20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Декабрь 2015    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
28293031 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


» » » Мәскәүҙең «Алтын Ай» бейеү ансамбле баш ҡала тамашасыһын башҡорт сәнғәте менән таныштырҙы
Мәскәүҙең «Алтын Ай» бейеү ансамбле баш ҡала тамашасыһын башҡорт сәнғәте менән таныштырҙы

Мәскәүҙең Орджоникидзе исемендәге Рәсәй геология-разведкалау университетының концерт залында «Алтын Ай» ансамбленең отчет концерты уҙҙы. Сара Әҙәбиәт йылына бағышланды һәм башҡорт әҙәбиәтенең бай тарихына үҙенсәлекле байҡау яһалды. Ҡатнашыусылар күренекле авторҙарҙың исемдәрен хәтергә төшөрҙө: сәхнәнән танылған башҡорт шағирҙары һәм яҙыусыларының әҫәрҙәренән өҙөктәр яңғыраны.

«Алтын Ай» төркөмөнөң йәш артистары тамашасы өсөн премьералар әҙерләгән: «Карауанһарай», «Ҡырағай аттар» бейеүҙәре. Бынан тыш, солистар һинд, испан, татар бейеүҙәрен башҡарыу оҫталығын да күрһәтте.

— Тамашасылар «Алтын Ай»ҙың кескәй артистарын айырыуса яратып ҡаршы алды. Ҡыҙҙар һәм малайҙарға 5-7 генә йәш, әммә уларҙың сәхнәлә сығыш яһау тәжрибәһе бар. Быйыл улар күп кенә сағыу һәм ҡыҙыҡлы номерҙар әҙерләгән. Шуларҙың береһе «Балаларҙың шатлығы» тип атала, — тип һөйләне Мәскәү журналисы Гөлнара Ибраҡова.

Күптән түгел ойошторолған өлкән ҡатын-ҡыҙҙар төркөмөнөң сығышы концерттың иң юғары нөктәһе булды. «Ете ҡыҙ» һәм «Тимербай килендәре» бейеүҙәрен тамашасылар алҡышлап ҡаршы алды. Концертта шулай уҡ татар мәҙәни үҙәгенән ҡунаҡтар — Татарстандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәдиф Яваев етәкселегендәге «Ильдан» бейеү ансамбле ҡатнашты.

«Алтын Ай» төркөмө 2011 йылда ойошторолған. Был Мәскәүҙә башҡорт бейеү сәнғәтен пропагандалаусы тәүге һәм берҙән-бер коллектив. Ансамбль Мәскәүҙә, Өфөлә уҙғарылған төрлө концерттарҙа, фестивалдәрҙә Башҡортостан исеменән сығыш яһай. Етәксеһе — йәш талантлы хореограф, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленең элекке артисы Нәзир Байегетов. «Алтын Ай» ансамбленең һәр сығышы — ҙур булмаған театраль тамаша.


«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы