20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Май 2015    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


Беҙҙең киң мәғлүмәт саралары майҙанында ла төрлөконкурстар, бәйгеләр үтеп тора ул. Теләһә ниндәй бәйгелә йөҙ ҡыҙартмай торған урын яуларға, хаҡлы баһаланырға мөмкинлегебеҙ бар. Ләкин беҙҙең өсөн иң ҡиммәтлеһе барыбер ҙә уҡыусыларыбыҙ баһаһы икәнен тағы бер тапҡыр әйтеп ҡуяйыҡ әле.

Ә шулай ҙа быйыл конкурстарҙың иң мәртәбәлеһе булған "Матбуғаттың алтын фонды” (Золотой фонд прессы”) проектында ҡатнашыу мөмкинлеген файҙаланырға булдыҡ. Ул "Журналист” нәшриәт йортоноң РФ Федераль Йыйылыш Федерацияһы Советы, РФ Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡярҙамында ойошторолған, сифатлы һәм ижтимағи яҡтан әһәмиәтле киң мәғлүмәт сараларын билдәләүсе Рәсәй кимәлендәгеконкурс. Унда ҡатнашыусылар проекттыңОтличие билдәһе, Танытмаһы менән бүләкләнә. Ниһәйәт, беҙҙең "Киске Өфө” гәзите лә ошо бүләктәргә лайыҡ булды. Беҙ һәр ваҡыт сифатлы баҫма ижад итергә ынтылдыҡ һәм был бүләк ошо ынтылышыбыҙға бер бәләкәй генә баһа булды шикелле.

Конкурста еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы сиктәрендә был юлы "Рәсәйҙең сифатлы матбуғаты һәм уның үҫеш перспективалары” тип аталған 5-се Эшлекле форум үтте. Форум эшендә федераль һәм төбәк киң мәғлүмәт саралары етәкселәре, Дәүләт Думаһы, РФ субъекттары министрлыҡтарыһәм департаменттары, Рәсәй журналистар союзы, йәмәғәт ойошмаларывәкилдәре, медиаэксперттар ҡатнашты. Бөгөнгө ябай булмаған шарттарҙа гәзит-журналдарҙы нисек һаҡлап ҡалырға, "Рәсәй почтаһы” менән хеҙмәттәшлек өлкәһендәге ҡатмарлыҡтарҙы нисек хәл итергә –дөйөм алғанда, ошолар тураһында һүҙ барҙы форумда. Редакцияларҙа штаттар ҡыҫҡарыу арҡаһында урамда ҡаласаҡ60 меңләп хеҙмәткәрҙең яҙмышы тураһында борсолоу белдерелде.Журналист һөнәренең абруйын ҡайтарыу тураһында ла һәр сығышта ниндәйҙер фекерҙәр яңғыраны. "Журналист” журналының баш мөхәррире Геннадий Мальцевтың сығышында ошо юҫыҡта бына нимәләр һыҙыҡ өҫтөнә алынды:”Социологтар тикшереү үткәреп, 2020-2030 йылдарҙа кәрәкмәгәндәр рәтенә инәсәк профессияларҙы асыҡлаған, - тине Геннадий Петрович. – Нотариус, риэлтер, банк операцияларыхеҙмәткәре рәтендә журналист та ана шундай кәрәкмәгән интеллектуаль һөнәрҙәр реестрына инә. Беҙ быны теләмәйбеҙ. Тимәк, бөгөн һәр уҡыусы өсөн көрәшергә, уларҙы үҙебеҙгә нығыраҡ ылыҡтырырға тейешбеҙ. Журналист оҫталығы конкурстары, "Матбуғаттың алтын фонды”конкурсы уларҙың иң абруйлыһы, әлбиттә, ошо маҡсатҡа йүнәлдерелгән дә инде. Ә был бәйгелә иң яҡшылар еңә. Улар күп булырға тейеш. Шуның өсөн, һиңә өндәшәм, коллега: намыҫлы бул, ҡыҙыҡлы, стандарт булмаған фекерҙәр ҡор, хәҡиҡәткә хеҙмәт ит – ул саҡта уҡыусылар һиңә үҙенән-үҙе ылығыр...”

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы