20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Декабрь 2015    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
28293031 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


Шиғриәт балы

Өйрәнелгән джинсы һәм футболка урынына матур киске күлдәк – Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында уникаль проект – шиғриәт балы. Театр фойеһында оркестр вальс, мазурка көйҙәрен уйнай, өҫтәлдә – гәлсәр бокалдар... Әҙәбиәт һөйөүселәр бер кискә тынсыу һәм шаулы ҡала мөхитенән арынып, күҙҙең яуын алырлыҡ XIX быуат балына килеп эләккәндәй тойолдо. «Рәсәй – Башҡортостан» телеэфирында йыл буйына уңышлы барған «Әйтер һүҙем бар...» телепроектының йомғаҡлау кисәһе Шиғриәт балы форматында үтте.

Ә сәхнәлә иһә ысын дуэль – шиғриәт дуэле барҙы. Атыш ҡоралдары урынына микрофон, пулялар урынына – йөрәктәрҙән урғылып сыҡҡан, тормошсан да, рухлы ла, күңелдәрҙең иң нескә ҡылдарын тибрәткән, үҙе яҙған йә билдәле шағирҙарҙың әҫәре, ниндәй генә булмаһын, йөрәккә үтеп ингән шиғырҙар. Кешегә, донъяға әйтер һүҙҙәрен музыкант, джазмен Олег Киреев, Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова, актерҙар Эльвира Юнысова һәм Александр Федеряев, республика Хөкүмәте Премьер-министр урынбаҫары Салауат Сәғитов, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры режиссеры Рөстәм Ғәлиев, студентка Алина Ғәлиева, шағирәләр Марианна Плотникова, Зөһрә Фәйзуллина, Эвита Гайнет, «Башҡортостан» гәзите директоры Азамат Юлдашбаев, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллиналар яңғыратты.

Сәғәт ярым барған алышты (ә ул өс тиҫтәгә яҡын шиғыр тыңлау тигән һүҙ) тамашасы бер тында ҡараны. Иң ауыры, әлбиттә, баһалама ағзаларына булғандыр. Билдәле сәнғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре – театрҙың художество етәскеһе Олег Ханов, диктор Наилә Ғәләүетдинова, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауиль Бикбаев бер һүҙҙән еңеүсе тип йәш талантлы шағирә Эвита Гайнетты таныны. Еңеүсене шиғриәт һүҙе магистрына ҡабул итеп, көмөш шпага-пероһын бүләк иттеләр.

Был күркәм сарала Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры саҡырыуы буйынса Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Әмир Ишемғолов та ҡатнашты.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры матбуғат хеҙмәте

Шиғриәт балы

Шиғриәт балы

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы