12 декабрҙә Өфө ҡалаһының 14–се мәктәбе спортзалында бөйөк ғалим, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡорт милли-азатлыҡ хəрəкəте етəксеһе, автономиялы Башҡортостанға һәм Рәсәй федерализмына нигеҙ һалыусы Әхмәтзәки Вәлидиҙең тыуыуына 125 йыл тулыуы айҡанлы, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Конституциялары көнөнә арналған спорт ярыштары уҙҙы. Был сараларҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Өфө ҡалаһының Киров районы, 14-се һанлы мәктәп хакимиәттәре, ҡортсолоҡ һәм апитерапия ғилми-тикшеренеү үҙәге менән берлектә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының йәштәр советы һәм Башҡорт йәштәре иттифағы ойошторҙо.
Киров районының 14-се һанлы мәктәбендә үҙ-ара көс һынашырға Күгәрсен, Ейәнсура, Әбйәлил райондары, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия интернаты, Мәләүез ҡалаһы “Башҡорт казактары” йәмәғәт ойошмаһы, Башҡорт йәштәре иттифағы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының йәштәр советы волейбол йыйылма командалары, Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының диниә назараты йәштәр советының “Тархан” спорт клубы һәм гер күтәреүселәр йыйылды.
Сара башында ҡунаҡтар Ә-З.Вәлидиҙең таҡтаташына сәскә һалдылар һәм мәктәптә урынлашҡан музейға инеп сыҡтылар.
Йәш спортсыларҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Ә.М Ишемғолов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының йәштәр советы рәйесе Р.Р. Байназаров, 14-се мәктәп директоры Ротару И.Н. һәм башҡалар сәләмләне. Бындай саралар йәш быуында рухи ныҡлыҡ, патриотлыҡ, халҡыбыҙҙың тарихи үткәненә, мәҙәниәтенә, һөйөү тәрбиәләүҙә ҙур этәргес булып тора, - тине улар һәм спорт ярыштарын йыл һайын үткәрергә тигән тәҡдим менән сығыш яһанылар.
Сәмле ярышта һәр команда үҙен лайыҡлы күрһәтте. Волейбол уйындары һөҙөмтәләре буйынса Күгәрсен районы командаһы еңеп сыҡты һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты йәштәр советының күсмә кубогы менән бүләкләнде. Икенсе урынды - Әбйәлилдәр, өсөнсөнө – Ейәнсуралар яуланы.
Гер күтәреү ярыштарында 70 кг-ға тиклем ауырлыҡ категорияһында Заһир Сарбаев алдынғылыҡты бирмәне, 80 кг-ға тиклем ауырлыҡ категорияһында Ильяс Аҙнағолов еңеү яуланы, 80 кг-дан юғарыраҡ ауырлыҡ категорияһында Ильяс Яҡуповҡа тиңләшеүсе булманы.
Бар еңеүселәргә ойоштороусылар иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты матбуғат хеҙмәте