Электрон сайттар, электрон ҡулланмалар
Бөгөн электрон әсбаптар, электрон сараларҡулланмайынса дәрес үткәргән уҡытыусы юҡтыр, моғайын. Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы ойошторған “Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән йыл уҡытыусыһы - 2015” конкурсы быны тағы бер тапҡыр дәлилләне. Мәғариф министрлығы тәҡдим иткән электрон әсбаптар менән генә ҡәнәғәтләнмәй, үҙҙәренең сайттарын булдырған, Интернеттан кәрәкле сайттарҙы табып, уларҙы үҙ эшендә оҫта ҡулланған уҡытыусылар барлығын күрҙек. Заман менән бергә атлаған бындай уҡытыусыларға “афарин” тиергә генә ҡала. Һеҙҙең иғтибарға ошондай уҡытыусыларҙың береһе – Өфө ҡалаһының Халыҡтар дуҫлығы орденлы А.М.Горький исемендәге 3-сө гимназияһы уҡытыусыһы Садыкова Гөлназ Мөхәмәт ҡыҙы ҡулланған сайттарҙың исемлеген тәҡдим итәбеҙ. Был исемлеккә яңы сайттар өҫтәргә теләүселәр булһа комментарийҙар яҙығыҙ, беҙ өҫтәп ҡуйырбыҙ.
Уҡытыусыларға ярҙамға сайттар
- LearningApps.org – интерактив дидактик күнегеүҙәр эшләргә мөмкин, әҙер күнегеүҙәр ҙә бар.
- http://sadikova.jimdo.com/ (Минең сайт, ФГОС буйынса күп материал табырға була, дәрес өлгөләре бар)
- Издательство "Просвещение" (www.prosv.ru) (Һәр дүшәмбе электрон дәреслектәр менән эшләү буйынса вебинарҙар үткәрелә)
- http://www.zavuch.ru
- Социальная сеть работников
образования nsportal.ru - http://usmag.com (ФГОС буйынса почта аша китаптар һатып алырға була)
- www.virtualrb.ru – Башҡортостан буйлап виртуаль турҙар
- www.360gu.ru – сферик панорамалар
- www.bashskazki.ru – башҡорт халыҡ әкиәттәре
- www.3dcaves.net – Шүлгәнташ мәмерйәһе буйлап виртуаль тур
- incubator.wikimedia.org – Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре
- www.ashkadarfm.ru – Ашҡаҙар радиоһы
- uldashfm.ru – Юлдаш радиоһы
- libmap.bashnl.ru – Башҡортостан республикаһының әҙәби картаһы
- www.bash-rmbs.ru – Республика хәрби дан музейына виртуаль сәйәхәт
- ebook.bashnl.ru/dsweb Ә.Вәлиди исемендәге Милли китапхананың электрон варианты
- soyuzkuraistovrb.ru. – Башҡортостан Республикаһы Ҡурайсылар берекмәһе