20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Июль 2015    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


ГӨРЛӘП ҮТТЕ ҠАҘАҒСТАН ҺАБАНТУЙЫ

2015  йылдың 17 майында Ҡаҙағстан Республикаһындағы Халыҡтар Ассамблеяһы йылы айҡанлы һәм Ҡаҙағстан башҡорттарының “Салауат”  башҡорт мәҙәни үҙәгенең 25 йыллыҡ юбилейына арнап Һабантуй уҙғарылды.

Ҡаҙағстандың Манғыштау өлкәһе Аҡтау ҡалаһындағы Һабантуй, “Салауат” башҡорт мәҙәни үҙәге тарафынан беренсе тапҡыр 1990  йылда уҙғарыла. Ә иһә “Салауат”тың үҙенә килгәндә, уның бөгөнгө етәксеһе – Урал Аҙнабаевтың  әйтеүенсә, ул – Ҡаҙаҡ илендә берҙән-бер тик башҡорттарҙы берләштергән үҙәк. Йәғни, ҡалған ойошмалар башҡорт-татар үҙәге булып ойошҡан.

Һабантуй тантаналы рәүештә Аҡтау ҡалаһының 1-се микрорайон, Каспий майҙанының үҙәк сәхнәһендә асыла.

Беренсе һүҙҙе, Башҡортостандан килгән вәкәләтлекте һәм дә байрамда ҡатнашҡан бөтә төрки халыҡтарҙы ҡотлап Ҡаҙағстан Халыҡтары Ассамблеяһы Секретариятынан Ишмырҙина Гөлжан Мәҡсүт ҡыҙы һәм Этномәҙәни берекмәһе вәкилдәре  алды. Артабан һүҙ сит илдәге милләттәштәрен ҡотларға Башҡортостан Республикаһы  исеменән – Бөтә Донъя Башҡорттары Ҡоролтайы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының  атҡаҙанған, Рәсәй Федерацияһының халыҡ һәм атҡаҙанған артисы Хөрмәтулла Ғәззәли улы Үтәшев ҡа бирелде. Башҡорт Этномәҙәни берекмәһенә Бөтә донъя башҡорртары ҡоролтайынан һәм Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт Министрлығы исеменән сәләмләү һәм рәхмәт хаттары тапшырылды һәм башҡорт милли костюмдары бүләк ителде. Шулай уҡ М.Ғафури исемендәге Башҡорт Дәүләт Академия драма театры исеменән милли стиль  менән эшләнгән сувенир һауыт-һаба бүләк ителде.

Һабантуй бай йөкмәткеле концерт программаһы менән артабан дауам итте. Байрамда ҡатнашыусы ҡунаҡтарҙы Башҡортостандан килгән артистар һәм Аҡтау ҡалаһының ижади коллективтары сағыу сығыштары менән һөйөндөрҙө.

Шулай уҡ байрам ҡолғаға үрмәләү, тоҡ һуғыш, арҡан тартыш һ.б. кеүек милли уйындарға бай булды. Бигерәк тә ҡунаҡтарҙы урта майҙанда ҡыҙыу барған милли көрәш ҡыҙыҡһындырҙы.  Көрәштә еңеүсе батыр  ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған йола буйынса тәкә менән бүләкләнде. Шулай итеп, “Һабантуй батыры” титулын балалар араһынан: Камил  Ҡороғлиев алһа, өлкәндәр араһынан “Һабантуй батыры” тип Роман Әхмәтханов билдәләнде. Был батырға еңеүсе бүләге – тәкә, тағы ла “КатКаз” ТОО-һы етәксеһе Сәлихов Мәндәш Хәлил улы тарафынан 100 000 теңге аҡсалата приз бирелде.

Ә иң мөһиме – ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған йола онотолмаған, беләктәрендә көс, йөрәктәрендә ут йөрөтөүсе милләттәштәребеҙ, бауырҙаштарыбыҙ байрамға бер йәм генә өҫтәне.

Ойошторусылар ҙа килгән  ҡунаҡтар кеүек үк бик ҡәнәғәт булдылар был байрамдан. Һәм шул юҫыҡтан, байрамды ойошторусылар иҫәбенә ингән Манғыштау өлкәһе Хакимиәте, Аҡтау ҡалаһы Хакимиәте, “Нур Отан” НДП-һы, Ҡаҙағстандың Манғыштау өлкәһе Халыҡтары Ассамблеяһы, “Салауат” башҡорт мәҙәни үҙәге, Һабантуйҙы үткәреүҙәге ярҙамдары өсөн Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт Министрлығына, Х.Әхмәтов ис. Башҡорт Дәүләт филармония артистарына, Бөтә донья башҡорртары ҡоролтайына һәм Үтәшев Хөрмәтулла Ғәззәли улына  оло рәхмәтен еткерә. Шулай уҡ рәхмәт һүҙҙәре һәр ваҡыт “Салауат” мәҙәни үҙәгенә бағымсылыҡ күрһәткән ТОО “КатКаз” етәксеһе Сәлихов Мәндәш Хәлил улына еткерелә.

Бөгөнгө көндә  заман баҙарындағы хәл-тороштар  көнләп түгел сәғәтләп  ҡатмарлашҡан бер мәлдә, ошондай милли байрамдарҙы үткәреүселәргә һәм байрам барышын йәмләгән ҡунаҡтарға афарин тиергә генә ҡала.  Төптәнерәк уйлағанда, шатлыҡ-ҡыуанысты, матурлыҡты баһалай белгән кеше генә лайыҡлы була ала бит, ошондай милли байрам -халыҡтарҙы берләштергән яҙ һәм муллыҡ байрамы Һабантуйға.

 

                                                                                              Урал Аҙнабаев.

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы