20–22 ноябрь 2015 йыл,

Өфө ҡалаһы, БР-ҙың «Конгресс-холл» ДУП-ы

Просим Вас срочно прислать по e-mail план-график запланированных в рамках конкурса мероприятий с июня по ноябрь месяцы текущего года по запросу Оргкомитета конкурса.

Календарь

«    Декабрь 2015    »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
28293031 

Архив

Январь 2016 (26)
Декабрь 2015 (53)
Ноябрь 2015 (7)
Октябрь 2015 (12)
Сентябрь 2015 (1)
Август 2015 (2)

Погода в республике Прогноз погоды


ҠОРОЛТАЙҒА ӘЙТЕР ҺҮҘЕМ БАР.


Хөрмәтле Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары! Һеҙҙең һорауығыҙ буйынса ҙур йыйын алдынан ҡоролтайға әйтер һүҙем бар. Мин үҙем оло йәштәге (76 йәштәмен) тормош тәжриәбһен байтаҡ туплаған кешемен. Исем-шәрифем Ғаяз Нурулла улы Ҡунаҡҡужин. Хеҙмәт ветераны, "Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, әлеге көндә Салауат ҡалаһында йәшәйем, "Башҡортостан", "Йәшлек" гәзиттәренән айырылғаным юҡ. Улар минең тоғро дуҫым, кәңәщсем.
Әйтер һүҙем шул: күп йыллыҡ күҙәтеүҙәрем, һынауҙарым аша шундай һығымтаға килдем, башҡорт кешеһенә туған телде һаҡлау, уны артабан үҫтереү, ҡулланыу даирәһен киңәйтеү, йәнләндереү, бер-береңә таяныс, терәк булыу тойғоһо етеңкерәмәй кеүек. был хәл бигерәк тә татарҙар менән тығыҙ аралашып, ҡатнашып йәшәгән райондарҙа күҙәтелә. Башҡорт теле боҙола. Тел боҙоусылар араһында йәше лә, ҡарты ла бар, улар күп.
Күптәр элек башҡортса һөйләшеп тә, телде яҡшы белеүгә ҡарамаҫтан, туғандаш татар халҡы менән аралаша башлағас башҡорттоң үҙенә генә хас ҙ, ҫ, һ өндәре урынына з, с, ч өндәре ҡуйып һөйләшеп йөрөйҙәр, йәғни башҡорт теленән ситләшәләр. Шуға ҡараптыр инде, күптәр уларҙы татар тип уйлайҙар. Ауыл-ауылы менән, районы менән башҡорт теленән ситләшеп татар теленә күсеү Башҡортостанда киң таралған күренеш. Был бигерәк тә төньяҡ-көнбайыш райондар өсөн хас.
Башҡорт килендәре тел боҙа (күпселек осраҡта шулай), ә бына татар килендәре тел боҙоп бармай, ғүмер буйы үҙ телендә һөйләшә, балаларын да шул телгә өйрәтә. Беҙгә үрнәк алырға кәрәктер был йәһәттән татар ҡәрҙәштәрҙән.
Башҡортостанда йәшәп тә үҙ телен һанға һаҡмаған башҡорттарҙы бер нисек тә аңлап булмай, минеңсә. Был ни өсөн шулай икән? Киң күңеллелектәнме, әллә күңел һуҡырлығынанмы? Әллә монҡортлоҡтанмы? Мин быны аңлай алмайым.
Һәр хәлдә быны ыңғай күренещ тип әйтеп булмайҙыр. Беҙгә, милләт булараҡ, Башҡортостан ерлегендә башҡорт телен һаҡларға, үҫтерергә, ҡулланыу даирәһен киңәйтергә һәм йәштәрҙә милли үҙаң тәрбиәләү эшен яйға һалыу кәрәктер. Йәштәр был эште күтәреп алырға тейештер, тип уйлайым. Сөнки Башҡортостандың киләсәге йәштәр ҡулында.
Әгәр башҡорт йәштәре, туған телде, туған илде һөйөү тойғоһонда, телгә, мәҙәниәткә ихтирам менән ҡараһа, милли рухта тәрбиәләнһә, Башҡортостандың киләсәге ныҡлы ҡулдарҙа буласаҡ. Был Башҡортостанда йәшәгән барлыҡ милләттәр өсөн дә отошло
Әгәр киреһенсә булһа, был милләт-ара ыҙғыштарға килтереп еткереүе ихтимал. 
Бына шуға ла йәштәрҙә милли үҙаң тәрбиәләү, телде, мәҙәниәтте үҫтереү эше юғары кимәлгә ҡуйылырға тейештер. Бер үк ваҡытта башҡа халыҡтарға ҡарата ла ихтирам, иғтибарлы булыу, дуҫлыҡ, берҙәмлек тойғоһо йәшәһен һәм һаҡланһын тигән теләктәмен.

Ҡунаҡҡужин Ғ.Н.

Опрос

Знаете ли вы башкирский язык?

• Популярное
Пресса Башкортостана
Полезные ресурсы