2015 йылдың 19 апрелендә Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайы янындағы йәштәр советы ял өмәһен үткәрҙе. Был сараға баш ҡалалағы йәштәребеҙ әүҙем ҡушылды. Башҡорт йәштәре иттифағы, башҡорт йәмәғәт ойошмаһы менән бер рәттән "Йәшлек” гәзите хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар ҡатнашты.
15.00 сәғәттә Салауат Юлаев майҙанында байтаҡ йәштәр йыйылған ине. Ә эш барышында күпселек студенттарҙан торған яңынан-яңы хеҙмәтсе ҡулдар өҫтәлеп торҙо беҙҙен сафтарға. Белеүегеҙсә, сараның маҡсаты милли батырыбыҙ һәйкәле янын таҙартыу ғына түгел, ә йәштәрҙе файҙалы эш ярҙамында берләштереү. Уларҙың буш ваҡытын файҙалы һәм күңелле итеп үткәреү өсөн, өмәнән һуң күңелле концерт-дискотекаһы ҡаралған ине. Эйе, йәштәрҙең ҡул һыҙғанып хеҙмәт иткәндән һуң, күңелле ял итеп һәм ҙәңгәр экрандарға ла эләгеп өлгөрҙө. Изге сараны халыҡҡа еткереү маҡсатында БСТ телеканалы яңылыҡтар хеҙмәткәрҙәре камераға төшөрөп та алдылар.