2015 йылдың 19 апрелендә Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайы янындағы йәштәр советы ял өмәһен үткәрҙе. Был сараға баш ҡалалағы йәштәребеҙ әүҙем ҡушылды. Башҡорт йәштәре иттифағы, башҡорт йәмәғәт ойошмаһы менән бер рәттән "Йәшлек” гәзите хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар ҡатнашты.
15.00 сәғәттә Салауат Юлаев майҙанында байтаҡ йәштәр йыйылған ине. Ә эш барышында күпселек студенттарҙан торған яңынан-яңы хеҙмәтсе ҡулдар өҫтәлеп торҙо беҙҙен сафтарға. Белеүегеҙсә, сараның маҡсаты милли батырыбыҙ һәйкәле янын таҙартыу ғына түгел, ә йәштәрҙе файҙалы эш ярҙамында берләштереү. Уларҙың буш ваҡытын файҙалы һәм күңелле итеп үткәреү өсөн, өмәнән һуң күңелле концерт-дискотекаһы ҡаралған ине. Эйе, йәштәрҙең ҡул һыҙғанып хеҙмәт иткәндән һуң, күңелле ял итеп һәм ҙәңгәр экрандарға ла эләгеп өлгөрҙө. Изге сараны халыҡҡа еткереү маҡсатында БСТ телеканалы яңылыҡтар хеҙмәткәрҙәре камераға төшөрөп та алдылар. ҡыйыу йәштәр үҙҙәренең тәьҫораттары менән бүлеште. Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайы янындағы йәштәр советы рәйесе Рәмзил Рәмил улы Байназаров, уның урынбаҫары Рифат Биҡҡолов өмәнең маҡсаты тураһында бер-нисә һүҙ әйтеп китте. Өмә көтөлгәндән дә ҙурыраҡ кимәлдә үтте, сөнки әҙерләп ҡуйылған 100 тоҡто ҡыҫҡа ваҡыт араһында тултырып махсус ҡый түгеү һауыттары янына ташып та ҡуйҙылар. Батырыбыҙ һәйкәле янына йәм кереп китте, һәйкәл аҫтындағы сүп-сарҙың, буш шешә ҡалдыҡтарының күплеген, бәлки күптәр күҙ алдына ла килтермәгәндәрҙер… Эштән һуң йәштәр матур итеп күңел аса белеуҙәрен дә күрһәттеләр. Башҡорт эстрадаһы йондоҙҙарының сығышы бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Рәил Өмөтбаев, Йәмил Баймырҙин, Ғайсар Миндиғолов, Наил Юнысов, Сәйет Билалов, Айҙар Ғәлләмов, сәнғәт училищеһы студенттары йәштәргә матур байрам кәйефе бүләк итте. Наил Юнысов һәм йәштәр советы активистарының сараны йәмле итеп алып барыуы байрамға тағы ла йәм өҫтәне.
Кисә аҙағында йәштәр советы рәйесе Рәмзил Рамил улы Байназаров өмәне үткәрешеүҙә, байрам бүләк иткән йырсыларға, йәштәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.