20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Октябрь 2015    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 1234
567891011
12131415161718
19202122232425
262728293031 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


» » » Әйт, тиһәгеҙ... Быйыл 21 ноябрҙә IV Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы буласаҡ. Ҡоролтайға әйтер һүҙегеҙ ни булыр?
Әйт, тиһәгеҙ... Быйыл 21 ноябрҙә IV Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы буласаҡ. Ҡоролтайға әйтер һүҙегеҙ ни булыр?

Хәбирйән ТАҺИРОВ, Ҡыйғы район башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе: 1995 йыл I Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайында үҙ районымдан делегат булып ҡатнашыуым, халҡыбыҙҙың ул саҡтағы дәрте, әүҙемлеге, шундайын бер рухи күтәрелеш бөгөнгөләй күҙ алдымда тора. Тәүге йыйында бик күп матур һәм эшлекле резолюциялар ҡабул ителде, ләкин илдә тормоштоң үҙгәреп китеүе сәбәпле, ҡайһы бер ҡарарҙар үтәлмәйенсә ҡалды. Әлеге көндә Ҡоролтай алдында торған төп бурыс тип мин милләтте тәрбиәләү мәсьәләһен әйтер инем. Был бигерәк тә йәштәребеҙгә ҡағыла. Үҙ милләтебеҙ менән ғорурланыу юҡ хәҙер. Ғорурлана белмәйбеҙ. Ә бит әлеге тәүге йыйыныбыҙҙа ниндәйен дә рухи бейеклеккә өлгәшкәйнек. Башҡорт теленә, тарихына, шәхестәренә ҡыҙыҡһыныу артты. Милләт йылъяҙмаһы, үҙенсәлекле бер ҡамусы булған “Урал батыр” эпосыбыҙ донъя халыҡтары телдәренә тәржемә ителде. Хатта ки ЮНЕСКО-ны яулауға тиклем барып еттек... Ә бөгөн нимә күрәбеҙ? Туған телебеҙҙе юғалтыу хәүефе алдына килеп баҫтыҡ түгелме? Шәжәрәбеҙҙе лә оноттоҡ. Ауыр тормоштан миктәгән ир-егеттәребеҙ иленән айырылып, Себер китеп бөттө, улар иленән, тыуған еренән алыҫлашты, ситләште. Милли мәғарифтағы көрсөк милли интеллигенцияның юҡҡа сығыуына килтерҙе. Төрлө өлкәләрҙә ҡаҙаныштарға өлгәшкән арҙаҡлы шәхестәребеҙ, лидерҙарыбыҙ ҡайҙа бөгөн? Бына ниндәй һорауҙар борсой мине. IV Ҡоролтайҙың проблемаларыбыҙҙы асып һалыуын, милләтебеҙ рухын тергеҙеү буйынса етди һөйләшеү башлауына өмөт итәм. Отчет өсөн генә йыйылышып таралыу булмаһын ине сираттағы ҡоролтай...

Ҡадир МӘҒӘФҮРОВ, ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор: Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының төп маҡсатын мин халҡыбыҙҙы һаҡлауҙа һәм яҡлауҙа күрәм. Бөгөн беҙҙе иң борсоуға һалған мәсьәлә – ул халыҡ һанының бермә-бер кәмей барыуы. Ҡоролтайға әйтер һүҙем ошо хаҡта булыр шуға ла: уның эшмәкәрлеге, төп бурысы милләттәштәребеҙҙе, уны һан һәм сифат яғынан һаҡлауға йүнәлтелгән булырға тейеш. Халыҡтың кәмей барыу сәбәптәрен өйрәнергә, асыҡларға һәм ошо йүнәлештә уратып-суратып, ситләтелгән телмәр менән түгел, ә асыҡтан-асыҡ эш алып барырға кәрәк. Беҙҙең халыҡ һанының кәмеү сәбәптәренең береһе – уның әүҙем рәүештә ассимиляцияға дусар ителеүе, тип иҫәпләйем. Шуныһы ныҡ хафаға һала: икенсе милләт йоғонтоһона бирелеү бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ, тып-тыныс һәм һәүетемсә бара бит! Бының сәбәптәрен ғаилә мөхитенән дә, мәктәп тәрбиәһенән дә эҙләргә мөмкин, әлбиттә, ләкин бына ошо сәбәптәрҙе иҫкәртеү юлдарын ғәмәлгә индереп, милли үҙаң тәрбиәләү механизмдарын эшкә ҡушыу юғарыға үтенес хаттары һәм шуның кеүек тормошҡа ашмаҫ петициялар яҙып ултырыуға ҡарағанда күпкә ҡыйыныраҡтыр, әлбиттә. Ҡоролтай эш планының иң тәүге пункты итеп бына ошо бурысты билдәләһен дә, уны кисекмәҫтән атҡара ла башлаһын ине, тип теләйем мин. Был, берҙән, халыҡ араһында Ҡоролтайҙың абруйын күтәрер ине. Унан ҡала урындағы власть органдары алдында ла Ҡоролтай һүҙен үтемлерәк итеү өсөн тырышырға кәрәктер, тигән теләктәмен.

Тағы бер мәсьәлә: мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу проблемаһына, минеңсә, Ҡоролтайҙың туранан-тура ҡыҫылышы булырға тейештер бит? Ниңә был йүнәлештә ныҡышмалыраҡ талаптар ҡуймаҫҡа? Бәлки, ниндәйҙер эштәр, ынтылыштар барҙыр ҙа был тарафтан, тик йәмәғәтселеккә ул мәғлүм түгел. Әйткәндәй, тел белгесе булмаһам да, был йәһәттән үҙемдең бер фекерем бар ине: башҡорт телен баланы ҡағиҙәләр, килештәр, ялғауҙарҙан өркөтөрлөк итеп түгел, ә уларҙы һөйләшергә, үҙ-ара аралашырға өйрәтеп, уйын рәүешендә ҡыҙыҡлы итеп алып барғанда, бындай дәрестәрҙән берәү ҙә баш тартмаҫ.

Сәлмән ЯРМУЛЛИН, “Аманат”журналының баш мөхәррире, Ш.Бабич һәм Ш.Хоҙайбирҙин премиялары лауреаты: Заманыбыҙ тынысһыҙ бөгөн. Әйләнә-тирәбеҙҙә төрлө сәйәси ваҡиғалар, үҙгәрештәр, һәр төрлө реформалар булып ята. Ошондай мәлдәрҙә теге йәки был ваҡиғаға ҡарата халыҡ фекере, уның выжданы булып Ҡоролтай сығыш яһарға, уның һүҙе яңғырарға тейеш, ә беҙҙә – шып-шым. Әйтерһең дә, башҡорт ауылдарында мәктәптәр ҙә, медпункттар ҙа ябылмаған, рухи һәм тәбиғәт ҡомартҡыларыбыҙға ла яҫҡынмайҙар, телебеҙҙе лә тыймайҙар... Республикабыҙ байрамы – суверенлыҡ яулаған көн дә һиҙелмәй генә үтеп китте. 25 йыллығы бит әле, ни тиһәң дә! Ҡоролтайҙың халыҡҡа әйтер һүҙе юҡ инеме ни ошо юҫыҡта? Үҙәк менән килешеү төҙөп, вәкәләттәрҙе ҡайтанан ҡарау кәрәкмәйме икән республикабыҙға? Көндәлек ваҡ мәшәҡәттәр менән сырмаланып, республикабыҙ статусы әһәмиәтен онотоп барабыҙ һымаҡ тойолмаймы һеҙгә, йәмәғәт? Ниңә был хаҡта ҡыйыуһыҙ ғына, бер һөйләм менән генә ваҡытлы матбуғат баҫмаһы һүҙ ҡуҙғатырға мәжбүр? Уның вәкәләтлеге бармы быға? Бер заман шулай үҙ иңемә күберәкте йөкмәргә мәжбүр булып, яуап көнө килгәс, судья миңә тап ана шул һорауҙы биргәйне. Журналистар түгел, Ҡоролтай башлап күтәрергә тейеш түгелме ни өтөп алып барған көнүҙәк мәсьәләләрҙе? Ә беҙҙә йыш ҡына киреһенсә килеп сыға.Ҡололтайҙың, исмаһам, ундай һорауҙарға аяҡ терәп яуап бирер әмәле бар, сөнки ул легитимлы рәүештә һайланған орган. Уны бөтөн донъялағы башҡорт халҡы һайлап ҡуйған. Тимәк, ул алдан атларға, халҡына юл күрһәтергә, һәр дайым авангардта барырға тейеш, юғиһә бит башҡаларға “туҡмалырға” тура килеүе лә бар...

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.

Hаписал: Марзия,
28 октября 2015 10:45
Я в курултае 18 лет. Меня волнует неопределённость в курултае. Курултай это организация или просто общество башкир. По моему мнению любая организация имеет членство. Люди должны идти в эту организацию по убеждению. На конференцию загоняют народ, потом , когда обращаешься участникам конференции, они отвечают, что они не в курултае. В федеральном законе об общественных организациях пишут, что в организацию вступают по заявлению. Многие готовы платить взносы. Тогда у курултая появятся свои деньги. Часто мы говорим о членах курултая. Кто они такие? Ведь членства в курултае нет. Потом мы мало говорим об Уставе. Устав сам по себе, курултай сам по себе. Мало кто знает Устав. Люди считают, что Устав не к чему знать, так как начальство как захочет, так и будет. Я председатель исполкома курултая с. Аргаяш, Аргаяшского района. Мы работаем самостоятельно по своим правилам, которых мы установили для себя сами. Мы их придерживаемся, никто эти правила не нарушает, поэтому наш курултай работает очень активно в течение многих лет. Я отправляю во Всемирный курултай материалы о нашем курултае, к сожалению в сайте курултая о нас ничего не появляется. Я предлагаю провести более конкретные мероприятия в ходе подготовки к Всемирному курултаю:
1. Кандидаты в делегаты на Всемирный курултай должны дать отчёт, что они сделали за 5 лет для башкирского народа.
2. Должны дать свои планы на будущее.
3. До конференции оргкомитет должен рассмотреть всю документацию кандидатов в делегаты потом только вынести эти фамилии для утверждения на конференцию, охарактеризовать каждого из кандидатов.
Открытость, справедливость, демократичность помогут восстановить репутацию курултая.
Из нашего района многие ездили На Всемирные курултаи, но они не работали в курултае ни до поездки, ни после поездки. Почему так получается? Я думаю это происходит оттого, что эти люди никогда никаких обязательств перед народом не брали.

Hаписал: Минсылу,
16 ноября 2015 19:55
Я работаю с детьми в башкирском направлении 9 лет в образовании и до этого создала детскую вокальную студию в ДК ЧМЗ в 1995г.Все эти годы официально не являюсь членом курултая,но прилагала все усилия для возрождения и для сохранения башкирского народного творчества.Сейчас много направлений(группы) в курултае ,а толку мало.Особенно меня трогает ,когда повсюду без конца говорят про родной язык и культуру..На самом деле этим занимаются очень мало людей ,например: мы ....На сегодня в школе,где я работаю филиал 24 школы г.Челябинска от Центра Детского творчества остались только мои вокальные часы.Факультатив по родному языку 1 час в неделю,вовсе нет.В 2014 году в школе был открыт краеведческий музей башкирского и татарского народов ,представители конгресса татар были, а из курултая никого не было....
Смотрите сами,одни слова и бумаги,...на самом деле нет людей дела.Народ устал от этой борьбы за власть ,где они сами собираются себя награждают друг друга по блату ,а работы не видно.Вот вам язык и культура.Отсюда вывод: для чего создан курултай? Когда он,говоря простым языком начнет работать, и там будут работать нужные люди, которым действительно хочется сохранять и развивать культуру и язык башкирского народа?

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы