2015 йылдың 5 майында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Башҡорт дәүләт аграр университеты, Республика хәрби дан музейының филиалы "112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы” музейы тарафынан ойошторолған Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына һәм был һуғышта тиңһеҙ батырлыҡ күрһәткән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына бағышланған хәтер кисәһе уҙғарылды.
Был хәтер кисәһенең төп маҡсаты – йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләү ине. Шуға ла сараға юғары һәм урта профессиональ белем биреүсе уҡыу йорттарының студенттары, республика һәм Өфө ҡалаһының инновацион урта дөйөм белем биреү учреждениеларының уҡыусылары саҡырылды. Ойоштороусылар Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы, Башҡорт дәүләт университеты, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡорт дәүләт аграр университеты, Өфө дәүләт авиция техник университеты, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы, Өфө ҡала хакимиәте, Өфө ҡала мәғариф идаралығы етәкселегенә студент һәм уҡыусы йәштәрҙең кисәлә әүҙем ҡатнашыуын ойошторған өсөн рәхмәт белдерә. Сарала бөтәһе 1000 –гә яҡын кеше ҡатнашты.