20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Декабрь 2015    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
28293031 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


» » » ТӘНҠИТЛӘП ЙӨРӨГӘНСЕ ТОТ ТА ҮҘЕҢ ЭШЛӘ!
ТӘНҠИТЛӘП ЙӨРӨГӘНСЕ ТОТ ТА ҮҘЕҢ ЭШЛӘ!

Вадим АБДУЛЛИН, "Салауат" башҡорт йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, Магнитогорск ҡалаһы: Тураһын әйткәндә, ололарҙың эш эшләгәндәге һүлпәнлеге оҡшамай миңә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, отчет биргәндә, шуны эшләнек, быны эшләнек, тип шаштырып һөйләргә яраталар, тик башҡарған ғәмәлдәре артыҡ күренмәй. Улар йәш саҡтарында беҙҙең кеүек әүҙем булғандыр ҙа, бәлки, әммә ғаилә, эш менән баҫылып, ҡыҙыҡһыныуҙары үҙгәргәндер, тип уйлайым. Шуға күрә, Магнитогорск ҡалаһында йәшәүсе башҡорт йәштәрен туплап, үҙебеҙ айырым Йәштәр ҡоролтайына берләштек. Ойошмабыҙҙа тик йәштәр генә, ололарҙың кәңәштәренә ҡолаҡ һалабыҙ ҙа, үҙебеҙсә эшләйбеҙ. Эште мәҙәни саралар үткәреүҙән башланыҡ. Башҡортса концерттар, айыҡ дискотекалар уҙғарҙыҡ, теләгән кешеләр өсөн ҡурай һәм бейеү түңәрәктәре асып ебәрҙек. Артабан йәштәрҙе сәләмәт йәшәү рәүешенә әйҙәп волейбол, боулинг, йүгереү буйынса ярыштар үткәреүҙе яйға һалдыҡ. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса акцияларҙа даими ҡатнашып торабыҙ. 
Урыҫ ҡалаһында тыуып үҫкән башҡорттарға туған телде өйрәтеү өсөн Магнитогорск ҡалаһының "Халыҡтар дуҫлығы йорто" етәксеһе Зөлфирә Зиннәт ҡыҙы менән һөйләшеп, дәрестәр үткәрҙек. Быға тиклем үҙенең ниндәй милләттән булыуына артыҡ әһәмиәт бирмәй, ҡул һелтәп йөрөгән йәштәр, дәртләнеп, әүҙемләшеп киттеләр. Бөгөн улар беҙгә яңы тәҡдимдәр менән килеп, һәр эштә ихлас ҡатнашып йәшәй. Йәштәрҙең тарихи үҙаңын үҫтереү мөһим. Сөнки Магнитогорск ҡалаһында йәшәүсе йәштәр уның боронғо башҡорт ерендә урынлашыуын белмәгәнлектән, үҙҙәрен сит милләттәр араһында иркен тотмай. Хатта ололар ҙа Урал йылғаһының боронғо атамаһы Яйыҡ булыуын белеп етмәй. Шуға күрә, Салауат Хәмиҙуллинды саҡырып, ошо төбәк тарихына арнап, форум үткәрҙек. "Башҡорттар араһында Ислам дине" темаһына ла форум ойошторҙоҡ. "Салауат" башҡорт йәмәғәт ойошмаһы оло йәштәге милләттәштәр тураһында ла онотмай, күптән түгел улар өсөн Радик Вәлмөхәмәтовты саҡырып, концерт ойошторҙоҡ. Силәбе ҡалаһынан төрлө гәзиттәр яҙҙырып алып, ололарға таратып сығабыҙ. 

