20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Октябрь 2015    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 1234
567891011
12131415161718
19202122232425
262728293031 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


» » » Мөнәжәттәребеҙ... рухи асылыбыҙға ҡайта
Мөнәжәттәребеҙ... рухи асылыбыҙға ҡайта

[Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһы “Ағинәйҙәр ҡоро” Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҡарамағындағы “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә Мөнәжәт башҡарыусыларҙың асыҡ ҡала конкурсын үткәрҙе. Быйыл өсөнсө тапҡыр ойошторолған сарала Өфөнән “Әс-сәләм” төркөмө, Сибай ҡалаһы, Әбйәлил, Баймаҡ, Учалы, Хәйбулла, Белорет, Күгәрсен, Йылайыр райондары, Силәбе өлкәһенең Арғаяш, Ҡоншаҡ, Сосновка райондары ағинәйҙәр ҡорҙары ағзалары сығыш яһаны. Сарала шулай уҡ РФ-һы Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы етәксеһе Зөһрә Йыһанур ҡыҙы Рәхмәтуллина ла ҡатнашты.

Сергей Рыбаков аңлатмалары буйынса, мөнәжәт – ул “Аллаға өндәшеү, дини йөкмәткеле шиғырҙар”. Эйе, башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижадының бер төрө булған мөнәжәт – уникаль күренеш ул. Аллаға өндәшеү, Уға таяныу, Унан ярҙам һорау, Уның ғына һине һаҡлай алыуына ышаныу, Уның алдына барып баҫҡас, эшләгән эшең, ҡылған ҡылыҡтарың өсөн нимә тип яуап биреүеңде уйлау – башлыса бына ошондай йөкмәтке сағыла уларҙа. Бөгөн башҡорт ауыҙ-тел ижадының был төрө аҙ өйрәнелгән. Бының сәбәбе билдәле: Совет осоронда динебеҙгә бәйле барлыҡ йола-ҡағиҙәләребеҙҙе лә онотторҙолар бит. Мөнәжәттәр ҙә шуға бәйле юҡҡа сыға яҙҙы. Әммә ул заманда ла тәҙрәгә ҡорған ҡороп булһа ла намаҙ уҡыуҙан, мөнәжәттәр әйтеүҙән туҡтаманы оло быуын...

Бына шул хәтерҙән бөтөнләй үк юйылып бөтмәгән хазинабыҙҙы ынйы бөртөгөләй йыйыу, рухи асылыбыҙға ҡайтарыу өсөн янып йөрөй ҙә инде Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле сәсәниә Асия Ғәйнуллина етәкселегендәге Сибай “Ағинәйҙәр ҡоро” ағзалары. Республика кимәлендә булһынмы, район-ҡала кимәлендәме, ғәҙәттә, конкурс, бәйгеләргә әҙерләнәләр, күнекмәләр, репетициялар яһайҙар, әллә күпме аҡса түгәләр. Ә бына Сибай ағинәйҙәре өс йыл рәттән ошо Мөнәжәт башҡарыусыларҙың асыҡ ҡала бәйгеһе үткәреүҙең төп йөгөн үҙ иңдәренә ала: сараға саҡырып, райондарға ҡағыҙын да ебәрә, ҡулдарынан килгәнсә бүләктәрен дә әҙерләй, килгән ҡунаҡтарҙы һыйлап ебәрер өсөн ризыҡтарын да бешерә. Был юлы ла ойоштороу йәһәтенән дә, халҡыбыҙҙың боронғо дини фольклорын башҡарыу оҫталығы буйынса ла бына шундай фиҙаҡәрлек өлгөһө күрһәтте улар. Оҫталыҡ, тигәндән, быйылғы бәйгегә килгән мөнәжәтселәрҙең был йәһәттән ниндәйҙер яңы үҫеш баҫҡысына күтәрелеүе шатландырҙы. Тимәк, Сибайҙа үткәрелгән сара мөнәжәтебеҙгә иғтибар артыуға булышлыҡ иткән. Хатта мөнәжәтебеҙ сыңы йәштәребеҙ күңеленә лә үтеп инә башланы. Башҡорт дәүләт филармонияһының “Әс-сәләм” этник төркөмө, мәҫәлән, Асия Солтан ҡыҙынан мөнәжәттәр өйрәнеп, уны республика сәхнәләрендә башҡарып йөрөй хәҙер. Был юлы Сибай сәхнәһендә лә сығыш яһаны улар. Уларға конкурстың беренсе дәрәжәләге дипломы тапшырылды. Әйткәндәй, үткән мөнәжәт конкурстарында Учалы ҡалаһынан да йәштәр ҡатнашҡайны. Бик матур булды сығыштары. “Был сығышығыҙҙы йәштәр ҡабул итәме?”- тигән һорауға улар: ”Йәштәр әле мөнәжәт тыңларға өлгөрөп етмәгән”, - тигәйне. Ә “Әс-сәләм”дең мең кешелек тамашасы алдында ошо репертуары менән сығыш яһауына шаһит булған бар. Һәр ерҙә алҡыштарға күмәләр уларҙы. Тимәк... Зөһрә Йыһанур ҡыҙы Рәхмәтуллина ошо мөнәжәт конкурсынан һуң Сибайҙа һәм Баймаҡта үткән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең республика кәңәшмәһенда шулай тип сығыш яһағайны: “Патриотлыҡ – тыуған ергә, илгә генә түгел, дингә лә һөйөү ул. Юғиһә, һуңғы ваҡытта төрлө секта вәкилдәре беҙҙең традицион динебеҙҙе ҡыҫырыҡлай, быға юл ҡуйырға ярамай. Балаларыбыҙ индустарҙың мантраларын ятлағансы, үҙебеҙҙең мөнәжәттәрҙе өйрәнһен...” Хаҡ һүҙҙәр, һәм беҙ, ысынлап та, киләсәктә мөнәжәт, нәсихәттәрҙә әйтелгән өгөттө, аҡылды йәштәр күңеленә лә күсерергә тейешбеҙ.

“Мөъмин мосолман ғилемде ҡайҙа юғалтты, шунан табып алырға тейеш, тиелгән Ҡөрьәндә. Унда ғилем тураһында 170 урында яҙылған, ғилем йәннәттең юлы, бишектән ләхеткә тиклем ғилем алыу талап ителә, тиелгән. Беҙ әйткән бер мөнәжәттә шундай юлдар бар: “Бер ғәмәлһеҙ үлеп китһәк, Ҡиәмәттә нишләрбеҙ?” Ғәмәл ҡылырға тейешбеҙ, бының өсөн белемле булырға кәрәк. Ошоларҙың барыһы ла Ислам диненең төп хәҙистәре, улар еңел һәм аңлайышлы формала мөнәжәт итеп йырланған, ошоға беҙ үҙебеҙҙең шәкерттәрҙе, мөслим-мөслимәләрҙе өйрәтергә тырышабыҙ”, - тигәйне Учалы ҡалаһының Зәйнулла ишан мәсете мөғәллимәһе Зәкиә Әделйәнова. Эйе, өйрәнеү юлындабыҙ. Беҙ рухын юғалтҡан түгел, ә эпосы булған, мөнәжәт һәм нәсихәттәр әйткән халыҡ икәнебеҙҙе раҫлау юлындабыҙ. Ошондай ишара яңғыраны конкурста ҡатнашҡан 6 йәшлек балаларҙан башлап, 80 йәшлек инәйҙәргә тиклемге мөнәжәтселәр сығышында. Силәбе өлкәһенең Арғаяш, Ҡоншаҡ һәм Сосновка   ағинәйҙәре бигерәк тә һоҡландырҙы: улар башҡорт халҡының боронғо дини фольклорының иң сағыу өлгөләрен тәҡдим итте һәм конкурстың Гран-приһына лайыҡ булды. Зөһрә Йыһанур ҡыҙы силәбеләргә үҙенең махсус призын бүләк итте.

Әйткәндәй, ағинәйҙәр йыйындарында РФ Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева, Өфөнән “Башбланкиздат” етәксеһе Гөлсәсәк Әлибаева ихлас ҡатнаша һәм улар үткәргән сараларҙы ойоштороуға матди ярҙам күрһәтә. Был юлы Гөлсәсәк Ҡадир ҡыҙы әлеге конкурстың да бағыусыһы булды һәм бар ҡатнашыусыларҙы матур бүләктәре менән ҡыуандырҙы.  

Шулай итеп...

Мөнәжәт башҡарыусыларҙың былтыр үткән конкурсында Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Хәләф Ишморатов шулай тигәйне: “Үтеп китеп барған поездың һуңғы вагонына һикереп менеп өлгөрҙөк, йәмәғәт! Киләсәктә Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты БР-ҙың Мәҙәниәт һәм Мәғариф министрлыҡтары менән берлектә мөнәжәт тигән ынйы-гәүһәрҙәрҙе йыйып, йәш быуынға алып барып еткереү сараһын күреүҙе, конкурсты республика кимәленә сығарыуҙы төп бурысыбыҙ итеп алырға тейешбеҙ”. Ошо уҡ фекерҙе быйыл Зөһрә Йыһанур ҡыҙы Рәхмәтуллина ла ҡабатланы: “Бындай конкурстар Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы, Ағинәйҙәр ҡоро кимәлендә генә үтергә тейеш түгел, уларҙың матур башланғысын беҙҙең Мәҙәниәт министрлығы дауам итергә тейеш“. Эйе, ағинәйҙәрҙең башланғысын күтәрмәләп, киләһе йыл был конкурсты Мәҙәниәт министрлығы үҙ ҡанаты аҫтына алыр тип ышанабыҙ.

Гөлбаныу ГӘРӘЕВА.

 

Мөнәжәттәребеҙ... рухи асылыбыҙға ҡайта

 

 

 

 

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы