Главная > В Башкортостане > 10 декабрьҙа үткән киңәйтелгән ултырыш ҡарары

10 декабрьҙа үткән киңәйтелгән ултырыш ҡарары


23-12-2014, 21:11. Разместил: 147258951

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының “Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының “Мәғариф тураһындағы” закондарын үтәү шарттарында башҡорт милли мәғарифының торошо”  темаһына арналған  киңәйтелгән ултырышы

ҡарары

 

Беҙ, Йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)”  Башҡарма комитетының  киңәйтелгән ултырышында ҡатнашыусылар, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Б.Р.Күсәбаевтың Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының “Мәғариф тураһындағы” закондарын үтәү шарттарында башҡорт милли мәғарифының торошо”  темаһына арналған докладын тыңлап, фекер алышҡандан һуң түбәндәгеләрҙе билдәләп китәбеҙ: башҡорт милли мәғарифының матди-техник базаһы нығый, яңы мәктәптәр төҙөлә, балалар баҡсалары асыла, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы балалар баҡсалары менән тәьмин итеү яҡшыра, уҡытыусыларҙың һәм тәрбиәселәрҙең белем һәм профессиональ кимәле күтәрелә, мәғариф хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы арта.

Шул уҡ ваҡытта мәғариф системаһында киң йәмәғәтселекте борсоған тенденциялар ҙа күҙәтелә. Белем биреү ойошмаларын оптималләштереү барышында йыш ҡына ата-әсәләрҙең, ауыл халҡының теләге иҫәпкә алынмай.  Ауыл мәктәптәренең күпләп ябылыуы уҡытыусылар араһында һәм дөйөм эшһеҙлектең артыуына ғына түгел, ауылдың киләсәген юҡҡа сығарыуға килтереүе мөмкин. Бигерәк тә башҡорт телендә белем биргән мәктәптәр һанының ҡырҡа кәмеү тенденцияһы хәүеф тыуҙыра. Федераль урта белем биреү дәүләт стандарттарына ҡаршы килеп, башҡорт телен туған тел булараҡ уҡытыуға сәғәттәр һаны кәметелә.

Юғарыла әйтелгәндәрҙән сығып, Йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)” Башҡарма комитеты

ҡарар итә:

 

  1.                      Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының, Рәсәй Федерацияһында һәм Башҡортостан Республикаһында  мәғариф тураһындағы закондарҙың милли мәғарифты үҫтереүгә мөмкинлек биргән положениеларын тулыһынса файҙаланыуҙы, тормошҡа ашырыуҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының, муниципаль район һәм ҡала округтары, Рәсәй субъекттары ҡоролтайҙарының төп бурысы итеп билдәләргә.
  2.                      РФ башҡа милли республикалары тәжрибәһенә таянып, Башҡортостан Республикаһы Президенты эргәһендә милли мәсьәләләр буйынса Йәмәғәтселек советын булдырыуын һорап, Башҡортостан Республикаһы Президентына мөрәжәғәт итергә.
  3.                      Башҡортостан Республикаһы  Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға   “Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында”ғы һәм “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы закондарының үтәлеше буйынса парламент тыңлауҙарын үткәреүен һорап мөрәжәғәт итергә.
  4.                      Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты эргәһендәге  Мәғариф һәм фән буйынса комиссияға башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуға, республика инновацион урта белем биреү ойошмаларын һаҡлау һәм үҫтереүгә, республиканың юғары һәм махсус урта белем биреү уҡыу йорттарына маҡсатлы ҡабул итеүгә бәйле “Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһындағы” законына үҙгәрештәр һәм өҫтәлмәләр индереү буйынса тәҡдимдәр әҙерләүҙе йөкмәтергә.
  5.                      Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә түбәндәге тәҡдимдәр менән мөрәжәғәт итергә:

-  башҡорт теленең дәүләт теле һәм туған тел булараҡ яуланған кимәлен юғалтыуға алып барған тел сәйәсәте өлкәһендәге көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеү сараһын күрергә;

-  Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте эргәһендә “Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телдәре тураһындағы” Законды тормошҡа ашырыу буйынса ойошторолған Комиссияның эшмәкәрлеген тергеҙергә;

-  Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығында бер нисә бүлектән торған милли мәғариф, төбәк-ара хеҙмәттәшлек  һәм дәреслектәр нәшер итеү идаралығы булдырыу мөмкинлеген ҡарарға;

-  РФ башҡа милли республикаларының тәжрибәһенән сығып, Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығына Башҡортостан Республикаһында Мәғарифтың милли проблемалары үҙәген  асыуҙы һорап мөрәжәғәт итергә;

-  2015 йылда Башҡортостан Рсепубликаһы һәм Рәсәй субъекттарыбашҡорт теле уҡытыусыларының һәм башҡорт мәктәптәренең башланғыс класс уҡытыусыларының I съезын әҙерләп үткәрергә;

-  М .Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына уҡыу бүлмәләрен киңәйтеү маҡсатында башҡорт филологияһы факультеты урынлашҡан бинаның өсөнсө ҡатын бушатыуҙа ярҙам күрһәтергә.

  1.                 Башҡортостан Рсепубликаһы Хөкүмәтенә, Башҡорт дәүләт университеты, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты етәкселәренә мөрәжәғәт итергә:

- башҡорт филологияһы факультеттарында бюджет урындарын һаҡлау буйынса кисектергеһеҙ саралар күрергә;

- уҡытыу башҡорт телендә алып барылған мәктәптәрҙә уҡыу предметтарын башҡорт телендә  алып барырға һәләтле уҡытыусылар һәм Рәсәй субъекттары мәктәптәре өсөн башҡорт теле уҡытыусыларын әҙерләү мөмкинлеген ҡарарға (БДУ-ның, Сибай филиалы нигеҙендә);

- башланғыс класс уҡытыусыларын әҙерләүсе факультеттарҙа башҡорт группаларын тергеҙеүҙе һорарға.

  1.                      Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығына мөрәжәғәт итергә:

-               2015 йылда башҡорт балаларының төп дөйөм белемде туған телдә алыу һәм туған телдәрен өйрәнеүҙе тәьмин итеү хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыу маҡсатында башҡорттар күпләп йәшәгән Рәсәй Федерацияһы субъекттары менән милли мәғариф өлкәһендәге килешеүҙәрҙе яңыртыуын һорарға;

-              Башҡортостан Рсепубликаһында милли мәғарифты үҫтереүҙең, башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙың  яңы концепцияһын эшләргә.

  1.                      Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығына 2015 йылдағы мәғариф буйынса август кәңәшмәһен Башҡортостанда милли мәғарифтың торошо һәм үҫеш перспективаларына арнап үткәрергә тәҡдим итергә.
  2.                      Башҡортостан Рсепубликаһы Мәғариф министрлығына, муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәренә түбәндәге тәҡдимдәр менән мөрәжәғәт итергә:

-              Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 26-сы статьяһына, “РФ мәғариф тураһындағы” Закондың 14-се статьяһына, “Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһындағы” закондың 6-сы статьяһына ярашлы уҡыусыларҙың төп дөйөм белемде туған телендә алыу, туған телен өйрәнеү буйынса закон тарафынан ҡаралған хоҡуҡтарын үтәүҙе тормошҡа ашырыу өсөн киҫкен саралар күрергә;

-              мәғарифты оптималләштереү шарттарында кадрҙарҙы һәм милли мәғарифтың сифатын һаҡлау маҡсатында, норматив-хоҡуҡи документтарға таянып, мәғарифты финанслауҙың хәҙерге кимәлен һаҡлауҙың мөһимлеген дәлилләп, уны кәметеүгә юл ҡуймаҫҡа;

-              башҡорт телендә тәрбиә биргән балалар баҡсалары селтәрен киңәйтергә һәм  мәктәпкәсә йәштәге белем биреү ойошмаларына балаларҙы ата-әсәләрҙең ғаризалары нигеҙендә билдәләргә.

 

10. Башҡортостан Рсепубликаһы Мәғариф министрлығына, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығына, “Китап” нәшриәтенә мөрәжәғәт итергә:

- 2015-2016 уҡыу йылы башына Башҡортостан Республикаһының һәм башҡорттар күпләп йәшәгән Рәсәй субъекттарының мәктәптәрен уҡыу предметтары буйынса башҡорт телендәге дәреслектәр, башҡорт теле һәмәҙәбиәте дәреслектәре менән тәьмин итеү сараһын күрергә;

- балалар баҡсалары, урта һәм юғары класс уҡыусылары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән яңы Федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптарына ярашлы дәреслектәр эшләргә һәм уларҙы Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығы тәҡдим иткән федераль исемлеккә индереү буйынса кисектергеһеҙ саралар күрергә;

- башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән дәреслектәр эшләү маҡсатында ғалимдар һәм практик уҡытыусыларҙан ижади төркөмдәр булдырырға һәм уларҙың эш хаҡын һаҡлау шарты менән бер нисә айға ижади отпуск бирергә.

11. Башҡортостан Рсепубликаһы Мәғариф министрлығына һәм Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтына түбәндәге тәҡдимдәр менән мөрәжәғәт итергә:

- уҡыусыларҙың төп дөйөм белемде туған телендә алыуға закон тарафынан ҡаралған хоҡуҡтарын үтәүҙе тормошҡа ашырыу маҡсатында башҡорт мәктәптәренә диагностика һәм олимпиада материалдарын башҡорт телендә ебәрергә;

- уҡытыу башҡорт телендә алып барылған мәктәптәрҙең башланғыс класс уҡытыусылары, башҡорт балалар баҡсаларының тәрбиәселәре өсөн квалификация күтәреү курстарын айырым үткәрергә, уҡытыусыларҙың профессиональ кимәлен үҫтереүгә  иғтибарҙы көсәйтергә.

12. Башҡортостан Республкаһы мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығына түбәндәгеләрҙемотлаҡ контролгә алыуын һорап мөрәжәғәт итергә:

- уҡыусыларҙың төп дөйөм белемде туған телендә алыуға закон тарафынан ҡаралған хоҡуҡтарын үтәүҙе тормошҡа ашырыу йүнәлешендә Рәсәй Федерацияһында һәм Башҡортостан Рсепубликаһында мәғариф тураһындағы закондарҙың үтәлешен;

- Башҡортостан Рсепубликаһы Президенты Указы менән раҫланған “Башҡортостан Республикаһында милли мәғарифты үҫтереү” концепцияһының үтәлешен (УП-730, 31.12.2009й.).

13. Өфө  һәм Стәрлетамаҡҡалалары  ҡала округтары хакимиәттәренә РФ “Мәғариф тураһындағы” Законының 14-се статьяһын тормошҡа ашырыу маҡсатында дөйөм белем биреү учреждениеларын айырым территорияларға беркеткән ҡарарҙарын ҡайтанан ҡарауын һорап мөрәжәғәт итергә.

         14. Башҡортостан Рсепубликаһы  Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығына мөрәжәғәт итергә:

         - Башҡортостан Республикаһында сыҡҡан ваҡытлы матбуғатта халыҡ араһында туған телдә уҡытыуға, башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле булараҡ уҡытыуға ыңғай ҡараш тәрбиәләүсе мәҡәләләрҙе даими баҫтырыу йүнәлешендә маҡсатлы эш алып барырға;

     - башҡорт телендә сыҡҡан ваҡытлы матбуғаттың туған телдә уҡытыуҙы һәм туған телде пропагандалауҙағы ролен иҫәпкә алып, уларҙың тиражын һаҡлау һәм арттырыу сараһын күрергә.

15. Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй субъекттары башҡорттары ҡоролтайҙарының башҡарма комитеттары рәйестәренә:

     - районда (ҡалала) туған телдә уҡытыу, туған телде предмет булараҡ өйрәнеү, башҡорт теле кабинеттарының хәҙерге информацион технологиялар менән йыһазландырылыуы мәсьәләләренә иғтибар итеп, 2015 йылдың 25 ғинуарына тиклем башҡорт милли мәғарифының торошон өйрәнергә;

         - 2015 йылдың 30 ғинуарына тиклем мәғариф ойошмалары етәкселәрен, ата-әсәләрҙе һәм йәмәғәтселекте саҡырып, муниципаль райондар һәм ҡала округтары ҡоролтайҙарының киңәйтелгән ултырыштарында “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында” һәм “Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында” закондарҙың үтәлешен ҡарарға;

         - туған телдә белем биреүҙең, туған телде өйрәнеүҙең баланың интеллектуаль үҫешенә ыңғай тәьҫире тураһында ата-әсәләр араһында аңлатыу эштәре алып барырға;

         - балаларын халыҡ педагогикаһы нигеҙендә тәрбиәләгән ғаиләләрҙе асыҡлау, уларҙың тәжрибәһен халыҡ араһында таратыу эшен планлы рәүештә алып барырға;

         - “Рәсәй Федерацияһында  мәғариф тураһында” Закон нигеҙендә ҡала округтары һәм муниципаль райондарҙың  белем биреү ойошмаларының уҡыу пландарын һайлауҙа әүҙем ҡатнашырға;

         - милли үҙаң формалаштырыуға, патриотик, рухи тәрбиә биреүгә йүнәлтелгән сараларҙың планлы рәүештә алып барылыуын асыҡлау маҡсатында мәктәптәрҙең, балалар баҡсаларының уҡыу-тәрбиә пландарын өйрәнеүҙе ойошторорға.

16. Федераль мәғарифты үҫтереү институтының Мәғарифтың милли проблемалары үҙәге директоры О.И.Артеменконың “Аргументы недели” (44-се номер 20.11.2014 й.) аҙналығында баҫылған интервьюһына бәйле ризаһыҙлыҡ белдерергә тигән тәҡдим менән, Бөтә донъя татарҙары конгресына мөрәжәғәт итергә.

17. Йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)”Башҡарма комитетының киңәйтелгән ултырышы билдәләгән бурыстарҙыбергәләп тормошҡа ашырыу маҡсатында был ҡарарҙы БашҡортостанРеспубликаһы Президентына, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтайға, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә, Башҡортостан РеспубликаһыныңМәғариф министрлығына, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығына, Башҡортостан Республкаһы мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығына, муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәренә ебәрергә.

 

 

 

10 декабрь, 2014 йыл


Вернуться назад