Ләйсән СОЛТАНҒОЛОВА, Баймаҡ халыҡ ижады үҙәге художество етәксеһе:Халҡыма хеҙмәтем минең башҡорт телендә һөйләшеүемдән башлана, тип уйлайым. Дуҫтарым, туғандарым балаларын башҡорт класына уҡырға бирһен өсөн аңлатыу эштәре алып барам. Сөнки үҙем дә башҡорт класында белем алдым, юғары уҡыу йортон тамамланым. Сәхнә өсөн сценарийҙар яҙғанда, концерт һәм төрлө байрамдар ойошторғанда уларға рух, халыҡсанлыҡ һалырға тырышам. Халҡым өсөн ниндәйҙер ҙур эштәр башҡарҙым, тип әйтә алмайым. Шулай ҙа, "Мин - башҡорт", тип ҡысҡырып йөрөгәнсе, көндәлек тормошта, үҙ урыныңда яйлап ҡына ниндәйҙер эштәр башҡарып, үҙеңде халҡыңдың лайыҡлы ҡыҙы итеп күрһәтеп йәшәү дөрөҫөрәктер. Ә оло быуын кешеләренә мөнәсәбәткә килгәндә, уларҙың бер ҡылығы менән генә килешмәйем. Ул да булһа, киләсәк йәштәр ҡулында, тип һөйләп тә, уларға тейешле эш урындарын бушатырға ашығып бармауҙары оҡшамай. Киләсәк йәштәр ҡулында түгел, бөгөнгө көн йәштәр ҡулында. Шуға күрә, ошондай йыйындарға ла йәштәрҙе күберәк ылыҡтыуҙарын теләр инем. Бер-беребеҙҙе күреп-белеп, аралашып, кәңәшләшеп йәшәр инек. 

Айгөл ХАФИЗОВА, "Башҡортостан Республикаһының Йәш яҡташтар берлектәре ассоциацияһы" төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе: Ололарҙан ниҙер талап итер һәм уларҙың кәмселектәрен тикшерерҙән алда, халҡыбыҙҙың тарихи үткәнен өйрәнеп, тәүҙә үҙебеҙҙең кемлекте асыҡлап алырға кәрәк. Беҙҙең йәштәргә милләт мәнфәғәтендә эштәр эшләү, ниндәйҙер үрҙәр яулау, белемен камиллаштырыу өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Пикеттар үткәреү, талаптар ҡуйыу заманы түгел хәҙер, буштан-бушҡа тамаҡ йыртып, ҡысҡырып йөрөүҙән файҙа юҡ. Беҙҙең йәштәр һәр яҡлап үҙен үҫтерергә, ғилемле, зыялы булырға ынтылырға һәм аҡыл менән уйлап эш итергә тейеш. 
Беҙҙең төбәк йәмәғәт ойошмаһына килгән милләттәштәргә лә ошо талапты ҡуябыҙ. Баш ҡалаға уҡырға килгән ауыл егеттәре-ҡыҙҙары ваҡытын бушҡа уҙғарып, дәрт-дарманын ҡайҙа ҡуйырға белмәй йөрөмәһен өсөн уларҙы үҙебеҙҙең эшкә ылыҡтырырға, дөрөҫ йүнәлеш бирергә тырышабыҙ. Был маҡсатта йәштәргә төрлө спорт ярыштары, мәҙәни саралар, форумдар үткәрәбеҙ. Күреүегеҙсә, төрлө райондарҙан килгән йәштәргә бер-береһе менән танышып, фекер алышып һәм берләшеп, ниндәйҙер үҙ проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн ҡулайлы майҙансыҡ булдырғанбыҙ. Әйткәндәй, хәҙер йәштәр бизнес, үҙаллы үҫеш, практик әһәмиәте юғары булған кәңәшмәләрҙә, ултырыштарҙа әүҙем ҡатнаша. Ойошма ошоно иҫәпкә алып эшләй. Быйыл Баймаҡ районында I Башҡорт этнофорумын үткәрҙек. Ҡатнашыусылар башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, йолаларын өйрәнеп, төрлө эшҡыуарҙар, билдәле шәхестәр үткәргән оҫталыҡ дәрестәрендә фекер алышып, тәжрибә туплап ҡайтты. Әйткәндәй, бөтә ерҙә лә йәштәр йәмәғәт ойошмаларының яҡшы ниәттә ҡоролған пландарын тормошҡа ашырырға һәр яҡлап ярҙам итергә әҙер торалар. Тик мөмкинлектәрҙе иҫәпкә алып, көрсөк заманында йәшәүебеҙҙе иҫтән сығармай, реаль проекттар тәҡдим итеү мөһим. 

Сәриә ҒАРИПОВА,

“Киске Өфө”, № 50

12 декабрь 2015 йыл

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы