20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Май 2015    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


» » » 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына арналған хәтер кисәһе
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына арналған хәтер кисәһе

2015 йылдың 5 майында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Башҡорт дәүләт аграр университеты, Республика хәрби дан музейының филиалы "112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы” музейы тарафынан ойошторолған Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына һәм был һуғышта тиңһеҙ батырлыҡ күрһәткән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына бағышланған хәтер кисәһе уҙғарылды.

Был хәтер кисәһенең төп маҡсаты – йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләү ине. Шуға ла сараға юғары һәм урта профессиональ белем биреүсе уҡыу йорттарының студенттары, республика һәм Өфө ҡалаһының инновацион урта дөйөм белем биреү учреждениеларының уҡыусылары саҡырылды. Ойоштороусылар Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы, Башҡорт дәүләт университеты, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡорт дәүләт аграр университеты, Өфө дәүләт авиция техник университеты, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы, Өфө ҡала хакимиәте, Өфө ҡала мәғариф идаралығы етәкселегенә студент һәм уҡыусы йәштәрҙең кисәлә әүҙем ҡатнашыуын ойошторған өсөн рәхмәт белдерә. Сарала бөтәһе 1000 –гә яҡын кеше ҡатнашты.

Кисәлә һүҙ 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының ойошторолоу һәм уның данлы һуғыш юлы тарихы тураһында барҙы. Һуғыштың иң тетрәткес мәлендә, илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүҙе фашистарҙан һаҡлағанда ойошторола башлай был дивизия. Унда бөтә Башҡортостандан иң ҡыйыу, физик яҡтан таҙа, шул уҡ ваҡытта белемле булған егеттәр һайлап алына. Дивизияны аттар менән һәм башҡа һуғыш кәрәк-яраҡтары менән тәьмин итеүҙә республикабыҙҙың барлыҡ колхоз-совхоздары ҡатнаша.

Дивизия данлы һуғыш юлы үтә. Уның 78 яугиренә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, 5 яугир – иң ҙур наградаларҙың береһе булған Дан орденының тулы кавалеры (3 дәрәжәһе бар был ордендың). Бөйөк Ватан һуғышы тарихында шул тиклем геройҙар биргән берҙән бер хәрби ойошма был дивизия. Уның етәксеһе генерал Миңлеғәли Шайморатов 1943 йылда яу яланында һәләк була. Сарала ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышы тарихында тәрән эҙ ҡалдырған дивизия командирының Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителеп тә, халыҡ тарфынан быны талап итеп ярты миллиондан ашыу ҡултамғалар йыйылыуға ҡармаҫтан һаман да уға Герой исеме бирелмәүенә үкенес белдерҙе.

Һуғыш йылдарында республикала 97 мең авиация двигателе эшләнә. Был һуғышта ҡатнашҡан истребителдәрҙең 60 процентын моторҙар менән тәьмин итергә булышлыҡ итә. Был осорҙа республикала 8 млн.400 мең тонна нефть табыла. Табылған нефть Ишембай һәм Өфө заводтарында эшкәртелә. Эшкәртелгән нефть продукттары фронтҡа, хәрби-диңгеҙ флотына, танктар төҙөү, авиация заводтарына, ауыл хужалығына ебәрелә. Совет Армияһы ғәскәрҙәре контр һөжүмгә күсеп, төньяҡ Кавказ заводтарын азат иткәнгә тиклем, илде яғыулыҡ менән тәьмин иткән төп заводтар Башҡортостанда була.

Башҡортостандың Бөйөк Еңеүгә индергән ҙур өлөшөн раҫлаусы ошо һәм башҡа факттар яңғыраны сығыш яһаусыларҙың һәм алып барыусыларҙың телмәрендә.

Сарала шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары Зарипов Ғәбделхәй Әхәт улы, Йыһаншин Сабир Шәйәхмәт улы, Ҡарабултаов Әнәс Таһир улы, Күсимов булат Хажим улы һәм дивизияның ҡаһарман командирҙары Афзал Ғималетдинов, Таһир Күсимов, Шакир Закиров, Сәғит Әлибаев, Сабир Ҡадиров, Ҡужаәхмәт Үтәшев һәм башҡа яугирҙәрҙең балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, туғандары ҡатнашты.

Ветерандарҙы һәм кисәлә ҡатнашыусыларҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтайы депутаты Р.Т.Аҙнабаев ҡотланы. Ул шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайы рәйесе К.Б.Толкачевтың ҡотлау хатын да уҡып ишеттерҙе. Ҡотлау менән Башҡорт дәүләт аграр университеты ректоры И.И.Ғәбитов, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны 5 хәрби орден кавалеры, Республиканың һуғыш, хеҙмәт, ҡораллы көстәр, һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарының ветерандары советы Президиумы ағзаһы Сабир Шәйәхмәт улы Йыһаншин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Х.Х.Ишморатов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитетының Йәштәр советы рәйесе Р.Байназаров сығыш яһаны.

Кисәне һағышлы, моңло йырҙары менән Юнир Һағынбаев, Харис Шәрипов, Вилдан Фәйзуллин, Илнур Миһманов, һәүәҫкәр композитор Фәниә Даутова, 103-сө мәктәптең уҡыусыһы Камилла Мөҙәрисова биҙәне. Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев башҡарыуында һуңғы алышы алдынан М.Шайморатовтың уйланыуҙарын һүрәтләгән монолог был легендар шәхестең батыр йөрәкле һуғышсы ғына түгел, халҡын, үҙ ҡулы аҫтында һуғышҡан яугирҙәрҙе һаҡлау сараһын да күргән аҡыллы генерал булғанын да күрһәтте.

Башҡорт дәүләт аграр университетының "Шоңҡар” вокал ансамбле башҡарыуында "Шайморатов-генерал” йыры, ошо уҡ университеттың ҡурайсылар ансамбле сығышы, "Шатлыҡ” бейеү ансамбленең өҙҙөрөп бейеүе бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр.

Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы Фаяз Йәнтүрин менән Башҡорт дәүләт аграр университеты студенткаһы Ләйлә Харисова кисәне йәнле итеп алып барҙы.

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы