Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһы “Ағинәйҙәр ҡоро” Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҡарамағындағы “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә Мөнәжәт башҡарыусыларҙың асыҡ ҡала конкурсын үткәрҙе. Быйыл өсөнсө тапҡыр ойошторолған сарала Өфөнән “Әс-сәләм” төркөмө, Сибай ҡалаһы, Әбйәлил, Баймаҡ, Учалы, Хәйбулла, Белорет, Күгәрсен, Йылайыр райондары, Силәбе өлкәһенең Арғаяш, Ҡоншаҡ, Сосновка райондары ағинәйҙәр ҡорҙары ағзалары сығыш яһаны. Сарала шулай уҡ РФ-һы Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы етәксеһе Зөһрә Йыһанур ҡыҙы Рәхмәтуллина ла ҡатнашты.