Главная > В Башкортостане > Туҡ буйында рухиәт байрамы

Туҡ буйында рухиәт байрамы


14-08-2015, 14:26. Разместил: lukmanovilnur

Ырымбур башҡорттары өсөн быйылғы йәй байрамдарға бай килде.  VI Бөтә Рәсәй һабантуйы, күренекле яҙыусы Сәғит Агиштың тыуыуына 110 йыл тулыуҙы тантаналы билдәләү, башҡорт халҡының тарихында тәрән эҙ ҡалдырған шәхестәр сыҡҡан Беренсе Иманғол ауылының 270 йыллығын билдәләү  һәм бына Ырымбур башҡорттары мәҙәниәте байрамы.

1 август көнө өлкәбеҙҙең төрлө төбәктәренән, айырыуса Туҡсоран халҡы, Александровка районы Ҡайыпҡол ауылы янындағы киң аҡланда ойошторолған күркәм сараға ашыҡты.     

   Оло байрамды ҙурлап килеүсе Башҡортостан һәм Ырымбур      ҡунаҡтары — яҡташыбыҙ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Нурислам Ҡалмантаев етәкләгән  мәртәбәле делегация,  вице—губернатор,   эске сәйәсәт буйынса өлкә хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Вера Бәширова, Александровка районы башлығы Александр Писарев  төбәктә татыу ғаилә булып йәшәгән төрлө милләт вәкилдәренең —  башҡорт, урыҫ, татар, украин   халыҡтарының мәҙәниәтен, рухи байлығын сағылдырған тере коридор аша үтеп, икмәк-тоҙҙан ауыҙ итте һәм сәхнә түренә үтте. Күңелле музыкаль композиция, йырҙар һәм изге теләктәр майҙан өҫтөндә яңғыраны, милли бейеүҙәр йөрәктәргә дәрт өҫтәне. 

Ошо бәрәкәтле ерҙә тыуып үҫкән, милләтебеҙ ғорурлығы булған   яҙыусы Сәғит Агиштың, рәссам Рәхим Ишбулатовтың, кинорежиссер Әмир Абдразаҡовтың исемдәрен ҙур хөрмәт менән иҫкә алдылар.

Вице—губернатор,   эске сәйәсәт буйынса өлкә хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Вера Бәширова,  Александровка районы башлығы Александр Писарев, Башҡортостан мәғариф министрлығынан милли бүлек начальнигы Гөлсәсәк Мөхәмәтйәнова, Мәҙәниәт министрлығынан әйҙәүсе белгес Ирек Иманғалин,  БДУ университеты тарих факультеты доценты Нурислам Ҡалмантаев, Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Марат Сарбаев байрамға килеүселәрҙе сәләмләгәндән һуң, башҡорт  телен, мәҙәниәтен, йолаларын, традицияларын һаҡлауға тос өлөш индергән милләттәштәребеҙҙе  Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.  Улар араһында Иҫәнгилде ауылы клубы мөдире Рәйсә Сарбаева, Красногвардия районы “Таң йондоҙо” һәм “Заман” ансамблдәре етксеһе Луиза Райманова, Александровка районы ҡоролтайы рәйесе Резида Күсәрова, Ҡыуандыҡ районынан эшҡыуар Рәмил Мәркәбаев, мәсеттә башҡорт телен уҡытыусы Рәйлә Хафизова, Иҫәнгилде мәктәбе уҡытыусылары Рәйлә һәм Альмира Булташевалар, мәктәп директоры Рузилә Сарбаева, үҙешмәкәр йырсылар Наил һәм  Филәрит Агишевтар, Ҡотос мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Зөлфиә Яҡшығолова,  ошо ауыл китапханасыһы Әнисә Ғәбйәлилова, Переволоцк районы Ҡотлөмбәт ауылы мәҙәниәт хеҙмәткәре Сафия Ғәбйәлилова, Кәнсер ауылынан Миңнулла Ғәбитовтың һәм Ырымбур башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Марат Сарбаевтарҙың исемен ишетеү ҡыуаныслы булды.   Башҡортостандар был юлы ла буш ҡул менән килмәгән: бүләккә Иҫәнгилде һәм Ҡотос ауылы мәктәп һәм китапханалаларына әсә телендәге нәшер ителгән әҙәби китаптар тапшырҙылар.

Концерт программаһы йылдағыса бай ине. Был юлы рус һәм башҡорт телендә алып барылған тамашаны  Иҫәнгилде һәм Ҡотос ауылы клубтары һәм мәктәптәре ижади коллективтары  башлап ебәрҙе.  Халыҡ “Таң йондоҙо”ноң “Башҡорт, тиеп күкрәгемде ҡағам” йырын айырым бер ғорурлыҡ менән тыңлаһа, Новосергиевка районы “ Йәшлек” ансамбленә ҡушылып йырланы, шулай уҡ рус, татар йыр ансамблдәренең, украин  хореграфик   һәм башҡа үҙешмәкәрҙәрҙең, төрлө ижади конкурстар еңеүселәрҙең сығышын яратып ҡабул итте.

Концерт программаһы барышында шағирә Лариса Абдуллинаның, композитор Фәниә апай Даутованың сығыштары тамашасы күңелендә үҙ урынын тапты.

Байрам сәхнәһе бәҫен күтәреп,  бер—бер артлы Көйөргәҙе районы һәүәҫкәрҙәре сыҡты.   Күп йылдарға һуҙылған хеҙмәттәшлек һәм дуҫлыҡ  ептәре нығый бара.    Көйөргәҙе районы мәҙәниәт бүлеге начальнигы Фәнир Малбаев етәкләгән йырсылар һәм бейеүселәр инде беҙҙең айырылғыһыҙ дуҫтарыбыҙға  әйләнгән.  Рәхмәт һеҙгә, көйөргәҙеләр! Юлдарығыҙ йырлы—моңло булһын!

Сәхнәнән йыраҡ түгел — байрам күрке тирмәләр урын алған. Уларҙың эсе  башҡорт көнкүрешенә тап килтерелеп йыйыштырылған. Переволоцк (ҡоролтай рәйесе Ғәфүр Моратов) һәм Александровка райондары (Геогревка ауыл советы рәйесе Тәлғәт Абдразаҡов)     тантана майҙанына тирмәләр ултыртыуҙы үҙ өҫтөнә алған. Переволоцк ҡоролтайы милли аштар бешереп, самауырҙар ҡуйып, байрамсыларға һый—хөрмәтен йәлләмәне, иҫтәлеккә фотоға ла төштөләр. Ҡунаҡсыл хужабикәләр Римма Моратова, Сафия Ғәбйәлилова, Дилә һылыу Әбүбәкероваға,   Нәфисә, Кәримә, Зәкиә Смакҡовалар һәм Ильяс кейәүгә ҡайнар сәйҙәрен һыуытмай, ашъяулыҡ тултырып теҙелгән тәмле—татлы ризыҡтарынан ауыҙ иттереп, һәр кемдең күңелен күргәндәре өсөн, ҙур рәхмәт.

Байрамдың иң күп тамашасыһын йыйған тағы бер урыны - көрәш майҙаны. Майҙансыҡты уратып алған көйәрмәндәрҙә, спортсылар менән бер рәттән, көрәш сәме ҡайнай. Быйылғы халыҡ байрамында бил һынап ҡарарға теләгәндәр һаны бик күп булмаһа ла, берәгәйҙәр ярышҡа сыҡты.  Был инде районда көрәштең милли төрө үҫешеүенә ишара.

     Йыйындың абсолют чемпионы исеменә Ҡотос ауылы егете Рәмис Теләкәев лайыҡ булды. Икенсе урынды уның ҡустыһы Илсур бер кемгә лә бирмәне.  Еңеүселәр һәм маҡтаулы урынды алған көрәшселәр иҫтәлекле приздар менән бүләкләнде, Байрам батырына йола буйынса тәкә эләкте.

Гер күтәреү буйынса бәйге лә ҡыҙыу барҙы. Был спорт төрөндә Аҙаҡаев Рәиф Рәфис улына етеүселәр булманы. Уның тамырҙары Иҫәнгилде ауылына бәйләнгән, үҙе Северный ауылыныҡы. 

Волейбол уйнарға яратыусылар ике командаға бүленеп уйын башлаған.

Балалар өсөн ҡыҙыҡлы конкурстар ойошторолоп, бер—нисә батут та ҡуйылған ине.

Төрлө аш—һыу нөктәләре тәмле еҫтәр таратып, шешлек, ит бешерә, аҙыҡ—түлек, кейем—һалым һатып тороусылар ҙа етерлек. “Мин — башҡорт” тип яҙылған футболкалар, бейсболкалар, сувенирҙар, магниттарҙы халыҡ бик теләп һатып алды.

Шулай ҙа күңелде ҡырып, эсте бошорған күренештәр тураһында ла яҙмай булмай. Өлкә башҡорттары байрамы ошо төбәктә йәшәгән башҡорттарҙың ғына байрамы булып ҡалды быйыл. Төйлөгән, Октябрьский, Ҡыуандыҡ, Гай райондары, Медногорск, Орск, Новотроицк, Ырымбур ҡалалары ҡоролтайҙары йыйында ҡатнашманылар. Ҡоролтай рәйестәренең вайымһыҙлығымы, аҡса юҡҡа һылтаныумы, әллә рухыбыҙ шулай ғына ҡалдымы?.. Барыһы ла барҙыр, күрәһең…  Өлкә башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының күп ағзалары был мөһим саранан ситтә ҡалды. Ә Александровка, Переволоцк, Красногвардия, Новосергиевка райондары ҡоролтайҙарына өлкә байрамын ойоштороуға күп көс һалғандары өсөн, афариндар, тип әйтке килә. Бигерәк тә, ижади коллективтар етәкселәре: Сарбаева Рәйсә, Венера Баҡаева, Зөлфиә Әгишева, Рәйлә Булташева, Луиза Райманова, Илшат Дауытовтарға ҙур рәхмәт.

Быйылғы Ырымбур башҡорттарының мәҙәни байрамы Александровка районы хакимиәте, “Каруанһарай” Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолоп, Ырымбур өлкә хөкүмәте һәм Башҡортостан мәҙәниәт министрлығы ярҙамы менән үтте.

 

  Фәймә Аҡдәүләтова.

 

 


Вернуться назад