫланған Дәүләт милли сәйәсәт стратегияһына ҡаршы килеүе аптырата. Был стратегия Рәсәй халыҡтарының телдәрен, мәҙәниәтен һаҡлауҙы төп бурыс тип билдәләй.  Ә беҙ бөгөн ошо Юл картаһы талабы буйынса туған телде, мәҙәниәтте һаҡлаусы булған ауыл мәктәптәрен ябабыҙ. Ҡала мәктәптәрендә тел һәм мәҙәниәтте һаҡлауҙың мөмкинлектәренең аҙыраҡ икәнен үҙегеҙ беләһегеҙ.

Оптималләштереү ҡала мәктәптәренә лә тәьҫир итмәй ҡалманы. Матур ғына эшләп килгән Өфө ҡалаһының 122-се башҡорт гимназияһының 10-11 кластары юҡ, быйылғы уҡыу йылында Ағиҙел ҡалаһыбашҡорт гимназияһының 16 бала уҡыған 10-сы класы ябылды. Балалар төрлө мәктәптәргә таратылды.  Был инновацион уҡыу йорттарында, ә ябай мәктәптәрҙә хәл тағы ла аяныслыраҡ. Күп мәктәптәрҙә бөгөн бер генә түңәрәк тә эшләмәй, уҡытыусылар һаны минимумға еткереп ҡыҫҡартылған. Предметтарҙан белгестәр булмағас, профилле уҡытыу тураһында һүҙҙә юҡ. 

Шул уҡ ваҡытта ошондай шарттарҙа ыңғай тәжрибә лә бар: мәҫәлән, Өфө ҡалаһында иң тәүге башҡорт мәктәбе булараҡ асылған 20-се гимназия башланғыс кластарҙа бөтә предметтарҙы ла башҡорт телендә уҡыта. Өфөлә башланғыс класта тулыһынса башҡортса уҡытҡан берҙән бер мәктәп был.Унда кластан тыш саралар ҙа саф башҡорт телендә үтә. Ошо тәжрибәне башҡа башҡорт лицей-гимназияларына еңел генә таратып булыр ине. Ләкин Өфө һәм Стәрлетамаҡҡалалары хакимиәттәре тарафынан милли гимназияларҙы бөтөрөүгә алып килгән тағы бер документ ҡабул ителгән. (Слайд 13). Ул да булһа, мәктәптәрҙе билдәле территорияларға беркетеү. Был документҡа ярашлы башҡорт гимназияһы үҙенең микрорайонындағы бөтә балаларҙы ла алырға мәжбүр. Был документтар ҡабул ителеүгә күп тигәндә бер-ике йыл үтте. Ә Өфө ҡалаһының 140-сы, 102-се, 158-се, Стәрлетамаҡҡалаһының 3-сө  башҡорт гимназияларының милли составын алып ҡараһаҡ, унда бөтә уҡыусыларҙың 50-60% -ы ғына башҡорт, ҡалғандары - урыҫтар, башҡа милләт балалары. Шул арҡала башҡорт теленән башҡа бөтә предметтар ҙа рус телендә алып барыла һәм шулай уҡ кластан тыш саралар ҙа рус теленә күсеп бөтөп бара. Беҙгә Өфөнөң был гимназияларында кластан тыш сараларҙы ике телдә алып барабыҙ тип иҫбатларға маташтылар. Ләкин кластан тыш сараларҙың сценарийҙарын ҡарау шуны күрһәтте - уларға башҡорт телендә бер-нисә шиғыр индерелә һәм шул башҡортса-русса алып барылған сара тип атала.

Беҙ,Ҡоролтай, Өфө хакимиәтенең был ҡарары буйынса ҡала хакимиәтенә бер нисә тапҡыр хат яҙҙыҡ, (һуңғы хатты октябрҙә яҙғайныҡ, һаман яуап юҡ әле). Тәүге хаттарында улар төрлө закондарға һылтанып, беҙгә был ҡарар дөрөҫҡабул ителгән тип ышандырырға тырыштылар. Ләкин РФ “Мәғариф тураһындағы” законының 14-се статьяһы ла закон бит. Ниңә закондың бер статьяһын үтәү өсөн икенсеһен боҙорға кәрәк һуң ул, был беҙгә бөтөнләй аңлашылмай.

Шул уҡ ваҡытта республикала кадрҙарын да, түңәрәктәрен дә, хатта техник эшселәрҙе лә һаҡлап ҡалған ауыл мәктәптәре бар. Әлбиттә, улар күп түгел. Уларҙың директорҙары хоҡуҡи-норматив документтарға таянып, был кадрҙарҙың кәрәклеген иҫбат итә алған. Ошоно уҡ республика күләмендә эшләп булмаймы ни? Мәскәүҙән килгән күрһәтмәләргә милли республиканың үҙенсәлектәрен иҫәпкә алған үҙгәрештәр индерегә беҙҙең хоҡуғыбыҙ бар бит. (Слайд 17)

Из-за необдуманных действий властей в отечественном образовании царят сейчас растерянность и уныние — если не отчаяние. Люди уже ничему не верят. Общение с работниками образования во время изучения состояния национального образования в районах и городах показало, что большая часть работников образования и населения, считает, что идет умышленный развал системы образования. Эффективность труда учителя не должна измеряться экономическими показателями или по тем формальным критериям, которые предлагает Минобрнауки РФ, а по успехам детей, только не по успехам нескольких одаренных учащихся класса, а по достижениям всего класса.  

К национальному образованию, организации изучения родных языков, в том числе башкирского ослабло внимание как со стороны Министерства образования и Управления по по надзору и контролю в сфере образования, так и со стороны Правительства РБ. Перестала работать Комиссия при Правительстве РБ по реализации Закона РБ “О языках народов РБ”, отделы образования муниципальных районов и городских округов перестали получать рекомендательные письма по органиазции изучения и родного языка и обучения на родном языке. На августовских совещаниях по образованию в 2013, 2014 годах практически не затрагивались вопросы национального образования.  В этом году руководители Исполкома Всемирного курултая башкир даже не были приглашены на августовское совещание по образованию.

В предписаниях Управления по контролю и надзору в сфере образования практически не встретишь замечания, касающиеся организации изучения родных языков. Они предпочитают обходить этот вопрос стороной. Например, согласно учебным планам, рекомендованным Минобрнауки РФ изучению родных языков в 10-11 классах отводится не менее 2-х часов в неделю. В пояснительной записке учебных планов имеется четкая запись, что эти часы другим предметам не передаются. Однако в школах городов Стерлитамака, Салавата, Кумертау эти часы переданы русскому языку. Почему Обрнадзор это не видит?

В текущем учебном году Министерство образования РБ направило письмо в районы и города об изучении языков. Но при ближайшем рассмотрении это письмо фактически касается вопросов заполнения классных журналов. Отсутствие необходимых рекомендательных писем со стороны Минобразования РБ по вопросам организации изучения родных языков большинством начальников отделов образования районов и городов воспринимается как отсутствие внимания со стороны Министерства к изучению родных языков. Раз нет писем, значит, это не важно.Это мы ясно увидели на примере некоторых школ г.Кумертау. В начальных классах нескольких школ г.Кумертау башкирский родной язык вообще не преподается. Члены Комиссии были на приеме у главы администрации. Для него отсутствие изучения башкирского языка в школах города было новостью. С ним договорились об исправлении ситуации.

В гимназии № 3 г Уфы башкирский язык как родной язык не изучается в последние 2-3 года. А как государственный преподается по 1 часу, и то не во всех классах. Администрация гимназия пыталась объяснить это тем, что в гимназии преподается 2-3 иностранных языка, что их учащиеся учатся в вузах Германии, Франции.  Наш вопрос о том, что ведется ли статистика, сколько из них возвращаются обратно к нам в Россию, остался без ответа. Сегодня, когда Президент России В.В.Путин чуть ли не в каждом своем выступлении поднимает вопрос патриотического воспитания, мы, выходит, готовим кадры для Германии и Франции.

Уважаемые коллеги! Что мы делаем вообще!? Что происходит?!

В следующем году мы будем отмечать 70-летие Победы в Великой Отчественной войне.  Миллионы погибли, защищая нашу Родину. Но наши отцы и деды выстояли, Победа была за нами. Сейчас эту великую страну постепенно ведут к роковой черте наше равнодушие ко всему, западная массовая попкультура, сомнительные западные ценности, опасная тенденция все мерить только деньгами, преклонение перед западом.

Бөгөн халыҡ араһында беҙҙең телевидениеның, гәзит-журналдарҙың, бигерәк тә рус телендә сыҡҡандарының, тешһеҙлеге, үҙҙәрендә патриотик тойғоларҙың булмауы арҡаһында интернетта “рус теле өсөн көрәш” тигән исем аҫтында асылып, халыҡтарҙы бер-береһенә һөсләтеү буйынса аҫтыртын провакацион эш алып барған группаның фекере өҫтөнлөк алды.   

Патриотик рухта, рухи яҡтан бай итеп тәрбиәләнгән балалар – беҙҙең киләсәк. Шуны онотмайыҡ.

Урындағы ҡоролтайҙарға ла башҡорт телен уҡытыуҙы контролдә тоторға кәрәк. Әлегә күп район һәм ҡала ҡоролтайҙары етәкселәре был эшкә бөтөнләй иғтибар итмәгән. Тел бөтһә, милләт бөтә, башҡорт телен уҡытыу һәр саҡ Һеҙҙең иғтибар үҙәгендә  булырға тейеш. 

 Башҡорт теле уҡытыусыларын, туған телдәр буйынса методистарҙы яҡлаусы ла һеҙ булырға тейешһегеҙ. Ҡайһы бер аҫтыртын етәкселәр уларҙы шул тиклем ҡыйырһытҡанын беҙ ишетеп белеп торабыҙ. Ундай факттар һуңғы айҙа Мәләүез, Күмертау ҡалаларында, Салауат райондарында теркәлде. Беҙ бындай факттарҙы иғтибарһыҙҡалдырманыҡ һәм ҡалдырмаясаҡбыҙ.

Беҙҙең комиссия балалар баҡсаларының эше менән дә танышты. Күп ҡалаларҙа, башҡорт балалар баҡсаларының исеме генә башҡорт булыуы асыҡланды. Проблема балаларҙы сираттары буйынса баҡсаларға билдәләүҙән башлана. Мәҫәлән, Өфөлә, сиратың етһә, ҡайҙа урын бар, шунда урын бирелә. Һөҙөмтәлә рус һәм башҡа милләт балалары башҡорт баҡсаһына, ә башҡорттар рус телле баҡсаға эләгә. Өфө ҡалаһында башҡорт теле уҡытыусылары һәм башҡорт мәктәптәренең уҡытыусылары балаларына башҡорт баҡсаһына урын һорап та уны ала алмауҙары тураһында белдерҙе (Калинин районы).  

В Российской Федерации издавна живет неписаная традиция: в министерствах образования национальных республик отдел общего образования курирует заместитель министра той национальности, которая дала название республике. В Татарстане, Чувашии, Саха (Якутия), Мордовии и др. национальных республиках до сих пор придерживаются этой традиции. Она нарушена только у нас. Возможно, многие проблемы сегодняшнего национального образования связаны с этим. Министра образования просим пересмотреть распределение обязанностей между заместителями с учетом опыта других республик.

Исполком курултая всегда изучал только вопросы обучения башкирских детей на родном языке и выступал, чтобы дети учились на родном языке согласно Закону РФ “Об образовании в РФ” по 9-й класс. Там, где нет условий для этого можно организовать изучение родного башкирского языка: вот два направления работы курултая. Говоря о втором направлении работы, об изучении родного языка как предмета скажу кратко, что у учителей, да и у родителей имеются очень много предложений по методике преподавания башкирского языка башкирским детям. У них предложения простые: на уроках учить использовать башкирский язык, больше разговаривать, больше читать на башкирском языке. Суммируя эти предложения, можно сказать следующее: нам надо серьезно поговорить и решить вопрос о создании новой концепции преподавания башкирского языка башкирским детям. Вот такие вопросы нас волнуют в первую очередь.

Однако в дополнение к ним мы сегодня вынуждены анализировать ситуацию вокруг изучения башкирского языка как государственного.

       Продолжение

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы