20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Декабрь 2015    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
28293031 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


ҺӘР БЕРЕБЕҘ ҒӘМӘЛДӘР ҠЫЛАЙЫҠ!

Ә бит һәр делегат - ул ҡоролтай ҡарарҙарын тормошҡа ашырыусы булырға тейеш, ул туй генералы түгел, ә эш менән туранан-тура шөғөлләнергә тейеш шәхес. Юғиһә, ҡайһы берәүҙәр ҡоролтайҙарҙа ҡунаҡ булып ҡына ултырып ҡайта ла, аҙаҡ шул эшләнмәй, был эшләнмәй, тип тәнҡитләп, йә илаулап йөрөй башлай. Ә кем эшләргә тейеш һуң милләткә ҡағылған барлыҡ был эштәрҙе, кемдән күрһәтмә кәрәк? Тот та эшлә!

Йәмәғәт ойошмаһы бит ул Ҡоролтай, уның хакимиәт хоҡуҡтары юҡ, ә бары ошо хакимиәттәр аша, хөкүмәт аша бурыстарҙы тормошҡа ашырыу вәкәләте бар. Файҙаланайыҡ ошо мөмкинлектәрҙе!

Үткән ике Ҡоролтай аралығында ла кемдер әүҙем эшләне, кемдер өнөн дә сығармаҫ булды, ә кемдер эшләмәү генә түгел, гел Ҡоролтай Башҡарма комитеты ағзаларын хурларға, бысраҡ өйөргә тотондо. Эйе, тәнҡит кәрәк, ләкин ул бит тик әрләшеүгә ҡоролорға түгел, ә аныҡ эш башҡарыуға килтерергә тейеш.

Бына, мәҫәлән, ҡайһы бер урындарҙа ҙур тырышлыҡ һалып, башҡорт гимназияһы тип асылған уҡыу йорттарын дөйөм гимназияға әйләндергәндә яҡлашып алып ҡалып була ине бит. Тик шунда эшләгән уҡытыусыларҙың, үҙ мәнфәғәтен генә уйлап, бер ауыҙ һүҙ ҙә әйтмәүен нисек аңларға? Ул гимназиялар законға ярашлы асылған, дөйөм стандарттар буйынса эшләп ята ине - нимәһенән ҡурҡырғалыр? Етмәһә, шул шымып ҡалғандарҙың уҡ ҡоролтай делегаты булып килеүенә нисек аптырамаҫҡа?.. Делегат булып килгән икән, яңынан башҡорт гимназияһы статусын ҡайтарырға көс һалһын ул уҡытыусылар! Ҡоролтайҙа бит тап шул мәсьәләләр иң мөһимдәр тип әйтелде. Был кешеләр үҙен таныр, моғайын. Әлегә бармаҡ менән төртөп күрһәтмәй торам.

Һәр беребеҙ бер ҡоролтай булып, милләт өсөн шәп эштәр эшләйек! Һәр башҡорттоң бурысы ул башҡортто үҫтереү! Ҡоролтайҙан килеп, бишек йыры йырламаҫтар, баланы башҡортса өйрәтмәҫтәр, уҡытмаҫтар - был һәр ата-әсәнең бурысы! Ә яңы составҡа ҡеүәт, уңыштар теләйек!

 

Гүзәл СИТДИҠОВА,

яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре,

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре

 

“Киске Өфө”  № 48

28 ноябрь 2015 йыл

Hаписал: Абушахманова Г.А.,
7 декабря 2015 19:50
Как можно добаить свой комментарий?

Hаписал: Закир Сагитов,
12 декабря 2015 16:44
Бисмилл??ирр?хм?нирр?хим!
Г?з?л ?е?лене? фекерен? ?ушылам.Мин ?оролтай?а т??димд?р еб?реп ?ара?ан инем,ихтибар ите?се булманы ахыры?ы.М???л?н.Исполком ярты йыл ?айын отчет бир?ен,шулай у? районда?ы исполком а?залары ??м делегаттар?а ??р ауылда булып,хал?ыбы? х?лен ?йр?неп,исполком р?йесен? отчет бир?ен.Кем эшл?м?й алыштырыр?а.Ултыр?ыста шым ?ына ултырып тороусылар?ы бушатыр?а. ?оролтай а?за?ы ??м взнос статья?ын устав?а индерерг? бик к?р?к ине.??р ауылда ?оролтай а?за?ы булып ?ф?г? х?б?р етеп тор?а,исполком р?йесен? эшл?? е?ел ??м ти? ????мт?ле буласа?,ин ша Алла?.

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы