20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Апрель 2015    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


» » » Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Мәғариф һәм фән комиссияһының сираттағы ултырышы
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Мәғариф һәм фән комиссияһының сираттағы ултырышы

2015 йылдың 31 мартында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Мәғариф һәм фән комиссияһы ултырышы уҙҙы. Ултырышта Мәғариф һәм фән комиссияһының 2014 йылдың 13 майында уҙғарылған ултырышы һәм 2014 йылдың 10 декабрендә үткән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының киңәйтелгән ултырышы ҡарарҙарының үтәлеше мәсьәләләре ҡаралды.

Комиссия ултырышының эшендә Башҡортостан Республикаһы Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы начальнигы Ғәниева Альмира Альберт ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының милли мәғариф, регион-ара хеҙмәттәшлек һәм дәреслектәр нәшер итеү бүлеге начальнигы Мөхәмәтйәнова Гөлсәсәк Ғиниәт ҡыҙы, Мифтахетдин Аҡмулла ис.Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы деканы Сәмситова Луиза Хәмзә ҡыҙы ҡатнашты. Ултырышты Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Буранбай Рәфҡәт улы Күсәбаев алып барҙы.

Мәғариф һәм фән комиссияһының 2014 йылдың 13 майында уҙғарылған ултырышы  ҡарарының үтәлеше буйынса түбәндәге фекерҙәр әйтелде:

9 һәм 11 сығарылыш класс уҡыусыларын башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән аттестациялаумәсьәләләре бөгөн борсолорға мәжбүр иткән проблемаларҙаң береһе.Былтыр, Ҡоролтай мәғлүмәттәре буйынса 400-ҙән артыҡ 11 класс уҡыусыһы БРЭ (Берҙәм региональ экзамен) формаһында экзамен биргән, ә быйыл БРЭ бирергә 247 бала ғына теләк белдергән. Имтихан биреүселәр һанының  шулай йылдан йыл кәмеүе БРЭ-ны үткәреүҙән бөтөнләй баш тартыуға алып килмәҫме?Әгәр ҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән имтихандар Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы күрһәтмәһенә ярашлы һайлау буйынса йәки теләк буйынса икән, башҡорт мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән мотлаҡ имтихандарҙы һаҡлап ҡалыуҙың ниндәй юлдары бар? Был һорауҙарға бәйле ултырышта төрлө фекрҙәр яңғыраны, ләкин сығыш яһаусыларҙың күпселеге был имтихандарҙың кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. “Берҙәм дәүләт имтихандары балаларҙы һөйләүҙән мәхрүм итте, улар һөйләй белмәй, иң ҡурҡынысы – телдән яуап биреү ҡайһы бер уҡыусылар өсөн ҡурҡыныс бер нәмәгә әүерелгән”,- тип билдәләне үҙенең сығышында Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡытыусыһы Р.М.Алламоратова. Ишембай ҡалаһының З.Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты директорыӘлфис Ғаяз улы Фәйзуллин “…әгәр был экзамендарҙы биреү зарурлығы мәктәптәрҙең белем биреү программаларында, уставта теркәлһә, мәктәп башҡорт теле йәки әҙәбиәтенән имтихандар ойоштора ала”,-тип билдәләне. РФ Мәғариф һәм фән министрлығы туған телдәрҙән һәм туған әҙәбиәттән имтихандарҙы мотлаҡ биреүҙе рөхсәт итмәй икән, исмаһам ошо юл менән башҡорт мәктәптәрендә уларҙы һаҡлап алып ҡалыу сараһын күрергә кәрәк, тигән фекергә килде ултырышта ҡатнашыусылар.

Тағы бер мөһим мәсьәлә: Федераль стандарттарҙы индергән ваҡытта беҙҙе региональ компонент бөтмәй, ул башҡабөтә предметтарҙың да йөкмәткеһенә индереләсәк тип ышандырғайнылар. Ләкин ысынында, һәр хәлдә беҙҙең республикала был турала бер кәңәшмәлә лә был турала һүҙ барғаны ишетелмәй, мәктәптәр Федераль стандарттарҙың был талабын үтәргә ашыҡмай.  Бөгөн Рәсәй Федерацияһы Президенты мәғарифтағы иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе итеп, илһөйәрлек, патриотизм тойғоһо тәрбиәләү бурысын күтәрә. Бала күңелендә тыуған илгә һөйөү тыуған ергә һөйөүҙән, уның тарихын, мәҙәниәтен, тарихта эҙҡалдырған арҙаҡлы шәхестәрен белеүҙән башлана. Ил ғәме менән янған, ысын патриоттар тәрбиәләү маҡсаттарын ҡуйған директор быны иҫәпкә алып эшләргә тейеш, тип билдәләне ултырышта ҡатнашыусылар. БР Мәғариф министрлығына милли-региональ компонентты тормошҡа ашырыу өсөн тиҙ арала уҡыу әсбаптары әҙерләү бурысы йөкмәтелде.

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығының “Төп дөйөм белем биреүҙең белем биреү программалары буйынса дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын үткәреү тәртибен”  раҫлаусы бойороғо (25.12.2013й. №1394) туған телендә белем алыусы балаларға сығарылыш имтихандарын туған телендә тапшырырға рөхсәт итә. Ләкин Башҡортостанда төп дәүләт имтихандарын (ОГЭ) туған телендә тапшырырға теләүсе балалар былтыр ҙа булманы, быйыл да юҡ хатта башҡорттар күпләп йәшәгән райондарҙа ла (Баймаҡ, Бөрйән, Хәйбулла) 9 класты тамамлаған уҡыусылар араһында ундай балалар табылмаған. 

Бирелгән хоҡуҡ менән файҙаланмаһаҡ, ул хоҡуҡты кире алып ҡуйыу ҡурҡынысы бар. Мәғарифтың етәксе органдарында эшләүселәр еңел юлды һайлап, уҡытыу-тәрбиә процесын рус теленә күсерергә түгел, ә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте биргән хоҡуҡтарҙы киң файҙаланырға тейеш, тигән һығымтаға килде ултырышта ҡатнашыусылар.

Милли мәғариф бөгөн туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе төп факторҙарҙың береһе. Туған телгә битараф булмаған һәр кеше бөгөн милли мәғарифты һаҡлау сараһын күрергә, был эшкә үҙ өлөшөн индерергә тейеш.

Ултырышта тағы бер мөһим мәсьәлә күтәрелде. Профессияның абруйын аҡса менән үлсәп, беҙ иң престижлы һөнәрҙәр иҫәбенә юрист, экономист, нефтселәрҙе индерҙек һәм яҡшы уҡыған өмөтлө балаларыбыҙҙың иғтибарын ошо вуздарға йүнәлттек. Беҙҙең, бигерәк тә милли гимназия-лицейҙарҙың маҡсаты тыуған Башҡортостаныбыҙҙы Башҡорт иле итеп күтәрергә, башҡорт халҡын донъя кимәленә сығарырлыҡ шәхестәр, белгестәр тәрбиәләү. Тәүге гимназиялар асылыуға 20 йылдан артыҡ ваҡыт үтеп китте. Ошо ваҡыт арауығында улар меңәрләгән ҡыҙ һәм егетте уҡытып сығарҙы.  Улар юғарыла аталған престижлы факультеттарға инеп уҡыны һәм халыҡ өсөн юғалды. Юристар судтарға һәм башҡа органдарға инеп башҡа милләттәр араһында юғалды, экономистар, нефтселәр ҙә үҙ өлкәләрендә эшләй, халыҡ араһында улар күренмәй тейерлек.

 Элек электән халыҡ менән, киләсәк быуын менән уҡытыусы эшләгән, әле лә  уҡытыусы киләсәк быуынды тәрбиәләүсе.

Һуңғы 20 йыл эсендә уҡытыусы хеҙмәте һөнәрҙәрҙең престижлығы буйынса төҙөлгән исемлектә иң аҙаҡҡы позицияларына төштө. Һөҙөмтәлә педагогик вуздарға, бигерәк тә филология факультеттарына башҡа вуздарға үтә алмаған, белем кимәле уртасанан түбән булғандар килә башланы. Бөгөн мәктәптә педвуздарҙы тамамлаған уртасалар күбәйә. Үҙе уртаса булған уҡытыусы юғары шәхесте тәрбиәләй алмай. Был хәҡиҡәт.

Ни өсөн беҙ тырышып-тырышып уҡытҡан һәләтле юрист, эконмист, нефтселәр бөгөн халыҡ менән бергә түгел. Мәктәптә уҡытҡанда  халҡыбыҙҙы күтәрерҙәй, уны алға әйҙәрҙәй шәхестәр булыр тигән өмөт менән тәрбиәләнек бит беҙ уларҙы. Улар араһында байҙар ҙа, эшҡыуарҙар ҙа барҙыр, ләкин халҡыбыҙ бөгөн уларҙан ярҙам күрәме?  Ярҙам күрмәй икән, тимәк, беҙ уҡытыусылар, тәрбиәселәр ғәйепле. Уларҙың күңеленә халыҡҡа хеҙмәт итергә кәрәк тигән оло маҡсат һалынмаған.  Беҙҙеңсә, бөгөн башҡорт гимназия-лицейҙарының, башҡорт теле уҡытыусыларының төп маҡсаттары итеп ошо эште билдәләргә кәрәк. Тәүге планға аҡса, байлыҡ культы түгел, ил ғәме, халыҡ яҙмышы ҡуйылырға тейеш. Әлбиттә, был эш көсөргәнешлелек, күнегеп бөткән ритмдарҙан тайпылыуҙы талап итәсәк. Бигерәк тә ата-әсәләр менән эшләү. Шунһыҙ халыҡты күтәреп тә, һаҡлап та булмаясаҡ. Дәүләт, етәксе органдарға кадрҙар эҙләй башлаһалар, башҡорттар араһында һәләтле белгестәр юҡ тигәнде лә йыш ишетергә тура килә. Быны нисек аңларға? Ә милли гимназиялар әҙерләгән балалар ҡайҙа?  

  Профориентация эшен үҙгәртеп, уҡыусыларҙың уҡытыусы һөнәренә булған мөнәсәбәтен дә үҙгәртеп ҡарарға була. Уҡытыусы һөнәренең престижын күтәреү, балалар ул һөнәрҙе һайлаһын өсөн тағы ла нимәләр эшләргә кәрәк. Беҙҙең был һөйләшеү кемделер ғәйепләп, халҡыбыҙ алдында торған проблемаларҙы кемгәлер япһарып ҡуйыуҙы маҡсат итеп ҡуймай. Беҙгә ошо сетерекле хәлдәрҙән сығыу юлдарын бергәләп эҙләргә кәрәк, тигән фекерҙәр әйтелде.

Башҡорт теле уҡытыусыларының кимәле уларҙы әҙерләп сығарған филология факульттары эшмәкәрлегенә тығыҙ бәйләнгән. “Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүҙә башҡорт теле уҡытыусыларының роле ҙур икәнен беҙ аңлайбыҙ. Шуның өсөн факультетта студенттарыбыҙға сифатлы белем биреү, уларҙы методик яҡтан ныҡлы үҫтереү өсөн барыһын да эшләргә тырышабыҙ. Тырыш эш һөҙөмтәһеҙҡалмай, бөгөн беҙҙең студенттар Рәсәйҙә, сит илдәрҙә уҙғарылған бик күп конференцияларҙа ҡатнаша һәм уларҙың сығыштары ойоштороусылар тарафынан бик юғары баһалана. Беҙҙең студенттар телһөйәр, илһөйәр шәхестәр булараҡ та тәрбиәләнә”,- тине үҙенең сығышында М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты деканы Л.Х.Сәмситова

Ултырышта ҡатнашыусылар башҡорт филологияһы факультеттарында башҡорт теле уҡытыусыларын әҙерләүҙең торошо менән танышып, уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Мәғариф һәм фән комиссияһында ҡарарға тигән ҡарар сығарҙы.

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы