Айыу алыр егетте атынан танырҙар, бүре алыр егетте бүркенән танырҙар, тигән башҡорт халыҡ мәҡәлен ишеткәнегеҙ барҙыр, моғайын. Ошо көндәрҙә IV Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайына арналған I Республика балалар ҡоролтайында ҡатнашыусы мәктәп уҡыусыларын тыңлап ҡайтҡас, был мәҡәлдә телгә алынған батыр егет һәм ҡыҙҙарҙы үҙ күҙем менән күрҙем, тип һис шикләнмәй белдерә алам. Рухлы, аңлы һәм, иң мөһиме, илдәге бер үҙгәрешкә лә битараф булмаған балалар ҡор йыйып, һәр милләттәште борсоған актуаль һорауҙар тураһында фекер алышты. Ҡаралған мәсьәләләр буйынса ҡарарҙар ҡабул итеп, резолюцияға теркәргә һәм ололар йыйыласаҡ IV Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаттарына мөрәжәғәт яҙырға ла онотманы улар.